Аҙна бүләге – Абҙаҡта 14-06-2016, 12:11 / Йәмғиәт

Аҙна бүләге – Абҙаҡта

Был юлы аҙна бүләге абҙаҡтарға эләкте. Ошо ауылда йәшәгән Тәслимә менән Хәким Шакировтар бүләк алыу шатлығына эйә булды. Бүләгебеҙҙең 40 йылдан ашыу гәзитте алдырған, уны яратып уҡыған ғаиләгә эләгеүе икеләтә ҡыуаныслы булды. Үҙ районыңда сыҡҡан гәзитте алдырмай нисек йәшәмәк кәрәк, шуға ла бер нәмәгә ҡарамай һәр йылда ла яҙылып барабыҙ, ти Шакировтар. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауыл тормошоноң бар матурлығын тойоп, уның файҙаһын күреп йәшәйҙәр, кәртә тулттырып мал, ҡош- ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, ейән- ейәнсәрҙәрен ҡарайҙар. Шакировтарҙы электромонтерҙар ғаиләһе тип тә әйтергә...
Донор булыу - изге эш 14-06-2016, 12:10 / Йәмғиәт

Донор булыу - изге эш

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы ҡарары менән 2005 йылда Бөтә донъя донорҙар көнө рәсми статус алды һәм ул ҡан төркөмдәре системаһын асҡан Нобель премияһы лауреаты Карл Ландштейнерҙың тыуған көнөнә бағышланды. 14 июнь кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн ҡанын ирекле рәүештә һәм бушлай биргән миллионлаған донорға рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеге бирҙе. Башҡортостанда Бөтә донъя донорҙар көнө беренсе тапҡыр 2006 йылдың 14 июнендә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Республика ҡан биреү станцияһы көсө менән үткәрелде....
Именлеккә илткән яҡтылыҡ 14-06-2016, 12:08 / Йәмғиәт

Именлеккә илткән яҡтылыҡ

Юл - уйнай торған урын түгел. Юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға кәрәк. Руль артына ултырғас, уяу булырға тейешһең. Уйлап ҡараһаң, аңлайышлы ла, тапалған да һүҙҙәр кеүек! Ҡағиҙәләр ҙә күптәнән билдәле. Тик юл-транспорт фажиғәләре генә ниңәлер кәмемәй, йыш булып тора, бигерәк тә ҡараңғы тѳшкәс. Водитель ҡараңғыла юлды яҡтыртып килеп тә алда барған йәйәүлене йәки уйнап йѳрѳгән балаларҙы күрмәй ҡалыуы ихтимал. Балаларҙың каникулы башланды, шуға күрә айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәтенең 2014 йылдың 14 ноябрендәге 1197- се ҡарарына ярашлы, 2015 йылдың 1 июленән йәйәүлеләргә...
Ҡанат ҡуйған ойошма 14-06-2016, 12:07 / Йәмғиәт

Ҡанат ҡуйған ойошма

Уҙған йома Учалы яҙыусылар ойошмаһы сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Учалы, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Магнитогорск, Мәсетле, Силәбе ҡәләм тирбәтеүселәренә ҡанат ҡуйған, мөғжизәле әҙәбиәт донъяһына аяҡ баҫырға ярҙам иткән ойошманың матур байрамына Өфөлә йәшәгән һәм ижад иткән танылған яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, әҙәбиәт донъяһын ышаныслы айҡаған урта быуын вәкилдәре, илһам шишмәләрен яңы татыған йәштәр һәм уҡыусылар килгәйне. Бөгөнгө көндә Учалы яҙыусылар ойошмаһында 22 Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Учалы яҙыусылар ойошмаһының 82 ағзаһы илһамланып ижад итә һәм ойошма...
Спортты үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индерә 14-06-2016, 12:05 / Йәмғиәт

Спортты үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индерә

Уҡытыусы - бѳйѳк һѳнәр. Балала үҙе уҡытҡан фәнгә һѳйѳү, ылыҡтырыу, тәрбиә орлоғо сәсеүгә ирешкәндәр, изгелек орлоғо сәскәндәр генә ошо бѳйѳк исемде лайыҡлы йѳрѳтә. Абҙаҡ ауылында йәшәгән Вил Фәтхулла улы Ишҡыуатов та ана шундай оҫта педагогтар иҫәбен тулыландыра. Инде тиҫтә йылдан ашыу хаҡлы ялда булһа ла, ветеран-уҡытыусыны уҡыусылары, коллегалары әле һаман да һағынып, тик яҡшы һүҙҙәр һәм хѳрмәт менән иҫкә ала....
“Был бик мауыҡтырғыс эш” 14-06-2016, 12:01 / Йәмғиәт

