Тарихты йәш быуынға тапшырып 11-07-2016, 13:26 / Йәмғиәт

Тарихты йәш быуынға тапшырып

Сосновкалар ауылдарына нигеҙ һалыныуҙың 80 йыллыҡ юбилейын байрам итте. Һәр ауылдың бай, шанлы тарихы бар. Уларҙы ҡайһы берҙәренең тамыры әллә ҡайҙа быуаттар тѳпкѳлѳнә барып тоташа, ә инде ошонда тыуған данлыҡлы кешеләр, арҙаҡлы шәхестәр был тарихты тағы ла нығыраҡ тулыландыра, байыта һәм икенсе быуынға тапшырып, матур бер сылбыр булдыра. Нәҡ ошо кѳндә үткәндәргә байҡау яһала, киләсәккә пландар барлана, уңыштар, ҡаҙаныштар телгә алына....
Ҡышты йәй хәстәрлә 11-07-2016, 13:24 / Йәмғиәт

Ҡышты йәй хәстәрлә

Муниципаль район хакимиәтендә Урал аръяғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының 2016- 2017 йылдың көҙгө-ҡышҡы миҙгеленә әҙерлеге һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының кәңәшмәһе уҙҙы....
Гөрләп үтте сәсәндәр байрамы 11-07-2016, 13:23 / Йәмғиәт

Гөрләп үтте сәсәндәр байрамы

Ҡунаҡсыл Бѳрйән районы быйыл да республиканың телһѳйәр, илһѳйәр балаларын үҙ еренә йыйҙы. «Урал батыр» эпосы XVIII республика бәйгеһе быйыл ун һигеҙенсе тапҡыр үтте. Уны Мәғариф министрлығы менән берлектә Бѳрйән район хакимиәте ойошторҙо. «Урал батыр» эпосын яттан һѳйләү сараһында республиканың 27 район-ҡалаһынан йѳҙҙән ашыу йәш сәсән ҡатнашты. Сәсәнлектә кѳс һынаусылар йәш айырмалары буйынса ике тѳркѳмгә: V-VII һәм VIII-XI класс уҡыусыларына бүленде. Берәүҙәр эпосты яттан һѳйләүҙә кѳс һынаһа, икенселәре эпостан ѳҙѳктәр сәхнәләштереү буйынса ҡыҙыу бәйгелә ҡатнашты. Балаларҙың сығышын ғалим,...
Вуздар баҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәме? 11-07-2016, 13:20 / Йәмғиәт

Вуздар баҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәме?

Бынан бер нисә йыл элек ул ваҡытта ил етәксеһе булған Дмитрий Медведев илебеҙҙә үҙен реализациялай алмаған юғары белемле белгестәрҙең, бигерәк тә юрист һәм иҡтисадсыларҙың кәрәгенән артыҡ күп булыуын билдәләп, Мәғариф министрлығына мәсьәләне яйға һалырға ҡушҡайны. Ул 1990 йылдарҙа юғары белем алыуға ѳҫтѳнлѳк бирелеүе арҡаһында урта белем ҡиммәттәренең түбәнәйеүе, юғары белемде бары тик "ҡатырға" ѳсѳн генә алып, аҙаҡ һѳнәре буйынса эшләмәүселәрҙең күбәйеүе хаҡында белдергәйне. Был проблеманың күтәрелеүенә хәҙер байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Бѳгѳн хеҙмәт баҙарында хәлдәр нисегерәк һуң? Мәғариф системаһы...
Көслөләр һәм етеҙҙәр слёты 11-07-2016, 13:18 / Йәмғиәт

Көслөләр һәм етеҙҙәр слёты

Июнь аҙаҡтарында Азапкин яланында ҡала-район мәктәптәре уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттарының сираттағы 62-се традицион туристик слёты үтте. Был юлы слётта район- ҡала мәктәптәренән - 23 һәм Белорет педагогия колледжынан 1 команда ҡатнашты. Яурындарына арҡан, карабин, жумар һәм башҡа махсус турист кәрәк- яраҡтары аҫҡан малайҙар, ҡыҙҙар шәхси һәм команда беренселегенә төрлө дистанцияларға йүгерҙе. Уҡыусылар 5 көн дауамында барған ярышта эҙләү-ҡотҡарыу эштәре алып барҙы, тарихи викторина һорауҙарына яуап бирҙе, төрлө конкурстарҙа ҡатнашты. Тәрбиәселәре, етәкселәре менән бергә...
Исмаҡайҙа Йәштәр көнө 11-07-2016, 13:16 / Йәмғиәт

