Зәңгәр яғыулыҡ килде биҫтәгә 16-08-2016, 14:26 / Йәмғиәт

Зәңгәр яғыулыҡ килде биҫтәгә

2009 йылда ҡалала Мата аръяғы-2 тип аталған яңы биҫтә тѳҙѳлә башланы. Хәҙер бындағы тѳҙѳлѳш барышы йылдан-йыл киңәйә. Әле биҫтәлә 100-ҙән ашыу йорт һалынған. Иң алда һыу, һуңынан электр уты үткәрелде, үткән аҙнала йорт хужаларына тәбиғи газ бирелде. Газ үткәреү эштәре 2014 йылда киң ҡолас алғайны. Генераль подрядсы “Газпром газ бүлеү Ѳфѳ” предприятиеһының Белореттағы филиалы газ үткәреү эштәренең барыһын да ваҡытынан алда үтәп барҙы....
Ғәзиз ҡалам! Гүзәл ҡалам! 16-08-2016, 14:23 / Йәмғиәт

Ғәзиз ҡалам! Гүзәл ҡалам!

Шәмбе көнө белореттар ҡала һәм металлургтар көнөн билдәләне. Үҙенең бай тарихы һәм матур традициялары, төрлө милләт халҡының дуҫлығы, хеҙмәте менән һуғарылған был байрамды металлургтар ҙа, ҡала халҡы ла көтөп ала. Шуға тантана башланырҙан алда уҡ Металлургтар майҙанында Василий Шәйхисламов етәкселегендәге тынлы оркестр барыһын да байрамға йыйып, тиҫтә йылдар халыҡ яратып ҡараған кинофильмдарҙан төрлө көйҙәр уйнаны. Байрам тантанаһына йыйыла башлаған оло йәштәге белореттар талғын көйҙәргә бейеп тә алды. Кемдер танышын осратып ҡосаҡлашты, хәтирәләргә бирелде, кемдер көйгә ҡу- шылып йырланы....
Йәш таланттар - “Байыҡ”та 16-08-2016, 14:21 / Йәмғиәт

Йәш таланттар - “Байыҡ”та

Ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында «Байыҡ» балалар телевизион конкурсының гала-концерты үтте. Һигеҙенсе йыл рәттән уҙғарылған «Байыҡ» телевизион бәйгеһенең һайлап алыу турында республика район-ҡалаларынан, башҡа тѳбәктәрҙән 2 меңдән ашыу бала ҡатнашты. Уларҙың 400-гә яҡыны финал этабына үтте. Финал конкурсы 4 июлдә асылды һәм 5 кѳн дауам итте....
Ергә эйелгән ас ҡалмаҫ 16-08-2016, 14:18 / Йәмғиәт

Ергә эйелгән ас ҡалмаҫ

Тәбиғәт биргән муллыҡты мәлендә йыйып-һатып ал Хозур мәл етте - урман-ҡырҙа еләк ҡыҙарып беште, болон- яландарҙағы сәскә төҫтәренән күҙҙәр ҡамаша, йүкә ағасынан аңҡыған бал еҫенән баштар әйләнә хатта. Йәй - уңыш үҫтереп, емеш-еләк йыйып, ҡышҡылыҡҡа витаминлы запас әҙерләү мәле. Өлгөрҙәр еләк йыйып, ҡышҡылыҡҡа ризыҡ әҙерләп ҡалырға ашыға. Уңған хужабикәләр күберәк ҡайнатмалар, һуттар эшләй. Ҡайһы бер егәрле апай-инәйҙәр үҙҙәре өсөн емеш-еләк йыйып ҡына өлгөрмәй, һатыуға сығарып, аҡса эшләп, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырырға ла форсат таба. Тырыштар урман-ҡырҙан ғына йыйып ҡалмай, баҡсаһында ла...
Ҡыйыуҙар, тырыштар төйәгендә 16-08-2016, 12:58 / Йәмғиәт

