Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ... 6-05-2016, 15:57 / ---

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ...

Бейеү... Сәнғәттең был өлкәһе үҙе бер серле, мауыҡтырғыс донъя. Танылған бейеүселәребеҙ - Рәшиҙә Туйсина, Радмир Бәҙретдинов, Зөлфиә Ҡудашева, Риф Ғәбитов, Гүзәл Мамина һәм башҡа сәнғәт әһелдәре тормошобоҙҙо биҙәр өсөн генә килгәндер... Ә бына даны бөтә донъяға таралған, республикабыҙҙың йѳҙѳк ҡашы - Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәренә ҡарап, тамашасыға рухи көс, дәрт-дарман өләшеүсе талант булыу өсөн ниндәй булырға кәрәк икән, тип уйламаған кеше юҡтыр. Билдәле бейеү коллективында бейеүсе хәрәкәттәре, ым-ишараһы, күҙ ҡарашы, кәүҙә тотошо менән...