Юлдарын үҙҙәре ремонтлай 23-05-2016, 11:55 / Йәмғиәт

Юлдарын үҙҙәре ремонтлай

Сермән ауылында йәшәгән Рушан Мәғәфүровтың юлдар тѳҙѳү эше буйынса эшҡыуар булып теркәлеүен һәм ошо йүнәлештә ҡайһы бер ауыл хакимиәте биләмәләре менән уңышлы хеҙмәттәшлек алып барыуын яҙып сыҡҡайныҡ инде. Быйыл да, ер-һыу кибеү менән, Рушан башлаған эшенә ныҡлап тотондо. Әлеге ваҡытта ул үҙенең командаһы менән Сермән ауылының Калинин урамындағы асфальт юлдың соҡорҙарын яманы, Яр буйы һәм З. Исмәғилев урамдарында ҡырсынташ түшәгән. Рушан быйыл техникаһын да арттырыуға ирешкән һәм үҙ иҫәбенә КамАЗ машинаһы һатып алған. Бѳгѳн йәш эшҡыуар райондың башҡа хакимиәттәре менән юл ремонтлау эштәрен...
Урман шаулап үҫһен 23-05-2016, 11:53 / Йәмғиәт

Урман шаулап үҫһен

Үткән аҙнала Сосновка ауыл хакимиәте һәм Белорет урмансылығы буйынса территориаль бүлек, Белорет урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре Сосновка ауылы эргәһендәге Кардон тип аталған урында ағас ултыртты.Сара Белорет урмансылығы хужалығына һәм Сосновка ауыл хакимиәте барлыҡҡа килеүгә 80 йыл тулыуға бағышланды....
Яҡшы старосталар һәр ауылда кәрәк 16-05-2016, 12:34 / Йәмғиәт

Яҡшы старосталар һәр ауылда кәрәк

Үҙәнбаш ауылында йәшәгән Ғәзинур Ғилман улы ҠЫУАНДЫҠОВ егәрле кеше, бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмай, тырышлығы, уңғанлығы менән алдыра....
Бүләк - парник! 16-05-2016, 12:32 / Йәмғиәт

Бүләк - парник!

Был юлы аҙна бүләге Фәнзиә һәм Рифғәт ӘХТӘМОВТАРға эләкте. Бүләк эйәләре Яңы Хәсән ауылынан. Ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло улдары Азат ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, үҙаллы йәшәй. Марат Ѳфѳлә тимер юл техникумын тамамлап, Инйәр станцияһында механик булып эшләй. Әхтәмовтар икеһе лә хаҡлы ялда. Улар ауыл тормошоноң бар матурлығын тойоп, файҙаһын күреп йәшәгән ғаиләләрҙең береһе. Ҙур баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар. Бүләкте хужабикә Фәнзиә Әүхәҙи ҡыҙы үҙе килеп алды....
“Бѳтәһе лә яҡшы булыр!” 16-05-2016, 12:31 / Йәмғиәт

“Бѳтәһе лә яҡшы булыр!”

1 майҙа Белорет ҡалаһына РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина килде. Ул Металлургтар майҙанында халыҡ менән осрашты, шулай уҡ беҙҙең гәзиткә лә әңгәмә бирҙе....
Ике айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалды 16-05-2016, 12:29 / Йәмғиәт

Ике айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалды

Илебеҙ ѳсѳн мѳһим ваҡиға - Бѳтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға ике айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалды. Ун йылға бер үткәрелгән сара 1 июлдә старт ала. Әлеге ваҡытта Белорет ҡалаһындағы дәүләт статистикаһы бүлеге лә был яуаплы сараға әҙерлек эштәрен ентекле алып бара. Бүлек начальнигы Альбина Рәйес ҡыҙы Усманова белдереүенсә, Белорет ҡалаһындағы дәүләт статистика бүлегенә 20 планшет компьютер бүленгән, был 53,5 процентты тәшкил итә. Ҡалған компьютерҙарҙы май айында тапшырып бѳ- тѳргә тейештәр. Иҫәп алыу ваҡытында яңы технологиялар ҡулланыу ҡағыҙ сығымдарын да күпкә ҡыҫҡарта, сѳн- ки шәхси хужалыҡтар...
Кѳнкүреш мәсьәләләре ҡаралды 16-05-2016, 12:29 / Йәмғиәт

Кѳнкүреш мәсьәләләре ҡаралды

Муниципаль район хакимиәтендә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, тол ҡатындарының, хеҙмәт ветерандарының, пенсионерҙарҙың һәм инвалидтарҙың проблемалары буйынса тематик ҡабул итеү уҙҙы. Был сара Бѳйѳк Еңеүҙең 71 йыллығына арналды....
16-05-2016, 12:28 / Йәмғиәт

"Еҙ үксә"ле бейеүселәр бейей-бейей оҫтара

Шығай ауылының “Ѳлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәгендә йыш ҡына район, тѳбәк-ара конкурстар, тѳрлѳ саралар үтеп тора. Теҙмә әҫәрҙәр башҡарыусыларҙың, әкиәтселәрҙең, һәүәҫкәр композиторҙар, гармунсылар, ҡурайсылар конкурстары булһынмы, “ѳлкәр”ҙәр уны юғары кимәлдә үткәреүгә ҙур кѳс һала. Ижади ҡомар менән янып йәшәгән коллектив әленән-әле яңы проекттар эшләү ѳҫтѳндә. Быйыл иһә мәҙәни үҙәк башҡорт бейеүҙәрен үҫтереү, пропагандалау, таланттар асыу маҡсатында “Еҙ үксә” район бейеү конкурсы үткәреүгә ѳлгәште. Конкурс тәүге тапҡыр ғына үтһә лә, Инйәр, Мулдаҡай, Манышты, Олойылға, Аҙнағол, Абҙаҡ, Шығай,...
Шанлы тарих эҙенән 16-05-2016, 12:26 / Йәмғиәт

Шанлы тарих эҙенән

Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙа берҙәм асыҡ дәрес биреү популярлаша бара. Сираттағы дәрес легендар батырыбыҙ Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды. Ҡаланың 21-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусылары был акцияға дәррәү ҡушылды. Муса Лут улы Мортазин (1891- 1937) I Бөтә донъя һуғышынан ҡайтҡас, билдәле сәйәси эшмәкәр һәм ғалим Зәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорттарҙың милли азатлыҡ хәрәкәтенә әүҙем ҡушыла. Башҡорт автономияһы төҙөүҙә лә улар алдынғы позицияла була. Муса Мортазиндың хәрби тәжрибәһе һәм ойоштороу һәләте уның сәйәси эшмәкәрлегенең төп йүнәлешен билдәләй. Уға башҡорт...
Еңеү кѳнѳ алдынан бүләк 13-05-2016, 12:39 / Йәмғиәт

Еңеү кѳнѳ алдынан бүләк

Хәҙерге заманды элемтәһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Армия ѳсѳн дә элемтә бик мѳһим һәм бик кәрәк. Бѳйѳк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа һәм башҡа һуғыштарҙа ла элемтәселәр ҙур ѳлѳш индергән. Хәрби хеҙмәт эшен ойоштороуҙа тѳп кѳс булып торған Элемтә ғәскәрҙәренә “Еңеүҙең 40 йыллығы” аллеяһында монумент урынлаштырылыуы һәм уны 9 Май байрамы алдынан асыу символик әһәмиәткә лә эйә булды, сѳнки нәҡ элемтәселәр Илебеҙҙең фашистик Германияны еңеүе тураһында хәбәр итә....