Маҡсаты: спортҡа йәлеп итеү 4-10-2016, 16:22 / ---

Маҡсаты: спортҡа йәлеп итеү

Спорт һәм физик культураны үҫтереү илебеҙ Хѳкүмәтенең ѳҫтѳнлѳклѳ социаль сәйәсәте булһа ла, мәктәп, белем биреү системаһы тураһында һүҙ алып барғанда, ни эшләптер физкультура дәрес-тәре һәм уҡытыусылары ситтәрәк, иғтибарға эләкмәйерәк тороп ҡалғандай тойола. Ә бит ныҡлабыраҡ уйлаһаң, ихтыяр кѳсѳн, тырышлыҡты, етеҙлекте, күңелдәге сәм, намыҫты үҫтереү йәһәтенән физкультура дәресенән дә ҡулайлы дәрес юҡ. Әгәр ҙә бындай сифаттарың бар икән, башҡа фәндәрҙән дә әллә күпме уңыштарға ирешергә, үҙеңдәге һәләттәрҙе үҫтерергә була. Бѳгѳнгѳ һүҙебеҙ 29 йыл ғүмерен балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуға, уларға...
Ҡотҡарыусыларға ышанырға була 4-10-2016, 16:18 / ---

Ҡотҡарыусыларға ышанырға була

Башҡортостандың эҙләү-ҡотҡарыу подразделениеларының күпбәйге буйынса XIV республика ярыштары үтте. Сараны асыу тантанаһы ҡаланың “Металлург” стадионында командаларҙың парады менән башланды. Парадты асыу хоҡуғы республикалағы иң оло формированиеларҙың береһе, 2015 йыл чемпионаты еңеүсеһе - Өфөнөң 112-се ҡотҡарыу хеҙмәте отрядына бирелде. Белорет, Өфө, Стәрлетамаҡ, Кумертау, Дүртөй- лө, Сибай эҙләү-ҡотҡарыу подразделениеларынан йәмғеһе 9 команда стартҡа баҫты. Командаларҙы Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы В. Темашев, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе...
Үҙ кешегә әйләнде 4-10-2016, 16:09 / ---

Үҙ кешегә әйләнде

Әбйәлил егете Хәлит Хәмит улы Ишмырҙин Абҙаҡ ауылы халҡы ѳсѳн үҙ кешегә әйләнгән. Ул Мөхәмәт ауылы ҡыҙы Рәмзиә Таһироваға өйләнеп, ошо ауылда эш башлай. 2007 йылда Ишмырҙиндар ғаиләһе Абҙаҡҡа күсеп килә. Хәлит Хәмит улы Абҙаҡ мәктәбенә технология һәм физкультура уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Тырыш уҡытыусы йыл да мәктәп командаһын турслетҡа әҙерләй. Быйыл Хәлит Ишмырҙиндың командаһы турслеттан ете Маҡтау ҡағыҙы алып ҡайтты....
Туризм - дәртлеләр шөғөлө 4-10-2016, 16:07 / ---

Туризм - дәртлеләр шөғөлө

Ҡалабыҙҙың Туризм үҙәге алтынсы тапҡыр Кирәл (Малиновая) тауына тиҙлеккә күтәрелеү ярышы ойошторҙо. Сермән мәктәбенең VI а, VI б, VII а, VIII б, IX а класс уҡыусылары ошо ярышта тәүге тапҡыр ҡатнашты. Сентябрь буйына күнекмәләр үткәрелде, ярышҡа әҙерлек барҙы. Ярышта ҡатнашыусылар матур иртәлә Нура йылғаһы буйына йыйылды. Төрлө йәш катего- рияһы буйынса уҙғарылған ярыш стартына тәүгеләрҙән булып 10 йәшлектәр һәм “Ғаилә” төркөмө (ата-әсәләр бәләкәс балалары менән) баҫты. Артабан 12, 14 һәм башҡа йәштәгеләр китте....
Улар иғтибар үҙәгендә 4-10-2016, 16:03 / ---

Улар иғтибар үҙәгендә

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара оло йәштәгеләр кѳнѳнә арналған байрам концерты булды. Ололар Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең, ижади тѳркѳмдәренең матур сығышын ҡарап ял итте. Ололарҙы ҡотлап, муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, райондың ветерандар Советы рәйесе Н.Н. Сафонова сығыш яһаны....