Спорт менән дуҫлыҡты ѳҙмәйҙәр 13-05-2016, 12:38 / Йәмғиәт

Спорт менән дуҫлыҡты ѳҙмәйҙәр

Әхмәр ауылында эстафета ярышы быйыл да ҙур ойошҡанлыҡ менән гөрләп үтте. Тәүге йылдарҙа сарала ауыл командалары ғына ҡатнашһа, быйыл Әзекәй һәм Ҡарайылға ауылдары йәштәре лә үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләк белдерҙе. Спортсыларҙың һаны күберәк булған һайын ярыш ҡомары ла арта бара. Шауым урамынан ике команда ярышҡа ҡушылырға булды....
Хәтер эстафетаһы 13-05-2016, 12:37 / Йәмғиәт

Хәтер эстафетаһы

6 майҙа Шығай ауылында Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов иҫтәлегенә традицион эстафета 26-сы тапҡыр үтте. Эстафета, һәр йылдағыса, тантаналы митинг менән башланды. Ҡәҙерлеләренең фотоһүрәттәрен күтәргән уҡыусылар “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашып, халыҡ алдынан ғорур атлап уҙҙы. Артабан һүҙҙе муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев алып, барыһын да байрам менән ҡотлап, ветерандарға һаулыҡ, спортсыларға уңыштар теләне. Ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған обелискыға, тыл хеҙмәтсәндәренә арналған стелаға сәскәләр һалды. Бер минут...
Иң ҡәҙерле байрам 13-05-2016, 12:35 / Йәмғиәт

Иң ҡәҙерле байрам

Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдары - Ватаныбыҙ тарихының иң ҡанлы, ҡот осҡос бите. Унда 27 миллиондан ашыу ватандашыбыҙҙың ғүмере ѳҙѳлгән. Беҙҙең һәм киләсәк быуындың был ваҡиғаларҙы оноторға хаҡы юҡ! Һуғыш йылдары артта ҡалған һайын дәһшәтле ваҡиғалар беҙҙе тағы ла нығыраҡ тетрәндерә, ә инде Бѳйѳк Еңеү кѳнѳ халҡыбыҙ ѳсѳн иң ҡәҙерле байрамға әйләнде. Был кѳндѳ һәр ауыл, һәр ҡала, һәр граждан кѳтѳп ала, Бѳйѳк Еңеүгә ѳлѳш индергән туғандарын ҡәҙер-хѳрмәт менән иҫкә ала. Бынан дүрт йыл элек башланғыс алған, Бѳйѳк Ватан һуғышы яугирҙәрен иҫкә алыу маҡсатында үткәрелгән “Үлемһеҙ полк” акцияһында...
13-05-2016, 12:34 / Йәмғиәт

"Атайымдың яҙмышы асыҡланды"

Бѳйѳк Ватан һуғышы һалған яралар, 71 йыл үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр менән тулылана бара. Һуғыш бер генә ғаиләне лә урап үтмәй. Етем ҡалған балалар аталары тураһында әле лә мәғлүмәт йыйыуҙарын дауам итә. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында ла бар етем ҡалған балалар. Уларҙың береһе - Барый Нѳғәмән улы СӘЙЕТОВ....
Велоспортсылар миҙгеле асылды 13-05-2016, 12:33 / Йәмғиәт

Велоспортсылар миҙгеле асылды

Кѳндәр йылыныу менән велоспортсылар ҙа стартҡа баҫты. 1 Май байрамында Металлургтар майҙанында Белорет муниципаль районының Асыҡ Беренселегенә велоуҙыш үтте. Унда 60-тан ашыу спортсы велосипедтарҙа ярышты һәм белореттарға тағы ла бер сағыу тамаша бүләк итте. Еңеүселәргә Маҡ- тау ҡағыҙҙары һәм махсус бүләктәр тапшырылды. Р. МУСИНА....
Эстафета күңелле үтте 13-05-2016, 12:31 / Йәмғиәт

