Быуындар йөрәгендә - хәтер һәм ғорурлыҡ 26-10-2016, 10:28 / ---

Быуындар йөрәгендә - хәтер һәм ғорурлыҡ

Мәктәптәрҙә йыш ҡына Ҡаһарманлыҡ дәрестәре үтә. Был ғәҙел һәм иманлы сара. Әле генә коридорҙа, класс бүлмәләрендә геү килеп йөрөгән балалар уҡытыусыларҙың, ил ағалары, ветерандарыбыҙҙың һәр сығышын, һүҙен йотлоғоп тыңлай. Ғәжәпләнәһе түгел, сөнки ололар телендә - Ватан, намыҫ, батырлыҡ, тоғролоҡ кеүек изге төшөнсәләр. Изгелек ѳҫтөн торғанда илебеҙ ҙә йәшәр, балаларыбыҙ ҙа ҡаһарман булып үҫер....
Уңайлы ла, хәүефле лә 26-10-2016, 10:27 / ---

Уңайлы ла, хәүефле лә

Газ - файҙаланыу ѳсѳн уңайлы яғыулыҡ, әммә уның менән һаҡһыҙ эш итеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү күңелһеҙ тамамлана. Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәтендә Газ хәүефһеҙлеге айлығына арналған кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Айлыҡтың йылытыу миҙгеле башланғас үткәрелеүе лә осраҡлы түгел, нәҡ ошо ваҡытта бѳтәһе лә ѳйҙәрен газ менән йылыта башлай һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтмәгәндәр ѳсѳн уның фажиғәле тамамланыуы ла бар....
Дөрөҫ туҡланыу - һаулыҡ нигеҙе 26-10-2016, 10:26 / ---

Дөрөҫ туҡланыу - һаулыҡ нигеҙе

Тәмле һөнәр эйәләре - ашнаҡсылар, кондитерҙар, икмәк бешереүселәр, технологтар, шулай уҡ ҡунаҡхана бизнесы, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләп үтте. Һәр кем бешерә, аш-һыу әҙерләй белә, ә үҙ һөнәрен яратып башҡарған, эшенә бар көсөн, һөйөүен һалғандар бик һирәк. Тормошон яратҡан шөғөлөнә бағышлаған ашнаҡсы ғына эш процесынан ҡәнәғәтләнеү ала. Дөрөҫ әҙерләнгән ризыҡ - оҙаҡ йәшәү һәм кәйеф билгеһе. Оҫта ҡулдары менән ниндәй генә тәмле аштар бешермәй улар....
Тауышыңды ишетерҙәр 26-10-2016, 10:25 / ---

Тауышыңды ишетерҙәр

«Башҡортостан Республикаһы тауышы» порталында урындағы үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлегенең һѳҙѳмтәлелеген баһалау ѳсѳн халыҡтан һорау алыу үткәрелә. Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Рес- публикаһы Башлығы указдарына ярашлы, мәғлүмәт технологиялары ярҙамында муниципалитеттарҙың эшен баһалау ѳсѳн халыҡтан һорау алыу йыл әйләнәһенә үткәрелә. Быйыл был сара 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итә. Интернет-һорау алыу һѳҙѳмтәләре «Башҡортостан Республикаһы тауышы» порталында буласаҡ. «Асыҡ Республика» системаһына ингән порталда Интер- нет-һорау алыуҙа һәр кем ҡатнаша ала. Бының ѳсѳн...
Вымпел - Үрге Әүжәндә 26-10-2016, 10:24 / ---

Вымпел - Үрге Әүжәндә

Граждандарҙы хәрби иҫәпкә алыу буйынса ауыл хакимиәттәре һәм ойошма- предприятиелар араһында йыл да смотр- конкурс үткәрелә. Муниципаль район хакимиәтендә запаста торған граждандарҙы хәрби иҫәпкә һәм бронгә алыуҙы ойоштороу, 2016 йылға йомғаҡ яһау буйынса үткән кәңәшмә смотр-конкурста еңгәндәрҙе тәбрикләү менән башланды. Быйылғы һѳҙѳмтәләр буйынса, ауыл хакимиәттәре араһында Үрге Әүжән ауыл хакимиәте I урынға сыҡты. II һәм III урындарға Тирлән һәм Сермән ауыл хакимиәттәре лайыҡ булды. Ойошмалар араһында “Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы” учреждениеһы - I, “Пугачев карьеры” йәмғиәте - II,...
Егеттәрҙе оҙаттыҡ 26-10-2016, 10:23 / ---

