Бирҙеғолдоң бирнәле ҡыҙы 11-07-2016, 13:08 / Йәмғиәт

Бирҙеғолдоң бирнәле ҡыҙы

Үтә лә сабыр, тыйнаҡ Рафиға Хәсән ҡыҙы Ғәлиуллинаның иң ҙур байлығы - балалары һәм шиғриәт, тиһәк, һис тә яңылышмабыҙ. Хоҙай тарафынан бирелгән оло бүләк - әсәлек һәм ижад бәхетенә төрөнөп йәшәй ул. Ҡыҙҙар кеүек килешле кәүҙәле, нәзәкәтле ҡатындың бына тигән дүрт бала әсәһе булыуына, күпләп мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәүенә ышанғы ла килмәй. Намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны бөгөн ейән-ейәнсәрҙәренә телебеҙҙең, йолаларыбыҙҙың нескәлектәрен төшөндөрә, йәшәү серҙәренә өйрәтә. Ѳс шиғри китап авторы хикәйә оҫтаһы ла. Уның теле кинәйәле, юморға бай. Рафиға Ғәлиуллинаның Инйәр...
Изгелек өләшкән йорт 11-07-2016, 13:07 / Йәмғиәт

Изгелек өләшкән йорт

Үҙәндә балалар йорто 1931 йылда Совет урамында асыла. Был йортҡа 33 бала тәрбиәләнергә килә. 1990 йылда бѳтә уңайлыҡтары булған яңы бина тѳҙѳлә һәм балалар ѳсѳн бѳтә шарттар ҙа булдырыла: китапхана, оҫтахана, компьютер, тренажер бүлмәләре, тѳрлѳ спорт түңәрәктәре һәм секциялары ойошторола. 85 йыл осоронда Үҙән балалар йортонда 6 директор эшләй. 1982 йылдан алып был вазифа йѳгѳн Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Луначарский исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Белорет районы һәм ҡалаһының почетлы гражданины Мария Михайловна Калуцкая тарта. Ул 34 йыл буйы...
11-07-2016, 13:06 / Йәмғиәт

"Йәйләү" рух һәм сәмде нығытты

Республикабыҙҙа 1998 йылдан бирле һәләтле балаларға белем биреү һәм һауыҡтырыу йүнәлешендәге “Йәйләү” ял итеү үҙәге эшләп килеүен хәҙер белмәгән ата-әсә юҡтыр. Үҙәкте ойоштороуҙы үҙ эшенең оҫтаһы булған тәжрибәле педагог, яҙыусы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева башлап ебәргәйне. Йәйләү даны күрше ѳлкәләргә лә таралыуы, бында ял итергә теләгән балаларҙың йылдан-йыл күбәйә барыуы уның уңышлы, һѳҙѳмтәле эшләүе хаҡында һѳйләй. Һуңғы йылдарҙа ул республиканың Мәғариф министрлығы күҙәтеүе аҫтына алынып, уның ярҙамы менән эшләй. Бѳгѳн бик күп кенә ата-әсәләр балаларын халыҡ педагогикаһы, милли...
Сауҙаға арналған ғүмер 11-07-2016, 11:46 / Йәмғиәт

Сауҙаға арналған ғүмер

Бөгөнгө юбилярыбыҙ беҙҙең арала юҡ. Уға 80 йәшлек юбилейын үткәрергә Хоҙай насип итмәне, ләкин беҙ уны онотмайбыҙ, иҫкә алабыҙ. Иҫкә алырлыҡ та, сөнки ул иптәштәре, ауылдаштары, район халҡы араһында ҙур абруй ҡаҙанды, уны ихтирам иттеләр....
Тарихҡа сәфәр ҡылдыҡ  Шәжәрә байрамында 11-07-2016, 11:44 / Йәмғиәт

Тарихҡа сәфәр ҡылдыҡ Шәжәрә байрамында

Тамыры тере ағас ныҡ була. Халыҡ та тап шулай. Нәҫелеңде, ете быуыныңды беләһең икән, тимәк, һин дә тере. Ауыл тарихына яңы бит өҫтәп, тамырҙарҙы һаҡлап ҡалыу, нәҫелдәр ебен барлау, йәш быуынға еткереү, Хоҙайбирҙе тоҡомоноң ейән- ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре менән таныштырыу маҡсаты менән үткән шәмбе Әхмәр ауылында Шакировтар нәҫеленең Шәжәрә байрамы ойошторолдо. Ойоштороусылар был маҡсатҡа тулыһынса иреште, тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә була. Күптән осрашмаған туғандар нәҡ ошондай байрамдарҙа күрешә, берләшә. Борон да бит башҡорттар йыйын ҡороп, туған-тыумасаһы менән аралашып, күңел асыр,...
Бөгөн беҙҙә һабантуй,  эштәреңде ситкә ҡуй! 11-07-2016, 11:41 / Йәмғиәт

Бөгөн беҙҙә һабантуй, эштәреңде ситкә ҡуй!

