Донъяны сағыуыраҡ итәйек! 9-09-2016, 12:18 / ---

Донъяны сағыуыраҡ итәйек!

Хәҙер бөтәһе лә фотоға төшөрә. Хатта фотоаппараттары булмағандар ҙа. Һәр ваҡыт ҡул аҫтында йөрөткән гаджеттар яҡындарыбыҙҙы һәм дуҫтарыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙең матур күренештәрен, таң атыуын һәм ҡояш байыуын, үрмәксе ауындағы ысыҡты ла төшөрөргә ярҙам итә. Бына мин дә отпуск ваҡытында сәйәхәт иткән ғәжәп матур ил - Абхазияның пейзаждарын кеҫә телефонына төшөрмәй булдыра алманым. Тѳшѳрмәй мөмкин түгел ине шул: түбәһе күккә тоташҡан ҡая тауҙарға уралып аҡ болоттар йѳҙә, серпантин кеүек борғоланған юлдың боролошонда һеҙҙе шарлауыҡ ҡаршылай, Рица күле зәңгәр ҡосағына саҡыра. Өйгә ҡайтып,...
Кирәл тауын моңға сорнап 9-09-2016, 12:16 / ---

Кирәл тауын моңға сорнап

Үткән ял кѳндәрендә Отнурок ауылы эргәһендә - Кирәл тауы битендә “Малиновый аккорд” XI традицион автор йыры фестивале үтте. Йыл һайын сентябрҙә үткәрелгән сараға илебеҙҙең тѳрлѳ тѳбәктәренән йыр- моң һѳйѳүселәр һәм башҡарыусылар йыйыла....
Тәжрибәле иҫәп алыусы 9-09-2016, 12:15 / ---

Тәжрибәле иҫәп алыусы

Николаевка ауыл хакимиәтендәге 5-се инструктор участкаһында иҫәп алыусы булып эшләгән Рәмилә Рәшит ҡыҙы НӘБИУЛЛИНА ѳсѳн Бѳтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашыу ауырлыҡтар тыуҙырмай, сѳнки ул бындай сарала ѳсѳнсѳ тапҡыр ҡатнаша, тәжрибәһе ҙур....
Уңыш байрамы 9-09-2016, 12:13 / ---

Уңыш байрамы

Ломовка ауылында «Спас-Лакомка» фольклор байрамы уҙҙы. Матур сараны Ломовка мәҙәниәт йорто һәм муниципаль райондың мәғариф идаралығы ойошторҙо. Унда Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зѳһрә Рәхмәтуллина, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, финанс идаралығы начальнигы Әминә Зиятдинова, иҡтисад буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Ирина Ручкина, Ломовка ауыл хакимиәте башлығы Сергей Федоров, ауыл халҡы ҡатнашты. Байрам үткән мәҙәниәт йорто алдында ҡул эштәренең күргәҙмәһе,...
Хеҙмәтенә күрә хѳрмәте 9-09-2016, 12:12 / ---

Хеҙмәтенә күрә хѳрмәте

Ыҡсым, күркәм ѳй алдына килеп туҡта- ныҡ. Йорт матур, ҡапҡалары ныҡ - тағы ла быуат ваҡыт торорлоҡ. Кәртә эсенә асфальт түшәлгән, ихатала бер сүп тапмаҫһың, ѳйҙѳң эсе лә ыҡсым, зауыҡ менән йыһазландырылған. Бик егәрле, уңған кешеләр йәшәгәне әллә ҡайҙан күҙгә ташлана......
Комбинат спорт байрамы ойошторҙо 9-09-2016, 12:08 / ---

Комбинат спорт байрамы ойошторҙо

Белорет металлургия комбинаты Белем кѳнѳнә арнап, “Бѳтә ғаилә менән стадионға!” тип аталған спорт байрамы ойошторҙо. Сарала комбинат эшселәренән торған 125 ғаилә һәм I класҡа барған 109 бала ҡатнашты. Комбинат администрацияһы, профсоюз комитеты һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған сара бик үҙенсәлекле үтте. Тәүҙә балалар стартҡа баҫты. Улар 100 метр арауыҡҡа уҙышты. Ҡыҙҙар араһында иң етеҙе Александра Пестова булһа, малайҙарҙан Глеб Горелов беренсе булып килде. Еңеү яулаған балаларға спорт инвентарҙары бүләк иттеләр, ярышта ҡатнашҡандарға канцелярия кәрәк-яраҡтарын алыу ѳсѳн сертификаттар...
Мәҙәниәт  - рухыбыҙҙың бер ѳлѳшѳ 9-09-2016, 12:07 / ---

Мәҙәниәт - рухыбыҙҙың бер ѳлѳшѳ

Мәҙәниәт тураһында фекер йѳрѳтһәң, уның күп яҡлы, тәрән мәғәнәле тѳшѳнсә булыуын аңлайһың. Уның эсенә тәрбиәләү, белем биреү, үҫтереү кеүек бурыстар ҙа ѳҫтәлеүе, ошо ѳлкәлә эшләүселәр иңенә тағы ла ҙурыраҡ йѳк, яуаплылыҡ һала. Ә инде кемгәлер нимәлер ѳйрәтер, уны тәрбиәләр алдынан үҙеңә лә бар яҡлап та алдынғы, һәр ѳлкәлә лә белемле булыу талабын иҫәпкә алһаң, был мәсьәләнең мѳһимлеге тағы бер тапҡыр арта тѳшә....
Ағас менән һаҡ эш итегеҙ 9-09-2016, 12:02 / ---

Ағас менән һаҡ эш итегеҙ

Район халҡының тормошо урмандан айырылғыһыҙ, ағас яғыулыҡ, тѳҙѳлѳш материалы булараҡ та киң ҡулланыла. 2007 йылдан яңы Урман кодексы буйынса йәшәй башланыҡ, шулай уҡ урман мѳнәсәбәттәрен кѳйләгән закондар, акттар үҙгәреп, камиллашып тора. Ошо турала Башҡортостан Республикаһы Урман министрлығының Белорет урмансылығы буйынса территориаль бүлектең баш белгесе, эксперты Азамат Әмин улы ӘБСӘЛӘМОВ менән әңгәмәләштек....
Биҫтәгә газ килде 9-09-2016, 12:01 / ---

Биҫтәгә газ килде

Ҡала ѳсѳн шатлыҡлы сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков, “Газпром газ бүлеү Ѳфѳ” предприятиеһының Белореттағы филиалы начальнигы Данир Шафиҡов һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты....
Мәктәп икенсе һулыш алды 9-09-2016, 12:00 / ---

Мәктәп икенсе һулыш алды

Белем көнө Туҡан ауылында икеләтә шатлыҡлы булды. Былтыр башланған капиталь ремонттан һуң өр-яңы төҫ алған мәктәп файҙаланыуға тапшырылды. Туҡан мәктәбе 60-сы йылдарҙа төҙөлә. Ошо ваҡыттан белем усағы әллә күпме лайыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтереп сығара, спорт йүнәлеше лә әүҙем үҫешә. Әммә ярты быуаттан ашыу ғүмер эсендә бер тапҡыр ҙа ҙур ремонт яһалмай, бина иҫкерә. Хәл былтыр февралдә төбәккә Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов килгәс кенә үҙ- гәрә. Рөстәм Зәки улы мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә, белем усағын төҙөкләндерергә, заманса үҙгәртергә ҡуша. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ тигәндәй, йыл аҙағында...