Исмаҡайҙа Йәштәр көнө

Исмаҡайҙа Һарыбай аҫты яланында Йәштәр көнөнә арналған йәштәр һабантуйы үткәрелде. Байрамды үткәреүгә алтын эҙләүселәрҙең етәксеһе Сергей Александрович Храмов аҡсалата ярҙам күрһәтте. Ауыл халҡы был юлы байрамға әүҙем генә, ваҡытында йыйылды һәм күңелле ял итте. Староста Радик Тимерғәле улы Мәх- мүтов бағыусыға рәхмәт әйтеп, байрамды башлап ебәрҙе. Башҡорт халыҡ уйындары менән берлектә күңелле эстафеталар ауылдаштарға бик оҡшаны, үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы булды. “Бесәй Базилио һәм төлкө Алиса”, “Сәйәхәтсе тәлмәрйен”, “Крокодил”, “Мәскәй әбейҙәр ярышы” һәм башҡа уйындарҙа йәштәр ихлас ҡатнашты. Гер...
Тирләп эшләй, гѳрләп йәшәй ҡаһармандар! 11-07-2016, 13:13 / Йәмғиәт

Тирләп эшләй, гѳрләп йәшәй ҡаһармандар!

Ҡаһарманда ауылға нигеҙ һалған Ҡаһарман Юнаевка 230 йыл тулыуға арналған һабантуй гѳрләп үтте. Эшҡыуарҙар ярҙамы, ауыл халҡы кѳсѳ менән үткәрелгән был байрам бала-сағаны, йәшен-ҡартын - барыһын бергә йыйҙы. Байрамды тантаналы асҡас, ветеран- уҡытыусы Ҡасим Хәйретдин улы Нафиҡов ҡыҫҡаса ауыл тарихы менән таныштырҙы. Ауыл старостаһы Эльзира Закир ҡыҙы Ғәлина сараны ойоштороусыларға, эшҡыуарҙарға Үҙән ауыл Советы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырып, тырыш ауылдаштарын байрам менән ҡотланы. Ҡотлау һүҙҙәре менән бағыусылар - ауыл Советы депутаттары Биктимер Тѳлкѳбай улы Ғәлин менән...
Һөҙөмтәле булды 11-07-2016, 13:12 / Йәмғиәт

Һөҙөмтәле булды

Уҙған аҙнала суд приставтары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, һалым инспекцияһы, ваҡытлы матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән штрафтар, һалым һәм Пенсия фондына бурыстар буйынса рейд үткәрҙе. Унда “Юл приставы” тип аталған автоматлаштырылған программалы камера ҡулланылды. Камера машинаның дәүләт номеры буйынса уның хужаһы тураһында бөтә мәғлүмәтте, йәғни штраф, һалым һәм башҡа бурысты экранда күрһәтеп торҙо....
Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай 11-07-2016, 13:10 / Йәмғиәт

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай

2014 йылда Башҡортостанда “Урындағы инициативаларҙы яҡлау” программаһы буйынса пилот проект булдырылғайны. Әлеге ваҡытта Республика Башлығы Рѳстәм Зәки улы Хәмитов һәм Республика Хѳкүмәте ҡарарына ярашлы, Бѳтә Донъя банкы менән берлектә республика буйынса ошо программаны тормошҡа ашырыу буйынса эштәр бара. Был программа ауылдар ѳсѳн генә түгел, ҡала ѳсѳн дә тәғәйенләнгән. Уның башҡа программаларҙан тѳп айырмаһы шунда - халыҡтың ниндәйҙер проблеманы хәл итеүгә үҙе башлап инициатива күрһәтеүе һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә булып, хеҙмәттәшлек итеүе. Кѳстәрҙе...
Дөлдөл атта ҡайтты ҡурайсы 11-07-2016, 13:09 / Йәмғиәт

Дөлдөл атта ҡайтты ҡурайсы

Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы уҙҙы. Был сара мәшһүр ҡурайсының тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды Мәртәбәле конкурс 1991 йылдан бирле үткәрелә. Уның жюри рәйесе - Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, үҙе лә ошо конкурста еңеп сыҡҡан Юлай Ғәйнетдинов. Конкурс ѳс турҙа - 12 йәшкә, 16 һәм унан олораҡ йәш категорияларында үтте. Быйылғы конкурсҡа республиканың 12 районынан, 7 ҡалаһынан һәм Ырымбур ѳлкәһенән, Марий-Эл Республикаһынан 300-ҙән ашыу ҡурайсы кѳсѳн һынарға килде. Иң йәш ҡатнашыусыға - 7, ә иң...