Ҡыраҡа саҡыра 26-10-2016, 10:14 / ---

Ҡыраҡа саҡыра

Күптән түгел беҙ - Ѳфѳ, Силәбе, Магнитогорск, Стәрлетамаҡ, Сибай, Белорет, Межгорье ҡалаларынан, Ноғайбәк һәм Сермән ауылдарынан йыйылған 48 ир-егет, 24 ҡатын-ҡыҙ - Шығай ауылы янында Ҡыраҡа тауын ваҡытҡа йүгереп менеү буйынса ярышҡа сыҡтыҡ. Алда беҙҙе беренсе Ҡыраҡа ярым марафоны, йәғни 21 саҡрым 100 метр кѳтә. Ярышты Магнитогорск егете Кирилл Франюк һәм уның командаһы ойошторған. Сарала ҡатнашыусының иң олоһона 64 йәш, иң кесеһенә - 13! “Тештәрҙә тимер тәме тойорҙай, менеп етә алмаҫлыҡ вертикаль үрҙәр, йүгерәһең һәм был бушҡа түгел”, - тип яҙҙы Интернет селтәрендә марафонда III урын яулаған...
18-10-2016, 12:16 / ---

"Был тормошта иң ҙур бүләк - ғүмер"

Үткән аҙнала бер юлы ике Бѳйѳк Ватан һуғышы ветеранын Игорь Павлович Максимовты һәм Дмиртий Карпович Трофимовты тәбрикләнеләр. Туҡан ауылында муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы В.Г. Миронов һәм хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Игорь Павлович Максимовҡа “Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданины” тигән маҡтаулы исемде тапшырҙы. - Игорь Павлович, быйыл “Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданины” тигән маҡтаулы исем бер кешегә генә тапшырылды. Һеҙгә маҡтаулы исем бирелеүе тураһындағы 52-се һанлы танытма...
18-10-2016, 12:14 / ---

"Ирәндек" тә - драматургтар семинары

Һуңғы ваҡытта республикабыҙ театрҙары башҡорт драматургтары тарафынан ижад ителгән сәхнә әҫәрҙәренә ҡытлыҡ кисерә. Быға олуғ драматургтарыбыҙҙан Мостай Кәримдең, Назар Нәжмиҙең, Әнғәм Атнабаевтың, Ғабдулла Әхмәтшиндың, Рафаэль Сафиндың, Ғәзим Шафиҡовтың, Нәжип Асанбаевтың, Фәрит Богдановтың, Флорид Бүләковтың арабыҙҙан мәңгелеккә китеүе лә сәбәпселер, сөнки уларҙың бәҫле ижадтары бөгөнгәсә башҡорт драматургияһының йөҙөн билдәләп килде. Үҙебеҙҙең авторҙар тарафынан яҙылған сәхнә әҫәрҙәре һирәк булыу сәбәпле, күп театрҙар урыҫ һәм башҡа телдәрҙән тәржемә ителгән пьесаларҙы сәхнәләштерергә...
Яңғыҙлыҡтан юҡтыр дауалар 18-10-2016, 12:13 / ---

Яңғыҙлыҡтан юҡтыр дауалар

Тормошта ниндәй генә хәл-ваҡиғалар булмаһын, әҙәм балаһы һәр ваҡыт парын табып, үҙ ояһын ҡорорға, нәҫел-тоҡомон арттырып, ишәйтергә тырышҡан. Хатта ҡарымта, барымта замандарында ла ата-бабаларыбыҙ ишле нәҫел үрсетеүҙән туҡтамаған. Йәшәү һәм киләсәк нигеҙе булып торған яҙылмаған был ҡанун йылдар һуҙымында дауам иткән. Һәр ғаиләлә 10-15 бала үҫкән, тарҡалған ғаиләләр, атаһыҙ балалар тураһында һүҙ ҙә булмаған. Никах һәм ғаилә, демография мәсьәләләре тураһында һүҙ йѳрѳткәндә ошо ѳлкәлә килеп сыҡҡан проблемалар үткәндәргә лә ҡараш ташларға мәжбүр итә. Эйе, бѳгѳн демография һәм яңғыҙлыҡ...
Аҙналыла мәҙәни тормош йәнләнә 18-10-2016, 12:12 / ---

