Бер нисә йылдан яңы ферма буласаҡ 15-09-2016, 10:59 / ---

Бер нисә йылдан яңы ферма буласаҡ

Ишле ауылы совет осоронан тимер юл үҙәге булараҡ билдәле. Ауыл аша Белорет металлургия комбинатынан Туҡандың тимер рудаһына тар колеялы тимер юлы үтһә, икенсе тармағы Инйәрҙең ағас-күмер мейестәренә юл алған. Шуға ла тимер юлын хеҙмәтләндереү, ремонтлау, шулай уҡ ағас әҙерләү ишлеләрҙең төп шөғөлө булған. Байтаҡ ауылдарҙы эш менән тәьмин иткән, уларҙың социаль-иҡтисади тормошонда мөһим роль уйнаған Туҡан- Ишле тимер юлы ла әкренләп үҙ эшмәкәрлеген туҡтатты. Тимер юлы ябылыу менән халыҡ та икенсе яҡтарға күсә башлай. Ҡайһы берҙәре бөтөнләйгә, икенселәре нисек тә булһа аҡса эшләү ниәте менән...