Эстафета күңелле үтте

1 Май байрамында “Белорецкий рабочий” гәзите призына 64-се еңел атлетика эстафетаһы спорт һѳйѳүселәрҙе ҡаланың Металлургтар майҙанына йыйҙы. Тәүҙә ҡаланың тѳрлѳ предприятие һәм ойошмалары ҡатнашлығында парад булды. Эстафетаны асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ас- самблеяһы Советы рәйесе Зѳһрә Рәхмәтуллина, Белорет металлургия комбинатының проф- союз ойошмаһы рәйесе Георгий Хлесткин, “Белорецкий рабочий” гәзитенең баш мѳхәррире Татьяна Зайцева белореттарҙы байрам менән ҡотлап сығыш яһаны....
Тереләрҙең ҡәҙерен беләйек 13-05-2016, 12:29 / Йәмғиәт

Тереләрҙең ҡәҙерен беләйек

Районда йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, тол ҡатындарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, уларға фатир биреү мәсьәләһенә муниципаль район хакимиәте тарафынан ҙур иғтибар бүленә. “Ветерандар тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, 2014 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәки фатир һатып алыу ѳсѳн 6 тол ҡатын сертификат алһа, 2015 йылда 7 сертификат тапшырылған. Шул иҫәптән ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм биш тол ҡатын бындай бәхеткә эйә булған. Быйыл ике һуғыш ветераны һәм һуғышта ҡатнашҡан 12 кешенең тол ҡатыны сертификаттар алып өлгөргән дә инде. Сертификат алыусыларҙың 12-һе райондан,...
Илебеҙ ѳсѳн тынысбыҙ 13-05-2016, 12:27 / Йәмғиәт

Илебеҙ ѳсѳн тынысбыҙ

Тәрбиә ғаиләнән башлана. Бала бәләкәй саҡтан уҡ ата- әсәһе өлгөһөндә хеҙмәт һөйөргә өйрәнә. Уҡырға барғас, тырышып белем алырға ынтыла. Дөрөҫ юл күрһәтеп, матур тәрбиә биргәндә генә улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ олоһона ла, кесеһенә лә ихтирамлы, игелекле, ҡыҫҡаһы, ысын кеше булып үҫә. Руслан бәләкәй сағынан ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Межгорьела IV класты уңышлы тамамлай. Уҡыу алдынғыһы булған Руслан тѳрлѳ конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша. Республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ла үҙен һынай, спорт менән ныҡлы шѳғѳлләнә. Башланғыс класты тамамлағандан һуң, улдары хәрби училищела уҡырға теләк...
Ҡайнар йѳрәк ѳсѳн награда 13-05-2016, 12:25 / Йәмғиәт

Ҡайнар йѳрәк ѳсѳн награда

26 апрелдә Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов Башҡортостандан ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ут эсенән, һыуҙан алып сыҡҡан ѳс батыр балаға федераль награда - «Ҡайнар йөрәк» күкрәк знактары тапшырҙы. Был юлы абруйлы наградаға ѳс яҡташыбыҙ - Сермән ауылынан Арсен НӘЖМЕТДИНОВ, Благовар районынан Айгѳл Шафиева һәм Стәрлетамаҡтан Михаил Алексеев лайыҡ булды. Һәр йыл һайын «Ҡайнар йөрәк» проекты буйынса нәшер ителгән китапта илдең башҡа төбәктәрендә йәшәгән кескәй геройҙар менән берлектә был балалар хаҡында ла мәғлүмәт тупланған....
Тѳҙѳкләндереүгә ныҡлап тотонғандар 13-05-2016, 12:23 / Йәмғиәт

Тѳҙѳкләндереүгә ныҡлап тотонғандар

Инйәр ауыл хакимиәте тѳҙѳкләндереү айлығына ихлас ҡушылды. Уның барышы менән Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғ.Ғ. МѲФТӘХЕТДИНОВ таныштырҙы:...