- Ҡыҙым, тор инде! Бәхетеңде йоҡлап үткәреп ҡуйма, - өләсәйемдең иркә тауышынан бигерәк, йорт эсендә яңы бешкән ҡоймаҡ еҫенән күҙҙәремде сылт итеп асып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. - Әйҙә, йәһәтерәк, сәй ҡайнаны. Ҡаҙ бәпкәләрен Ағиҙел ярына төшөр, ана-а-ау тоҡсайға киптереп әҙерләгән ҡороттарҙы һалырға онотма... Өләсәйемдең йомоштарын “һә” тигәнсе үтәп, алдына килеп баҫтым. Үҙемдең түҙемһеҙлектән күҙҙәрем яна. Ни тиһәң дә, хәҙер миңә ай буйы күҙҙе ҡыҙҙырып, өй түрендә эленеп торған тәтәй күлдәк кейеү бәхете тейеп, һабантуй үтәсәк яланға барасаҡбыҙ. Ауыл һабантуйына! Бөтә ауыл халҡы йыл...
Ил батырҙарын онотмай 11-07-2016, 11:39 / Йәмғиәт

Ил батырҙарын онотмай

Иҫтәлекле кѳнгә арнап ҡаланың Геройҙар аллеяһындағы Мәңгелек утҡа һәм 298-се уҡсылар полкы һуғышсылары һәйкәленә веноктар һәм сәскәләр һалынды. Сарала муниципаль район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары, ветерандар, һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары ҡатнашты. Улар ҡаланың Уҡшуҡ зыяратындағы 186-сы уҡсылар дивизияһы 298-се уҡсылар полкының ҡала-райондан саҡырылған һәм 1941 йылдың июлендә Беларуссияла Кѳнбайыш Двина ярында һәләк булған ете билдәһеҙ яугир һәйкәленә лә барып сәскәләр һалды һәм уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА....
Һуғыш эсендәге никах 11-07-2016, 11:38 / Йәмғиәт

Һуғыш эсендәге никах

Ҡәһәрле һуғыш башланыуға быйыл 75 йыл. 1941 йылдың 22 июне элекке Союзда булған илдәр, Рәсәй ѳсѳн онотолмаҫлыҡ ҡайғы кѳнѳ. Дошманды дѳмѳктѳрѳр ѳсѳн күпме яугир башын һалды, күпме зәғифтәр, етем балалар, емерелгән яҙмыштар, ѳҙѳлгән хыялдар - әйтеп бѳтѳргѳһѳҙ юғалтыуҙар булды. Беҙҙең Шығай ауылынан типһә тимер ѳҙѳрлѳк, һау-сәләмәт 155 ир- егет һуғышҡа китһә, шуларҙың 62- һе генә, кемеһелер ҡулын йә аяғын ҡалдырып, икенселәре тѳрлѳ яралар алып, ауылына кире әйләнеп ҡайта ала. 93 ауылдашыбыҙҙың һѳйәктәре сит-ят ерҙә ятып ҡала. Бәләкәй генә ауыл ѳсѳн был оло юғалтыу. Тыуған илен һаҡлап, яу ҡырына...
Ветеранға сертификат тапшырылды 11-07-2016, 11:36 / Йәмғиәт

Ветеранға сертификат тапшырылды

18 майҙа Үҙәнбаш ауылында йәшәгән Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Әбүбәкир улы Әбүталипов 95 йәшен билдәләгәйне. Ул Шығай ауылы хакимиәте биләмәһендә йәшәгән иң оло кеше. Ошо кѳндәрҙә ветеран тағы ла ҙур ҡыуаныс кисерҙе - уға торлаҡҡа сертификат тапшырҙылар. Хәсән Әбүбәкир улының шатлығын уртаҡлашып, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Рамил Шәрәфетдинов, Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Мѳхәмәтдинов сертификатты ветерандың ѳйѳнә барып тапшырҙы. Р.МУСИНА....
Һәр секунд иҫәптә 11-07-2016, 11:35 / Йәмғиәт

Һәр секунд иҫәптә

«Хәүефһеҙлек мәктәбе» республика ярыштары 1998 йылдан ойошторолоп килһә лә, ошондай кимәлдә ул өсөнсө тапҡыр уҙҙы. Биш көнгә иҫәпләнгән күнекмәләрҙә республиканың 36 ҡала- районынан 39 команда көс һынашты. Программа ете төр һынауҙан торҙо һәм һәр команда йәш буйынса ике төркөмгә - А һәм Б класына бүленде. Спорт менән шөғөлләнгән, сәләмәт, физик яҡтан үҫешкән һәм тормошта килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмаған балалар тәрбиәләү - проекттың төп маҡсаты....