“Был бик мауыҡтырғыс эш”

Кино - тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ ѳлѳшѳ. Киноны тѳшѳрәләр, ҡарайҙар, баһалайҙар, һоҡланалар. Ғѳмүмән, кино булды, бар һәм буласаҡ! Тѳпкѳл Егәҙе ауылында тыуған Евгений Калугин да бала саҡтан киноға ғашиҡ һәм кино тѳшѳрѳү тураһында хыялланып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Учалы сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Бер йыл белем алғас, бында уҡыуҙың үҙ талаптарына тап килмәүен аңлап, документтарын алып, Мәскәүгә режиссерлыҡҡа уҡырға юллана. Баш ҡала ла уны ҡолас йәйеп ҡаршыламай: тәүге тѳндѳ вокзалда үткәрә, аҙаҡ эш һәм торлаҡ эҙләп сығып китә. Шулай итеп, эшкә урынлаша һәм аҡса йыйып, Бѳтә союз...
«Прямой провод» по вопросам незаконного оборота промышленной продукции на территории Республики Башкортостан 9-06-2016, 19:14 / Йәмғиәт

«Прямой провод» по вопросам незаконного оборота промышленной продукции на территории Республики Башкортостан

О проведении «Прямого провода» по вопросам незаконного оборота промышленной продукции на территории Республики Башкортостан В целях повышения потребительской грамотности населения 16 июня 2016 года с 14.00 до 16.00 часов в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере защиты прав потребителей и благополучия человека по Республике Башкортостан проводится «Прямой провод» по телефону +7 (347) 229-90-45 по вопросам незаконного оборота промышленной продукции на территории Республики Башкортостан. Специалисты Управления Роспотребнадзора по Республике Башкортостан и Государственного комитета...
Мәңгелек мираҫ 9-06-2016, 19:05 / Йәмғиәт

Мәңгелек мираҫ

Бѳгѳнгѳ мәғариф ѳлкәһенең тѳп актуаль маҡсаты - белемле генә түгел, рухи байлыҡҡа эйә булған, әхлаҡлы, милләттәрҙе ихтирам иткән, телдәрҙе яратҡан, ѳйрәнгән, халыҡ традицияларын, ил тарихын һанлаған, кешелекте һѳйгән шәхес тәрбиәләү. Был заман ғына түгел, заң талабы ла. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә, дәрес менән кластан тыш сараларҙың сифатын, бәҫен күтәреүгә, фәнни-педагогика менән бер рәттән, коммуникатив-лингво- культурологик аспекттың бер ѳлѳшѳн тәшкил иткән халыҡ педагогикаһының элементтарын ҡулланып ѳлгәштем. Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, боронғолоғо, фәлсәфәһе, рухиәте, халыҡсанлығы, бала...
Милли матбуғат алдырыу - телеңә хѳрмәт билдәһе 9-06-2016, 19:04 / Йәмғиәт

Милли матбуғат алдырыу - телеңә хѳрмәт билдәһе

"Ағиҙел" әҙәби-нәфис һәм ижтимағи- сәйәси журналының хеҙмәткәрҙәре район халҡы менән осрашты. "Ағиҙел" һәм "Һәнәк" журналының баш мөхәррире, драматург Рәлиф Кинйәбаев, журналист, яҙыусы-прозаик Сабир Шәрипов, әҙәбиәт белгесе, балалар яҙыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор Зәйтүнә Шәрипова ҡаланың үҙәк китапханаһында район китапханасылары менән аралашты....
Аттар дуҫлыҡты нығыта 9-06-2016, 19:03 / Йәмғиәт

Аттар дуҫлыҡты нығыта

Германия ҡунаҡтары Ноҡатта фильм төшөрҙө Ат элек-электән башҡорт халҡының яҡын дуҫы, таянысы һәм туйҙырыусыһы булған. Бының шулай булыуы халыҡ ижады өлгөләрендә лә һаҡланып ҡалған. Ниҙәр генә күрмәй ир-егеткәй менән ат башы, аты барҙың - ҡанаты бар, ат моратҡа еткерер кеүек мәҡәлдәр һәм йырҙар ҙа аттың кешегә ни тиклем яҡын, ике аралағы бәйләнештең ныҡ булыуын дәлилләй. Цивилизация юғары кимәлгә еткән, заманса техника үҫешкән заманда йәшәһәк тә, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә аҫаба халыҡ араһында ат бөгөн дә көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Әлбиттә, ҡайҙалыр ат үҙенең традицион...