Егеттәрҙе оҙаттыҡ

Был аҙнала егеттәр хәрби хеҙмәткә юлланды. Сарала дин әһелдәре ҡатнашты һәм егеттәрҙең яҡшы хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуын теләне. Хәрби комиссар В.Ҡ Сәйәхов армиялағы тәртип менән таныштырҙы, ауыр саҡтарҙа үҙеңде нисек тоторға, ҡайҙа мѳрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында ла һѳйләне. Шулай итеп, Белорет районы һәм ҡалаһынан - 10, Бѳрйән районынан - 3 егет армияға китте....
26-10-2016, 10:21 / ---

"Беҙҙең бурыс - шарттар булдырыу"

Белорет ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы субъекттарында инвестиция климаты торошоноң милли рейтингында ҡатнашыуына ярашлы сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса Проект офисының күсмә ултырышы булып үтте. Ултырышты Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры, Проект офисы етәксеһе Сергей Новиков алып барҙы....
Балаларға - ғаилә йылыһы 26-10-2016, 10:19 / ---

Балаларға - ғаилә йылыһы

Бәлиғ булмаған, ҡараусыһыҙ ҡалған балалар проблемаһы йәмғиәтебеҙҙә элек-электән кѳнүҙәк мәсьәлә һанала. Был йүнәлештә дәүләт органдары һәм структуралар бергәләп эш алып бара, тѳрлѳ профилактик саралар, семинарҙар ойоштора. Районыбыҙҙа хәҙер инде ѳс йыл ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы опекаға алырға теләгән ғаиләләр менән курстар уҙғарыла. Бындай уҡытыуҙар быйыл дүртенсе тапҡырға үткәрелде. Ошо ваҡыт эсендә 200-ҙән ашыу кеше ике аҙналыҡ курс үтеп, ҡулдарына танытма алды. Тәжрибәле педагогтар, психологтар, юристар йылына 60-лап кешегә был йәһәттән ѳҫтәмә белем бирә. Күптән түгел ойошторолған курста...
26-10-2016, 10:17 / ---

"Пособие алыуҙан мәхрүм иттеләр..."

“БЫЛ БИТ ҒӘҘЕЛ ТҮГЕЛ?” Күп бала табып, матур тәрбиә биргән ата-әсәләр һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. Тулы ғаиләлә тыуған, әсәй һәм атай наҙын татып үҫкән бала бәхетле була. Шуға күрә ғаилә тормошонда атай ҙа әүҙем ҡатна- шып, бала тәрбиәләүгә үҙ ѳлѳшѳн индерергә бурыслы. Ғаилә ҡорған ҡатын менән ир ошо хаҡта онотмаҫҡа тейеш. Был шарт ғаиләлә бәхетле мѳхит тыуҙырыу ѳсѳн тѳп талап булып ҡала. Әммә тормоштоң бынан тыш та ҡанундары күп. Донъяға тыуған баланы матди яҡтан тәьмин итеү ҙә ата-әсәйҙәр алдында торған тағы бер мѳһим бурыс. Һуңғы йылдарҙа хаҡтарҙың артыуы сығымдарҙың үҫеүенә лә булышлыҡ...
Ҡыраҡа саҡыра 26-10-2016, 10:14 / ---

Ҡыраҡа саҡыра

Күптән түгел беҙ - Ѳфѳ, Силәбе, Магнитогорск, Стәрлетамаҡ, Сибай, Белорет, Межгорье ҡалаларынан, Ноғайбәк һәм Сермән ауылдарынан йыйылған 48 ир-егет, 24 ҡатын-ҡыҙ - Шығай ауылы янында Ҡыраҡа тауын ваҡытҡа йүгереп менеү буйынса ярышҡа сыҡтыҡ. Алда беҙҙе беренсе Ҡыраҡа ярым марафоны, йәғни 21 саҡрым 100 метр кѳтә. Ярышты Магнитогорск егете Кирилл Франюк һәм уның командаһы ойошторған. Сарала ҡатнашыусының иң олоһона 64 йәш, иң кесеһенә - 13! “Тештәрҙә тимер тәме тойорҙай, менеп етә алмаҫлыҡ вертикаль үрҙәр, йүгерәһең һәм был бушҡа түгел”, - тип яҙҙы Интернет селтәрендә марафонда III урын яулаған...