18-10-2016, 12:16 / ---

"Был тормошта иң ҙур бүләк - ғүмер"

Үткән аҙнала бер юлы ике Бѳйѳк Ватан һуғышы ветеранын Игорь Павлович Максимовты һәм Дмиртий Карпович Трофимовты тәбрикләнеләр. Туҡан ауылында муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы В.Г. Миронов һәм хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Игорь Павлович Максимовҡа “Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданины” тигән маҡтаулы исемде тапшырҙы. - Игорь Павлович, быйыл “Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданины” тигән маҡтаулы исем бер кешегә генә тапшырылды. Һеҙгә маҡтаулы исем бирелеүе тураһындағы 52-се һанлы танытма...
18-10-2016, 12:14 / ---

"Ирәндек" тә - драматургтар семинары

Һуңғы ваҡытта республикабыҙ театрҙары башҡорт драматургтары тарафынан ижад ителгән сәхнә әҫәрҙәренә ҡытлыҡ кисерә. Быға олуғ драматургтарыбыҙҙан Мостай Кәримдең, Назар Нәжмиҙең, Әнғәм Атнабаевтың, Ғабдулла Әхмәтшиндың, Рафаэль Сафиндың, Ғәзим Шафиҡовтың, Нәжип Асанбаевтың, Фәрит Богдановтың, Флорид Бүләковтың арабыҙҙан мәңгелеккә китеүе лә сәбәпселер, сөнки уларҙың бәҫле ижадтары бөгөнгәсә башҡорт драматургияһының йөҙөн билдәләп килде. Үҙебеҙҙең авторҙар тарафынан яҙылған сәхнә әҫәрҙәре һирәк булыу сәбәпле, күп театрҙар урыҫ һәм башҡа телдәрҙән тәржемә ителгән пьесаларҙы сәхнәләштерергә...
Яңғыҙлыҡтан юҡтыр дауалар 18-10-2016, 12:13 / ---

Яңғыҙлыҡтан юҡтыр дауалар

Тормошта ниндәй генә хәл-ваҡиғалар булмаһын, әҙәм балаһы һәр ваҡыт парын табып, үҙ ояһын ҡорорға, нәҫел-тоҡомон арттырып, ишәйтергә тырышҡан. Хатта ҡарымта, барымта замандарында ла ата-бабаларыбыҙ ишле нәҫел үрсетеүҙән туҡтамаған. Йәшәү һәм киләсәк нигеҙе булып торған яҙылмаған был ҡанун йылдар һуҙымында дауам иткән. Һәр ғаиләлә 10-15 бала үҫкән, тарҡалған ғаиләләр, атаһыҙ балалар тураһында һүҙ ҙә булмаған. Никах һәм ғаилә, демография мәсьәләләре тураһында һүҙ йѳрѳткәндә ошо ѳлкәлә килеп сыҡҡан проблемалар үткәндәргә лә ҡараш ташларға мәжбүр итә. Эйе, бѳгѳн демография һәм яңғыҙлыҡ...
Аҙналыла мәҙәни тормош йәнләнә 18-10-2016, 12:12 / ---

Аҙналыла мәҙәни тормош йәнләнә

Оҙаҡ ҡына эшләмәй торғандан һуң, ниһайәт, Аҙналы ауылы клубы яңынан ишектәрен асты. Быға тиклем клубҡа ремонт эшләнде, тулыһынса фасады үҙгәртелде, эске яҡтан тѳҙѳкләндерелде. Иҫке тәҙрәләрҙе замансаһына алыштырыу ҙа бинаға матур тѳҫ бирҙе. Ә инде иҙәнгә фанер түшәп, яңы эскәмйәләр ҡуйыу клубтың эсенә айырым бер йәм, зауыҡ ѳҫтәне....