Һуңғы ҡыңғырау моңдары 31-05-2016, 11:37 / Йәмғиәт

Һуңғы ҡыңғырау моңдары

Ҡала мәктәптәрендә Һуңғы ҡыңғырау яңғырағандан һуң IX һәм XI класс уҡыусылары йылдағыса ҡаланың үҙәк майҙанына йыйылды. Йәштәрҙең ял итеү үҙәге улар ѳсѳн ҙур байрам ойошторҙо. Тантаналы сара Металлургтар майҙанына бер нисә йѳҙ уҡыусыны йыйҙы. Йәштәр сафҡа теҙелеп баҫҡас, һүҙҙе район мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева алды. Марина Владимировна уҡыусыларға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, ҡыҙҙарға һәм егеттәргә ниәттәренә ирешеп, яҡшы белгес булыуҙарын, өлгөлө ғаилә ҡороп, ерҙә ныҡ баҫып тороуҙарын теләне....
Күңелдә мәңге сыңлар моңло ҡыңғырау 31-05-2016, 11:33 / Йәмғиәт

Күңелдә мәңге сыңлар моңло ҡыңғырау

Май бөтә мәктәп уҡыусылары өсөн һағышлы ла, шатлыҡлы ла ай. Һағышлы - кемдер оҙаҡ йылдар уҡыған мәктәбенән, уҡытыусыларынан, дуҫтарынан айырылып, оло тормош юлына аяҡ баҫырға әҙерләнә, шатлыҡлы - ниһайәт, көсөргәнешле уҡыу йылынан һуң оҙайлы йәйге каникул башлана. Быйыл район һәм ҡала мәктәптәрендә XI класты бөтәһе 553 уҡыусы, ә IX класты 1091 бала тамамланы....
Ауылға кино килде 26-05-2016, 16:02 / Йәмғиәт

Ауылға кино килде

Үткәл ауылында клуб 1956 йылда тѳҙѳлә. Быға тиклем клуб ролен мәктәп үтәгән: иртән балалар уҡыһа, кистәрен концерт, кино күрһәткәндәр. Клубты ул саҡта бригадир булып эшләгән Шығай ауылы егете, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәһәҙей Бикбай улы Әбсәләмов тѳҙѳтә. Клуб булмағанда йәштәр аулаҡ ѳйгә йыйылған. Улар, тамаҡтары икмәккә, ѳҫтәре кейемгә мохтаж булһа ла, киске уйынға йѳрѳгән. Был бина әле лә бар. 1968 йылдың 11 майында аталы- уллы, ағайлы Сафуановтарҙың ѳс йорто янып ҡуйҙы. Шунан һуң был клуб бинаһын күп ғаиләле һуғыш ветераны Низамитдингә бирҙеләр. Колхоз яңы клуб һалдырҙы. Кино ауылға...
Олойылғала - 26-05-2016, 16:01 / Йәмғиәт

Олойылғала - "Ҡарға бутҡаһы"

Майҙың матур бер кѳнѳндә Олойылға ауылында “Алтынай” фольклор тѳркѳмѳ һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре “Ҡарға бутҡаһы” байрамын үткәрҙе. Ауыл халҡы йылға буйындағы аҡланға йыйылды. Тәмле бутҡа бешкәнсе, сараға килгәндәр “Алтынай” фольклор тѳркѳмѳ менән башҡорт халыҡ йырҙарын йырланы, бала-саға яҙ, ҡоштар тураһында шиғырҙар һѳйләне, “Түбәтәй” уйынын уйнаны. Күңел асҡансы, тәмле бутҡа ла бешеп сыҡты. Балалар артып ҡалған бутҡа менән ҡоштарҙы ла һыйланы. Байрам дуҫтарса мѳхиттә үтте. Ололар ҙа йырлап- бейеп күңел асты. Балалар рәхәтләнеп уйнаны. Байрам ойоштороуҙа ярҙам иткән ауылдаштарға рәхмәт...
Еңеү менән ҡайттылар 26-05-2016, 16:00 / Йәмғиәт

Еңеү менән ҡайттылар

15 майҙа Пермь крайының Чернушка ҡалаһында Афған һуғышы һалдаттары А. Сәмиғолов һәм Р. Фәррәхов иҫтәлегенә арнап, 1999-2001 йылғы малайҙар, ҡыҙҙар араһында Рәсәй күләмендә билбау буйынса турнир ойошторҙолар. Белорет районы исеменән Абҙаҡ ауылы мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Ярышта ҡатнашҡан бѳтә уҡыусылар ҙа урын яулап ҡайтыуы ҡыуаныслы....
Фәһемле кисә 26-05-2016, 15:59 / Йәмғиәт

