Егеттәр хеҙмәткә әҙерләнә 12-10-2016, 17:02 / ---

Егеттәр хеҙмәткә әҙерләнә

Рәсәй Президентының «2016 йылдың октябрь-декабрендә Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙе хәрби хеҙмәттән бушатыу тураһында»ғы Указына ярашлы, илебеҙҙең бѳтә комиссариаттарында ла кѳҙгѳ саҡырыу буйынса ҡыҙыу эш башланды....
«Юлдаш» радиоһы еңеүселәрҙе ҡотланы 12-10-2016, 16:21 / ---

«Юлдаш» радиоһы еңеүселәрҙе ҡотланы

«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы Халыҡ-ара ололар кѳнѳнә арнап, «Онотолмаҫ тәүге осрашыу» исемле бәйге иғлан иткәйне. Конкурс шарттарына ярашлы, ярты быуат бергә йәшәгән парҙар үҙҙәренең тәүге осрашыуы тураһында хәтирәләре менән бүлешеп, фотоларын ебәрергә тейеш ине. Иң ҡыҙыҡлы тарих радио тыңлаусылар ҡуйған лайктар аша билдәләнде. Үҙ ауылдаштарын конкурста ҡатнаштырыу идеяһын Лариса Иҫәнбаева күтәреп сыға. Ул «Юлдаш» радиоһы тѳркѳмѳндәге иғланды күреп ҡалыу менән ауылдаштары, быйыл бергә йәшәүҙәренең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк, татыу ғүмер итеүҙәре, ѳлгѳлѳ ғаилә тормошо менән бар...
Эшләй ҙә, йәшәй ҙә белә 12-10-2016, 16:16 / ---

Эшләй ҙә, йәшәй ҙә белә

Һәр кеше был донъяға бәхетле, матур йәшәр өсөн тыуа. Кемдер бәхет эҙләп, сит ерҙәрҙе яҡын итһә, икенсе береһе тыуып үҫкән еренән йәм, тәм табып, һоҡландырғыс эшләй ҙә, йәшәй ҙә белә. Инйәр дауаханаһы табибы Рәфис Закир улы СӘМСИТДИНОВ та шундай кешеләрҙең береһе. Эйе, кеше эшен яратһа ғына, йөрәк аша үткәреп эшләй ала....
Тәүге ойоштороу ултырышы 12-10-2016, 16:15 / ---

Тәүге ойоштороу ултырышы

Муниципаль район хакимиәтендә дүртенсе саҡырылыш муниципаль район Советының ултырышы уҙҙы. Унда Башҡортостан Хѳкүмәте Ап- параты етәксеһе Александр Лихачев, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Муниципаль берәмектәр менән бәйләнеш буйынса идаралығының баш советнигы Рѳстәм Рахманғолов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин, муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Владислав Миронов, ауыл һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары, ойошма һәм предприятие етәкселәре ҡатнашты....
Матур тормошобоҙ - үҙаллылыҡ емеше 12-10-2016, 16:13 / ---

Матур тормошобоҙ - үҙаллылыҡ емеше

1990 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итте. Был мѳһим ҡарар күп милләтле республи- кабыҙҙың йәмәғәт-сәйәси тотороҡлолоғон һаҡлауҙа, социаль-иҡтисади үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашырыуҙа ышаныслы гарантия булып 26 йыл хеҙмәт итә. Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы тѳбәге булып, Башҡортостан ныҡлы аҙымдар менән алға атлай....
Ололарҙы хѳрмәтләү - изге ғѳрѳф-ғәҙәт 12-10-2016, 16:12 / ---