Аҙналыла мәҙәни тормош йәнләнә

Оҙаҡ ҡына эшләмәй торғандан һуң, ниһайәт, Аҙналы ауылы клубы яңынан ишектәрен асты. Быға тиклем клубҡа ремонт эшләнде, тулыһынса фасады үҙгәртелде, эске яҡтан тѳҙѳкләндерелде. Иҫке тәҙрәләрҙе замансаһына алыштырыу ҙа бинаға матур тѳҫ бирҙе. Ә инде иҙәнгә фанер түшәп, яңы эскәмйәләр ҡуйыу клубтың эсенә айырым бер йәм, зауыҡ ѳҫтәне....
Уңыштарға илтһен юлдар 17-10-2016, 11:20 / ---

Уңыштарға илтһен юлдар

«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең Белорет юл ремонтлау-тѳҙѳү идаралығы - районда автомобиль юлдарын хеҙмәтләндергән ҙур предприятиеларҙың береһе. Ул сеймал етештереүҙән алып юл тѳҙѳү, хеҙмәтләндереү кеүек тулы бер циклды берләштерә. Асфальттың, тѳҙѳлѳш материалдарының сифатын тикшергән лабораториялар эшләй. Белорет юл ремонтлау- тѳҙѳү идаралығында 230 кеше эшләй. Предприятие бѳтәһе 926,4 саҡрым оҙонлоғондағы автомобиль юлын хеҙмәтләндерә, шул иҫәптән 542,8 саҡрым тѳбәк һәм муниципаль-ара юл булһа, урындағы әһәмиәттәге юл 383,6 саҡрым тәшкил итә....
17-10-2016, 11:16 / ---

"Урал" - йәшәү йәме

- Бәләкәйҙән “Урал” гәзитен уҡып үҫтем, - тип һөйләй сираттағы “Аҙна бүләге”н отоусы хеҙмәт ветераны Маһинур Зариф ҡыҙы ӘЛИБАЕВА. - Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән әсәйем Фатима Илһам ҡыҙы Исламова “Урал” гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итте, мәҡәләләре, шиғырҙары баҫыла торғайны. Ул ике йыл “Урал”да эшләп тә киткән....
Хыялды тормошkа ашырыр саk 17-10-2016, 11:13 / ---

Хыялды тормошkа ашырыр саk

Тормошта иң ҡәҙерлеһе - ваҡыт. Уны алып, һатып һәм алыштырып булмай. Әгәр ҙә һеҙ йәш, актив һәм дәртле икәнһегеҙ, бөгөндән үк хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашыра башлағыҙ, ә “Һин - эшҡыуар” программаһы һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Йәштәр эше буйынса федераль агентлыҡ тарафынан булдырылған “Һин - эшҡыуар” программаһы 2010 йылдан бойомға ашырыла. Был программа илебеҙҙең 50 төбәгендә уңышлы эшләп килә. Федераль агентлыҡ һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы араһында ла 5 йыл элек мөһим килешеү төҙөлдө. Республика программаһында 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан һәм...
Йәмәғәт контроленең перспективалары ҡаралды 17-10-2016, 11:09 / ---

Йәмәғәт контроленең перспективалары ҡаралды

Муниципаль район хакимиәте йортонда Йәмәғәт палатаһының “Граждандар инициативаһы үҫеше һәм Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт контроле” темаһына тѳбәк семинары уҙҙы....
Аҡ юл һиңә, Элина! 17-10-2016, 11:04 / ---

Аҡ юл һиңә, Элина!

Сермән - бай тарихлы, илебеҙгә бѳйѳк шәхестәр биргән ауыл. Мәктәбендә кемдәр генә уҡып сыҡмаған! Уларҙың үҫешенә, бәлки, бейек Ҡыраҡа тауы ла, Йәндек йылғаһы менән Ағиҙел дә булышлыҡ итәлер. Һүҙем Сермән мәктәбенән бына-бына атылырға әҙер торған бәләкәй йондоҙсоҡ, XI класс уҡыусыһы Элина Рәмил ҡыҙы БИГИЛДИНА хаҡында....