Фәһемле кисә

Шығай балалар баҡсаһында Лира Таһир ҡыҙы Хәйруллина яҙған сценарий буйынса «Өләсәйем һандығы» тип аталған бик матур байрам ҡуйҙылар. Сараны 30 йылдан ашыу тәрбиәсе булып эшләгән Рәмилә Вәлиәхмәтова әҙерләгән....
Тхэквон-до - ҡыйыуҙар шөғөлө 23-05-2016, 12:00 / Йәмғиәт

Тхэквон-до - ҡыйыуҙар шөғөлө

Ҡала медицина колледжының спорт залында тхэквон-до буйынса ҡала- район беренселеге һәм фестивале уҙҙы. Унда Өфөнән, Әбйәлилдән, ҡала-райондан 6 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Ярыштарҙы асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук, 1-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Г.Ю. Рыжкина, Башҡортостан Республикаһының Тхэквон-до Федерацияһы президенты Ш.Р. Ишбирҙин, район-ҡалала тхэквон- до буйынса инструктор һәм ярыштарҙың баш судьяһы А.М. Балаев, инструктор О.В. Борисевич, судья Н.В. Щербаков һәм башҡалар ҡатнашты, сығыш яһаны....
Енәйәтселәрҙән һаҡ булығыҙ! 23-05-2016, 12:00 / Йәмғиәт

Енәйәтселәрҙән һаҡ булығыҙ!

Белорет эске эштәр бүлегенең дежур часында граждандарҙың әйбер алам тип билдәһеҙ кешегә алдан аҡса күсереү, банк карталарынан аҡса юғалыуы тураһында мѳрәжәғәттәр кѳн дә тиерлек теркәлеп тора. Белорет район-ара прокуратураһында закондың үтәлеше һәм банк карталарынан аҡса урлауға бәйле енәйәттәрҙе профилактикалау буйынса күрелгән саралар тураһындағы мәсьәләләрҙе ҡарау буйынса кәңәшмә үтте. Унда прокуратура, полиция, банк һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты....
Ветеранды 95 йәше менән ҡотланылар 23-05-2016, 11:58 / Йәмғиәт

Ветеранды 95 йәше менән ҡотланылар

Үҙәнбаш ауылында йәшәгән Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Әбүбәкир улы ӘБҮТАЛИПОВ 18 майҙа 95 йәшен билдәләне. Ул Шығай ауылы хакимиәте биләмәһендә йәшәгән иң оло кеше. Белорет, Бѳрйән райондары һәм Белорет ҡалаһы хәрби комиссары Вадим Сәйәхов, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Рәмил Шәрәфетдинов, Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Мѳхәмәтдинов ветеран- ды ѳйѳнә барып ҡотланы. Вадим Сәйәхов Рәсәй Президенты В.В. Путиндың һәм хәрби комиссариаттың ҡотлау открыткаларын уҡып ишеттерҙе. Рәмил Шәрәфетдинов хакимиәт һәм үҙенең исеменән бүләктәр тапшырҙы. Фәтих Мѳхәмәтдинов та Хәсән...
Өмөтбайҙа - Еңеү байрамы 23-05-2016, 11:56 / Йәмғиәт

Өмөтбайҙа - Еңеү байрамы

Ѳмөтбайҙар Бөйөк Еңеү байрамы алдынан өмәгә сығып, 15 йыл элек яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелискының тирә- яғын, клуб баҡсаһын, Йәшеллек аллеяһын, ауыл урамын сүп- сарҙан таҙартты, тәртипкә килтерҙе. Ауыл активистары Малия Күлбаева, Людмила Плотникова, Нурия Яныбаева, Минзәлә Кинйәбузованы, ауыл старостаһы Венера Яныбаева, Гөлфиә Сәғәҙәтова, Мәүсилә Лоҡманованы, ир-егеттәрҙән Фәрих Хәйруллин, Фәниз Сәғәҙәтовты, Егәҙе ауыл Советы депутаты Ринат Яныбаевты билдәләп үтке килә. Байрам көндө 15 өйҙән торған ауыл халҡы обелиск янына митингыға йыйылды. Тантананы хаҡлы ялда булған ауыл патриоты...