Ҡыйыуҙар, тырыштар төйәгендә

Йәйҙең матур көндәренең береһендә беҙ, Белорет педагогия училищеһының 1987 йылғы сығарылыш IV “Б” курсы сту- денттары, һәр йылдағыса осрашыу кисәһенә йыйына баш- ланыҡ. Былтырғы Учалы районында үткән осрашыуҙан ҡайтҡас, йыл һайын осрашып тороп, ә инде Баҡый ауылында тыуып үҫеп, шунда төпләнеп, ике баһадир егеткә ғүмер бүләк итеп, хәҙерге көндә ейән- ейәнсәренә өләсәй булған курсташыбыҙ Зәбирә Шәрипова (Лоҡманова) ошо осрашыуҙарға килә алмай. Яҙған мәҡәләне уҡығас та, бәйләнешкә сығыр тип өмөт иткәйнек. Эйе, ысынлап та, Зәбирәкәйебеҙ бәйләнешкә сыҡты һәм беҙҙе 29 июндә тыуған ауылы Баҡыйға...
Шарттар бар, хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел 16-08-2016, 12:56 / Йәмғиәт

Шарттар бар, хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел

Һәр ярты йыл һайын, Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ҡыҙыу мәле башлана. Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарға яҙылыу ҡырҡа һүлпәнәйгән ваҡытта, почта бүлексәләре ѳсѳн был иң яуаплы осорҙоң береһе. Рәсәй почтаһы илдә йәшәгән 20 миллион гәзит-журнал алдырыусыны хеҙмәтләндерә һәм уларға 1 миллиардтан ашыу ваҡытлы баҫма ташый....
«Комбинатым - ғорурлығым», 16-08-2016, 12:55 / Йәмғиәт

«Комбинатым - ғорурлығым»,

ти быйылғы һабантуйҙа “Иң яҡшы канат ишеү машинисы” булып танылған Гөлнара Әмир ҡыҙы ЗАКИРОВА. Ул “Белорет металлургия комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең 5-се авиация канат цехында 15 йыл эшләй һәм намыҫлы хеҙмәте менән етәкселек, коллегалары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙана....
Почта хеҙмәткәрҙәре байрам итте 16-08-2016, 12:53 / Йәмғиәт

Почта хеҙмәткәрҙәре байрам итте

Һәр йыл һайын, июлдең икенсе шәмбеһендә илебеҙ “Рәсәй почтаһы” кѳнѳн билдәләй. Ошо кѳндә почта тармағын үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индергән алдынғы хеҙмәткәрҙәргә бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары, юғары исемдәр бирелә....
Йорттарға яңы йөҙ 16-08-2016, 12:51 / Йәмғиәт

Йорттарға яңы йөҙ

Ҡалабыҙ күҙгә күренеп матурая, йәнләнә. Йорт ҡыйыҡтары ябыла, фасадтары яңыртыла. Муниципаль райондың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Вячеслав Калугин белдереүенсә, быйылғы миҙгелдә ҡала-район халҡынан йыйылған түләүҙәр иҫәбенә 22 йортҡа капиталь ремонт эшләү ҡаралған. Тик Точисский урамында урынлашҡан 19-сы йорттоң Металлургтар майҙанын уратып алған башҡа алты йорт менән берлектә мәҙәни мираҫ объекты исемлегендә тороуы, ҡытыршылыҡтар тыуҙырҙы. Йорт фасадын ремонтлау өсөн республиканың Мәҙәниәт министрлығынан рөхсәт ҡағыҙы кәрәк. Шуға ла был йортта ремонтлау эштәре туҡтатылды,...
Уведомление секретаря Общественной палаты Российской Федерации 2-08-2016, 12:09 / Йәмғиәт

Уведомление секретаря Общественной палаты Российской Федерации

Уведомление секретаря Общественной палаты Российской Федерации о начале процедуры выдвижения кандидатур в состав общественной наблюдательной комиссии общероссийским, межрегиональным, региональным общественным объединениям...