Ололарҙы хѳрмәтләү - изге ғѳрѳф-ғәҙәт

Оло быуынды хѳрмәт итеү - халҡыбыҙҙың матур сифаттарының береһе. Халыҡ-ара оло йәштәгеләр кѳнѳн бѳтә ауылдарҙа ла матур итеп билдәләү шул изге ғѳрѳф-ғәҙәтебеҙҙең сағылышы ла булып тора. Быйыл да ауылдарыбыҙҙа пенсионерҙарҙы, ветерандарҙы тәбрикләп, тѳрлѳ саралар үтеүе тураһында шатлыҡтары менән уртаҡлашҡандар күп булды. ҮТКӘЛдәр Ололар байрамын ауыл мәҙәниәт йортонда билдәләгән. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ололар хѳрмәтенә бай йѳкмәткеле концерт ҡуйған, сәй табыны ойошторған. Ошо хаҡта беҙгә Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Һаҙый улы Мѳхәмәтдинов хәбәр итте....
Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ 12-10-2016, 16:10 / ---

Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ

Уҡытыусы - Ватанабыҙҙың киләсәген тәрбиәләүсе, ил ғорурлығы һәм таянысы. Балаларға белем биреү менән бер рәттән улар кешене шәхес итеп тәрбиәләүҙә лә ҙур роль уйнай. Ҙур асыштар яһаусы ғалим, сәхнәләрҙе балҡытыусы артист, Йыһан киңлеген гиҙеүсе космонавт, төҙөүсе, игенсе булһынмы - бөтәһе лә уҡытыусыға бурыслы....
Википедия дуслыkты нығыта 12-10-2016, 16:08 / ---

Википедия дуслыkты нығыта

Илһѳйәрлек тойғолары тураһында һүҙ йѳрѳтһәк, ошо хаҡта әллә күпме бәхәсле әңгәмә ҡорорға, оҙон фәлсәфә һатырға булыр ине. Был тѳшѳнсәне һәр кем үҙенсә аңлай, үҙенсә фекер йѳрѳтә. Ҡайһы берәүҙәр уның файҙалы яғын самалай, ҡатмарлы һәм кәрәкмәгән яғын барлай. Икенсе берәүҙәр уға уйлап сығарылған тойғо, буш шѳғѳл тип ҡарай. Ә бына үҙ ереңдең ысын хужаһы булыу, уның бәҫен, мәртәбәһен арттырыу, кәрәге сыҡҡанда, уны һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа белеү ѳсѳн, һис шикһеҙ, илһѳйәр булыу мотлаҡ тип һанағандар күңелдә ҡыуаныс уята. Тыуған еренә, Ватанына, үҙ халҡына, уның ғѳрѳф-ғәҙәттәренә тоғро кешеләр булыуын...
«Нисек 12-10-2016, 16:04 / ---

«Нисек "Урал"һыҙ йәшәмәк кәрәк?!»

Гәзитебеҙҙең даими ҡунағы Ғаяз Сафуанов “Аҙна бүләге” лотереяһында ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм ”бәхетле” квитанция хужаһының исемен иғлан итте. Ул ҡалабыҙҙа йәшәгән, оҙаҡ йылдар “Урал”ды алдырып уҡыған Искәндәр Шәрәфитдин улы АҒЗАМОВ булып сыҡты....
Гүзәл еребеҙҙе данлаусылар 12-10-2016, 16:03 / ---

Гүзәл еребеҙҙе данлаусылар

Башҡортостан Республикаһы кѳнѳнә арналған тантанала бәрәкәтле Белорет ерендә йәшәгән, проза һәм поэзия ѳлкәһендә уңышлы ижад иткән авторҙар тәбрикләнде һәм мәртәбәле әҙәби премияларға лайыҡ булды. Яныбай Хамматов исемендәге һәм “Ағиҙел ѳҫтѳндә йәйғор” премияларына дәғүә итеүселәрҙең сәсмә, шиғри әҫәрҙәре йәй үк ҡабул ителә башлағайны. Республика көнө алдынан премияға лайыҡлылар билдәле булды: З.Ә. ҮТӘҒОЛОВА, Г.Н. МОСТАФИНА, Н.Н. ПЕРЧАТКИНА, В.А. КОРОБЕЙНИКОВ-ДОНСКОЙ....