Ул шәхес  тәрбиәләй 27-09-2016, 11:32 / ---

Ул шәхес тәрбиәләй

Көн дә иртәнсәк балалар баҡсаһына килгән кескәйҙәрҙең шат йөҙҙәрен күреү, тауыштарын ишетеү, “апай, апай” тип килеп ҡосаҡлап алыуҙары, ата-әсәһенең үҙҙәренә ниндәй яңы уйынсыҡтар, китаптар һатып алыуы тураһындағы һуңғы яңылыҡтары, шатлыҡтары менән уртаҡлашыуы, тәрбиәсенең эш ваҡытында балаларҙы ҡарап тороусы ғына түгел, ә сабыйҙы үҫтереүсе, тирә-яҡ мөхиткә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүсе, аҡылын камиллаштырыусы, тәртипкә өйрәтеүсе, йәиһә бәләкәсте шәхес итеп формалаштырыусы кеше икәнлегенә тағы ла нығыраҡ инанаһың. Ә инде баҡсаға бала теләп йөрөй икән, өйҙә яратҡан тәрбиәселәрен телгә алып,...
27-09-2016, 11:15 / ---

"Реаль эштәр" кѳнүҙәк проблемаларҙы хәл итә

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты халыҡты борсоған тѳҙѳкләндереү, социаль әһәмиәттәге объекттарҙы ремонтлау, урамдарға электр уты, һыу үткәреү кеүек кѳнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Был проект тормошҡа ашырыла башлау менән район-ҡалала күп эштәр башҡарылды. Мәҫәлән, 2015 йылда Үҙән ауылы мәктәбендә электр ҡорамалдарына капиталь ремонт эшләү ѳсѳн - 2,741 млн. һум, 18-се мәктәптең йылылыҡ селтәрен капиталь ремонтлауға 1,337 млн. һум, Олойылға мәктәбенең ҡыйығын ябыуға 851,4 мең һум, ҡаланың Тюленин урамында яҡтыртыу эштәренә 1,501 млн. һум аҡса тотонолған. Быйыл...
Шишмә яңы төҫ алды 27-09-2016, 11:13 / ---

Шишмә яңы төҫ алды

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе башланғысы менән төҙөкләндерелгән объект Инйәр халҡына ла оло ҡыуаныс килтерҙе. Бында үҙенең тәмле, таҙа һыуын кешеләргә йөҙ йылдан артыҡ өләшкән шишмә һәм уның янындағы барыһының да яратҡан ял итеү, күңел асыу урыны булған майҙан төҙөкләндерелде. Халыҡ телендә “Ёлкин шишмәһе” тип йөрөтөлгән инеште хәҙер таныр- лыҡ та түгел: ул заманса материалдар менән кәртәләп алынған, ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан тәңгәленә ҙур диаметрлы торба ултыртылған, һыу алыу урындары ла уңайлы. Изге эш өсөн “Реаль эштәр” проектынан 230 мең һум аҡса бүленгән....
Киләсәккә ышаныс менән 27-09-2016, 11:11 / ---

Киләсәккә ышаныс менән

“Белорет рессор һәм пружина заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте - район-ҡалала тотороҡло эшләгән сәнәғәт предприятиеларының береһе. Илдәге кѳрсѳккә бирешмәй, киләсәккә ҙур пландар менән йәшәй һәм Машина эшләүселәр кѳнѳн лайыҡлы ҡаршы ала. Бай тарихы булған предприятие бѳгѳн дә заман менән бергә атлай. 2016 йылда Белорет рессор һәм пружина заводы бѳтә күрһәткестәр буйынса ла үҫеш кисерә. 2015 йылдың аҙағында уҡ заказдар арта һәм ошоға бәйле етештереү күләме лә үҫә. Мәҫәлән, быйыл һигеҙ айҙа техник-иҡтисади күрһәткестәр буйынса сәнәғәт етештереү индексы, үткән йыл менән сағыштырғанда, 129 процент...
Ҡаһарманлыҡҡа тиң ғүмер 27-09-2016, 11:06 / ---

Ҡаһарманлыҡҡа тиң ғүмер

Үлем һәр саҡ үкенесле килә, тип дөрөҫ әйтәләр. 87 йәшен билдәләгән ғәзиз кешемде ошо яҙмам менән шатландырырға уйлағайным. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул был көндө күрә алманы. Баҡыйлыҡҡа күсеүенә 2 октябрҙә 40 көн була. Тағы ла бер аҙ фекерҙәремде йыя алмай йөрөнөм. Әммә нисек кенә булмаһын - тормош бер туҡтауһыҙ алға тәгәрәй. Әсәйем һөйләгән саҡта уҡ күҙҙәрем йәшкә тула ине, ә хәҙер хис-тойғоларымды һис кенә лә тыя алмайым. Батыр йөрәкле, киң күңелле, үтә лә шәп, егәрле, оҫта ҡуллы булған икән ҡәҙерлебеҙ....