Ырыуҙар киләсәге йәштәр ҡулында 16-08-2016, 15:31 / Йәмғиәт

Ырыуҙар киләсәге йәштәр ҡулында

20 августа Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны үтә Беҙҙең район ауылдары Ҡатай волосы сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Башҡортостан территорияһына ҡатайҙарҙың ата-бабалары XIII быуаттың уртаһында килеп урынлаша. XIV быуаттың аҙаҡтарында ҡатайҙар көнсығышҡа - Ағиҙелдең урта ағымына һәм Инйәр йылғаһы үҙәндәренә йүнәлә, ә ҡатайҙарҙың төп өлөшө төньяҡта Танып йылғаһы буйында күсмә тормош алып бара. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ҡатай ауылдары һаны 25-кә етә. Кантонлыҡ идара иткән осорҙа улар бөтәһе 6-сы кантонлыҡтың 27-30 тирмәһенә ҡарай....
Хеҙмәт ҡануниәтендәге мәсьәләләр ҡаралды 16-08-2016, 15:30 / Йәмғиәт

Хеҙмәт ҡануниәтендәге мәсьәләләр ҡаралды

Бѳгѳн халыҡты ҡануниәткә ярашлы эшкә урынлаштырыу, эш хаҡтары түләүҙе тотороҡландырыу, конверттағы эш хаҡтарын булдырмау, эш биреүсе һәм хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ-ара мѳнәсәбәттәрен кѳйләү, был йәһәттән проблемаларҙы хәл итеү, халыҡтың хеҙмәт ҡануниәтендәге белемен арттырыу кѳнүҙәк проблемаларҙың береһе булып тора. Был мәсьәләне хәл итеү ѳсѳн «ҡыҙыу линиялар» эшләй, халыҡты ҡабул итеүҙәр, семинар-кәңәшмәләр ойошторола. Ошондай сараларҙың береһе муниципаль район хакимиәтендә уҙҙы. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников етәкселегендәге тѳбәк семинар-кәңәшмәлә Республика...
Донъяны яулай башҡорт ҡыҙы 16-08-2016, 15:28 / Йәмғиәт

Донъяны яулай башҡорт ҡыҙы

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борон-борондан уҡ сая, ғорур, кѳслѳ зат булыуын яҡшы беләбеҙ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, нимәгә тотанһалар ҙа, башҡаларҙы аһ иттереп, бынамын итеп башҡарып сығыу һәләте бар уларҙа. Борондан килгән был сифат бѳгѳн дә үҙенсәлеген юғалтмай. Гүзәл заттарыбыҙ тѳрлѳ ѳлкәләрҙә әленән-әле донъя кимәлендә таныла, үҙҙәренең генә түгел, республикабыҙҙың данын ситкә тарата. Нәфислек, матурлыҡ талап иткән мәҙәниәт, сәнғәт булһынмы, йылғырлыҡ, сыҙамлыҡ кәрәк булған спорт ѳлкәһеме, әллә инде тәрән аҡыл, сабырлыҡ ѳҫтѳнлѳк алған сәйәсәтме - һәр ҡайһыһында улар ныҡлы урынын тапҡан,...
«Эштәрегеҙ яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы» 16-08-2016, 15:25 / Йәмғиәт

«Эштәрегеҙ яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы»

13 августа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рѳстәм Хәмитов эш сәфәре менән ҡалала булып китте. Белоретта Республика етәксеһе 2005 йылда асылған һәм тѳрлѳ модификациялы трос, металл конструкциялар етештергән “Стропкомплект” йәмғиәтенең производство майҙансығында булды. Предприятие хеҙмәткәрҙәре етештергән продукциялары 500 тоннаға тиклем ауырлыҡты күтәрә алыуын эш барышында иҫбатлап күрһәтте. Директор урынбаҫары Вадим Исаенко һѳйләүенсә, предприятие бер нисә йыл элек элекке тимер-бетон изделиелары заводының производство ба- заһын һатып алып, реконструкциялауға 100 млн. һумға яҡын аҡса...
80 кеше мөрәжәғәт итте 16-08-2016, 15:23 / Йәмғиәт

