Футболһыҙ йәй булмай 16-08-2016, 15:10 / Йәмғиәт

Футболһыҙ йәй булмай

Сосновка балалары нәҡ шулай тип хәл итте һәм ауыл мәҙәниәте йортоноң йәйге ялды ойоштороу штабында үҙ пландарын тѳҙѳнө. Улар бит Сосновка- ла йәй үткәреү, ауыл кубогына турнир ойоштороу тураһында ҡыш буйы бушҡа ғына хыялланманы. Былтырғы уйында еңгән команда малайҙары йәй етеүен бигерәк тә түҙемһеҙләнеп кѳттѳ....
Тѳп бүләк - гәзиттең яҡын дуҫына! 16-08-2016, 15:08 / Йәмғиәт

Тѳп бүләк - гәзиттең яҡын дуҫына!

Ҡалабыҙҙың "ТеплоТрейд" йәмғиәте вәғәҙә иткән тѳп бүләгебеҙ, ниһайәт, хужаһын тапты. Алдан иғлан итеүебеҙсә, бүләкте 6 айға "Урал" гәзитенә яҙылғандарҙың береһе отоп алырға тейеш ине. Гәзитебеҙҙең тѳп бүләге - йылытҡыс ты июль айында отторорға һүҙ биргәй- нек. Бүләк оторға теләүселәр бик күп ине, шулай ҙа был бәхеткә Түбәнге Телмәй ауылында йәшәгән Рима Сабит ҡыҙы Солтанова эйә булды. Рима апай Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән тырыш, сәмле ҡыҙ 12 йәшенән эшкә сыға һәм 17 йәшенә тиклем колхозын үҫтереүгә кѳс һала. Артабан 1969 йылдан 1982 йылға тиклем ҡалала йәшәй. Рима апайға үҙ...
Байрам күңелле үтте 16-08-2016, 15:06 / Йәмғиәт

Байрам күңелле үтте

Верхнебельский ауылында тѳрлѳ милләт халҡы йәшәй. Яңыраҡ ҡына улар бергәләп, Иҙел буйында Шәжәрә байрамын үткәрҙе. Алексеевтар ғаиләһе үҙҙәренең шәжәрә ағасын төҙөгән, милли ризыҡтарын әҙерләгән. Ҡатын-ҡыҙҙары матур, сағыу шәлдәрҙә рус йырҙарын йырланы. Мордва милләтенән булған Малыгиндар ғаиләһе лә шәжәрә тѳҙѳгән. Улар милли мордва кейемендә йырҙар башҡарҙы, үҙҙәре яҙған шиғыр аша ғаиләләре менән таныштырҙы һәм ҡунаҡтарҙы милли аш- һыуы менән һыйланы. Мордваларҙың сығышын барыһы ла үҙ итте....
Теләһәң - Ҡара диңгеҙҙе, теләһәң - Инйәр буйын... 16-08-2016, 15:04 / Йәмғиәт

Теләһәң - Ҡара диңгеҙҙе, теләһәң - Инйәр буйын...

Республиканың климатына бәйле “Беҙҙә 9 ай ғына ҡыш, ҡалғаны тулыһынса йәй” тигән шаяртыу бар. Ана шул тулыһынса йәй миҙгелендә һәр кемдең ял иткеһе, сәләмәтлеген нығытҡыһы килә. Шуға ла улар отпускыһын йәй айҙарында алырға тырыша. Кемдер сит ил, Рәсәй, Ҡырым курорттарында ял итеүҙе хуп күрһә, икенселәре республиканың гүзәл тәбиғәтенә хозурлана, йылға-күл буйҙарына сыға, тауҙарға артыла, ялын сәләмәтлектәре өсөн файҙаланып, шифаханаларға юлламалар ала....
Алдынғы уҡытыусы 16-08-2016, 15:03 / Йәмғиәт

Алдынғы уҡытыусы

Быйылғы һабантуйҙа “Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре” булып танылған Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы ҠАҺАРМАНОВА ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта....
Үткәндәр менән бәйләүсе сылбыр 16-08-2016, 15:01 / Йәмғиәт

