Хеҙмәт геройына - 85! 3-10-2016, 14:15 / ---

Хеҙмәт геройына - 85!

Район-ҡалабыҙҙа хеҙмәт юлын ғорурланып иҫкә алырлыҡ, башҡарған ғәмәлдәрен ѳлгѳ итеп ҡуйырлыҡ абруйлы кешеләр бик күп. Сәғиҙә Хашим ҡыҙы МѲХӘМӘТДИНОВА - уларҙың береһе....
3-10-2016, 14:15 / ---

"Урал" менән бергә ҡартаялар

Иртә торған - уңған, тигән кеүек, тәүгеләрҙән булып 2017 йылға гәзитебеҙгә яҙылған Зөлғинә Ишбирҙе ҡыҙы һәм Сәлимйән Нөғәмән улы СӘЙЕТОВТАРға ла бәхет йылмайҙы. Улар “Аҙна бүләге”н отто! Ғөмүмән, быйылғы йыл уларҙың ғаиләһе өсөн шатлыҡлы һәм иҫтәлекле ваҡиғаларға бай икән. Күптән түгел Зөлғинә Ишбирҙе ҡыҙы 80 йәшен билдәләһә, 16 сентябрҙә уларҙың иңгә-иң терәп, матур ғүмер кисереүҙәренә 55 йыл булған....
Янғын һағы - ҡыйыуҙар эше 3-10-2016, 14:14 / ---

Янғын һағы - ҡыйыуҙар эше

Ҡаланың “Металлург” стадионында ҡала-район мәктәптәре араһында “Янғын дозоры” янғын-ҡулланма спорты буйынса муниципаль район Кубогына конкурс үтте. Подполковник Дмитрий Недошивин иҫтәлегенә һәм Янғын һағы йылына арналған спорт сараһында 15 команда ҡатнашты. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда дөрөҫ эш итеү һәм ярҙам күрһәтеү сараның төп маҡсаты булып торҙо. Алтынсы тапҡыр үткәрелгән конкурсты асыу тантанаһында Мәктәптән тыш эштәр үҙәге директоры Т. Кузнецова сығыш яһап, йәш янғын һүндереүселәргә уңыштар теләне. Шулай уҡ сарала Дмитрий Недошивиндың ғаиләһе,...
Ҙур этнографик диктант 3-10-2016, 14:12 / ---

Ҙур этнографик диктант

4 октябрҙә Рәсәй Федерацияһының һәр субъектында Бөтә Рәсәй "Ҙур этнографик диктант" уҙа. Ҙур масштабтағы акция Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелә. Был диктантты 15 йәштән рус телен белгән, белеменә, социаль ҡатламына, ниндәй диндә, гражданлыҡта булыуына ҡарамаҫтан, теләге булған һәр кем яҙа ала. Диктант халыҡтың этнографик грамоталылыҡ кимәлен, Рәсәй территорияһында йәшәгән халыҡтар тураһындағы белем кимәлен асыҡлау, этник-ара бәйләнештәрҙе гармонияға һалыуҙа мөһим роль уйнаған фән булараҡ этнографияға иғтибарҙы йүнәлтеү мөмкинлеге бирә....
Иманға әйҙәүсе һүҙ ул – мөнәжәт! 3-10-2016, 14:11 / ---

Иманға әйҙәүсе һүҙ ул – мөнәжәт!

Сибай ҡалаһында үткән IV Төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар конкурсында быйыл республикабыҙҙың Урал аръяғынан 16 район вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙең район намыҫын был юлы Сосновка ауылы ағинәйҙәре яҡланы. 260-тан ашыу мөнәжәт башҡарыусы араһында Сосновка ауылы ағинәйҙәре - III урын, яңғыҙ башҡарыусылар араһында Рима Йосопова диплом алды, ә думбырала уйнап мөнәжәт башҡарған Мөхәррәм Сәлимов I урынға лайыҡ булды. Мөнәжәтселәр конкурсы- ның бер номинацияһы - билдәле яҙыусы Мәүлит Ямалет- диндың «Башҡорт энциклопеди- яһы» нәшриәтендә донъя күргән Ҡөрьән сүрәләре тәржемәләренә бағышланды. Автор үҙе жюри...
Балаларға арналған ғүмер 3-10-2016, 14:09 / ---

Балаларға арналған ғүмер

Сермән ауылының абруйлы ир-егеттәренең береһе булған Мостафа Әхмәт улы Харисовҡа 65 йәш тулды. Ошо йылдарҙың 45-ен оҫта педагог балаларға белем биреүгә арнаны. Мостафа Әхмәт улы 1951 йылдың 23 сентябрендә донъяға ауаз һала. Уның бала сағы ла ауыр йылдарға тура килә. “Кѳҙ колхоз баҫыуҙарында эшләү, күрше Ғәли Харрасов менән ат егеп, утынға йѳрѳү әле лә хәтерҙә. Шулай ҙа әсәйем - Фатима Ибраһим ҡыҙы эргәһендә тамаҡ туҡ булды, һыйыр кѳттѳк. Ауылда балалар аяҡҡа баҫыр-баҫмаҫтан бесәнгә йѳрѳй, мин дә шуларҙың береһе булдым. Ағай, апайҙар үҫеп сығып киткәс, донъя мәшәҡәттәре әсәй менән икебеҙгә...