80 кеше мөрәжәғәт итте

Ҡаланың музыка мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмѳхәмәтов етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, транспорт һәм юл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалығы, ер һәм мѳлкәт мѳнәсәбәттәре, тѳҙѳлѳш һәм архитектура, урман хужалығы буйынса министр урынбаҫарҙары, дәүләт комитеттары рәйестәре район халҡы ѳсѳн күсмә ҡабул итеү ойошторҙо. Был кѳндә белгестәргә 80 кеше мѳрәжәғәт итте. Иң күп һорауҙар торлаҡ-коммуналь хужалығы, торлаҡ йорттар буйынса социаль файҙаланыу килешеүе тѳҙѳү, шәхси тѳҙѳлѳш ѳсѳн...
Комиссия әүҙем эшләне 16-08-2016, 15:20 / Йәмғиәт

Комиссия әүҙем эшләне

Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының административ комиссиялар менән эшләү буйынса баш белгесе Г.М. МӘХМУДОВА, “Башҡортостан Республикаһының дәүләт юридик бюроһы” учреждениеһының хоҡуҡи ярҙам бүлегенең тѳп белгесе А.И. БИГЛОВА граждандарҙы ҡабул итте. Хѳкүмәт ҡарарына ярашлы, бындай ҡабул итеү йылына бер тапҡыр һәм алдан билдәләнгән график буйынса үткәрелә. Ошон- дай сара былтыр беҙҙең районда апрель айында үткәрелгән, туғыҙ кеше мѳрәжәғәт иткән. Ҡабул итеү эшендә урындағы ведомство вәкилдәре - район-ҡала дәүләт...
Уңған ир-егеттәр күберәк булһын 16-08-2016, 15:18 / Йәмғиәт

Уңған ир-егеттәр күберәк булһын

Һуңғы йылдарҙа ауыл тормошонда старосталар әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Һәр сара, ѳмә һәм башҡа йәмәғәт тормошо уларһыҙ үтмәй. Урындағы үҙидаралыҡтар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Уҫманғәле ауылы старостаһы Ришат Зариф улы Нәғимов та иңенә алған яуаплылыҡты намыҫлы үтәй. Ышаныс- тарын аҡлағанға ауылдаштары уны икенсе тапҡыр староста итеп һайлап ҡуйҙы....
Белореттың бренды буласаҡ 16-08-2016, 15:16 / Йәмғиәт

Белореттың бренды буласаҡ

Һәр тѳбәк үҙенә генә хас үҙенсәлеккә эйә, уның башҡаларға данлап һѳйләр тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, етештергән тауары, гүзәл тәбиғәте бар. Шуға күрә территорияларҙы брендлау - бѳгѳн кѳнүҙәк һәм заман проблемаларының береһе. Тормош тиҙ үҙгәреп тороу сәбәпле, үҙ тѳбәгеңдең үҙенсәлеген юғалтмау, башҡаларҙан айырылып тороу ѳсѳн яңынан-яңы механизмдар уйлап табырға, урындағы брендты булдырырға ла тура килә. “Бренд” тѳшѳнсәһен ҡулланырҙан алда, уның мәғәнәһен аңлау мѳһим. Бренд - ул үҙенең имиджын булдырған сауҙа маркаһы. Маркетингта был һүҙ компания, етештерелгән продукт йәки күрһәтелгән хеҙмәт...
Беҙҙән башҡа бер кем түгел! 16-08-2016, 15:14 / Йәмғиәт

Беҙҙән башҡа бер кем түгел!

Ошо девиз аҫтында хеҙмәт иткән, хәрби бурысын үтәгән ил һаҡсылары - һауа-десант ғәскәрҙәре 2 августа һѳнәри байрамдарын билдәләне. Һауа-десант ғәскәрҙәре кѳнѳ - иң йәш байрамдарҙың береһе. Ул 2006 йылдың 31 майында Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән барлыҡҡа килә....
Иҫәп алыусы Әлфиә 16-08-2016, 15:12 / Йәмғиәт

Иҫәп алыусы Әлфиә

Иҫәп алыу буйынса Йөйәк, Ғәбдөк ауылдарын хеҙмәтләндергән Әлфиә Фәнил ҡыҙы БАҺАУЕТДИНОВА ошо көндәрҙә һәр йортта булып, хужалар менән һөйләшеп, кәрәкле документтарҙы тултырыу өҫтөндә тырышып эшләй....