Үткәндәр менән бәйләүсе сылбыр

Һуңғы йылдарҙа яңынан-яңынан китаптар йыш сығып тороуы ҡыуандыра. Был эште үҙ иҫәбенә башҡарыусыларҙың күбәйеүе лә ыңғай күренеш. Берәүҙәр нәҫел-нәсәбенең арҙаҡлы шәхестәрен, шәжәрәһен, икенселәре тыуған яғын, яҡташтарын тарихта ҡалдырғыһы, ѳсѳнсѳләре шәхси ижад емештәрен башҡалар менән бүлешкеһе килә....
Халҡыбыҙ белемле кешеләре, матур ғаиләләре менән кѳслѳ 16-08-2016, 14:59 / Йәмғиәт

Халҡыбыҙ белемле кешеләре, матур ғаиләләре менән кѳслѳ

Уҡыу, белем эстәү борон-борондан килгән мәртәбәле, изге эш. Уҡыған кешегә электән үк хѳрмәт, ихтирам менән ҡарағандар, улар менән кәңәшләшкәндәр, һүҙҙәренә ҡолаҡ һалғандар. Бушҡа ғына хәҙистә лә бит ”Ҡытайға барып булһа ла белем ал” тип әйтелмәгән. Шуға күрә, техника түгел, күптәрҙең аты ла булмаған заманда ла меңәр саҡрымдарҙы йәйәүләп үтеп, белем алыу ғәҙәти эш һаналған. Хәйер, хәҙер әллә ҡайҙа ер аяғы - ер башына китеү ҙә кәрәкмәй, бѳгѳн бының ѳсѳн мѳмкинлектәр етерлек. Тѳрлѳ йүнәлештә камиллашырға, теләгән һѳнәреңде үҙләштерергә була. Заман менән бергә атлаған белемле, алдынғы ҡарашлы...
Имтихан биреп, уңаңмы-туңаңмы? 16-08-2016, 14:56 / Йәмғиәт

Имтихан биреп, уңаңмы-туңаңмы?

Белем донъя асҡысы - дәрәжә баҫҡысы, ти халыҡ. Сығарылыш класы ѳсѳн һынауҙар артта ҡалды. Мәктәпте тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтихандарының һѳҙѳмтәһен ҡулына алғандан һуң, документтарын теләгән уҡыу йорттарына тапшыра башланы. Рәсәй вуздары менән бер рәттән республиканың юғары уҡыу йорттары ла абитуриенттарҙан документтар ҡабул итә. Хәҙерге юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһын ѳлкәнерәк ағай-апайҙар һәм ата- әсәләрҙең үткәндәре менән сағыштырып булмай, әлбиттә. Элегерәк абитуриенттар аҙналар буйына уҡыу йорттары тупһаларын тапап, тѳрлѳ һынауҙар үтергә мәжбүр булһа, әлеге ваҡытта...
Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре 16-08-2016, 14:33 / Йәмғиәт

Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре

Һабантуйҙа “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” булып танылған Сәғирә Сабирйән ҡыҙы ШӘРӘФЕТДИНОВА тураһында район-ҡалала белмәгән кеше юҡтыр. Һәр яҡлап та килгән, күп ҡырлы талантлы, һәләтле ҡатынды мәғрифәтсе лә, мәҙәниәтсе лә, әҙәбиәтсе лә тиергә була, сөнки ул оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләне, шиғырҙар, хикәйәләр яҙа, хәҙер инде Шығай мәҙәниәт йорто директоры, “Өлкәр” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе булып эшләй. Бөтә булмышы, күңеле һәм йөрәге менән илһөйәр, телһөйәр ижадсының һәр әҫәре саҡматашҡа тиң. Уның теле лә, сылтырап аҡҡан шишмә кеүек, һутлы ла, моңло ла. Юғары мәҙәниле кешенең мәҙәниәткә...
Егәрле эшһеҙ ятмаҫ 16-08-2016, 14:28 / Йәмғиәт

Егәрле эшһеҙ ятмаҫ

Һабантуйҙа Әхмәрҙән Гөлфинә Сабит ҡыҙы һәм Раян Миңдебай улы ҺАРУНОВТАРҙың “Иң яҡшы фермер хужалығы” булып танылыуы юҡҡа ғына түгел. Етмәһә, Гөлфинә Сабит ҡыҙы “Иң яҡшы һауынсы” булараҡ бүләкләнде. Икеһе лә тырыш, уңған, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған ғаилә башлыҡтары бына 4 йыл инде үҙ хужалыҡтарын алып бара. 15 баштан башлап ебәргән хужалыҡта бөгөн 50 һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 21-е һауыла. Уларға 3 балалары менән туғандары ярҙам итһә, йәйгелеккә малсы һәм һауынсы алалар....