Разведчиктар өлгө күрһәтә 9-11-2016, 17:20 / ---

Разведчиктар өлгө күрһәтә

Белорет районында Хәрби разведка ойошмаһының рәсми эшләй башлауына быйыл бер йыл тулды. Район һәм ҡаланың 40-тан ашыу разведчигы ошо ойошма ағзаһы булып һанала. Уларҙың тиҫтәнән ашыуы үҙенең әүҙемлеге, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүе менән айырылып тора. Быйыл ойошма ағзалары Хәрби разведканың 98 йыллығына арнап, “Ҡан тапшыр һәм ғүмерҙе һаҡла” тигән акция иғлан итте. Акция 24 октябрҙә башланды һәм ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Хәрби разведкала хеҙмәт итеүселәр үҙҙәре тәүгеләрҙән булып ѳлгѳ күрһәтте һәм ҡан тапшырыу станцияһына килеп донор булды. Статистика мәғлүмәттәре буйынса...
Яңы машиналар ғүмерҙе ҡотҡарасаҡ 9-11-2016, 17:19 / ---

Яңы машиналар ғүмерҙе ҡотҡарасаҡ

Быйыл кѳҙ республиканың тиҙ ярҙам автопаркы 38 автомобилгә тулылана, тип хәбәр иткәйне Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ил Хѳкүмәте ҡарары менән тиҙ ярҙам машиналары алыу ѳсѳн федераль бюджеттан 3 млрд. һум күләмендә аҡса бүленде. Был аҡсаға Рәсәй тѳбәктәре 1317 берәмек машина һатып алды....
Мәҙәниәт һарайы 85 йыллығын билдәләне 9-11-2016, 17:18 / ---

Мәҙәниәт һарайы 85 йыллығын билдәләне

Мәҙәниәт усаҡтары халыҡты бер ергә туплаған, әүҙем йәмәғәт тормошона йәлеп иткән, үҙ-ара матур бәйләнештәр, берҙәмлек булдырған уртаҡ йорт булып һанала. Нәҡ ошонда йәшәүгә дәрт, күңелебеҙгә рухи байлыҡ алабыҙ. Бында йырлап- бейеп күңел асыу ѳсѳн генә йыйылмайҙар, рухты нығыталар, мәҙәни кимәлде үҫтерәләр һәм тормош матурлығын тойорға, уны яратырға ла ѳйрәнәләр. Ҡалала ошондай йорттарҙың береһе булып, ҡала Мәҙәниәт һарайы тора. 1929 йылда тѳҙѳлә башлап, 1931 йылдың 7 ноябрендә тантаналы асылған Мәҙәниәт һарайы әлегә тиклем үҙ асылын, йүнәлешен юғалтмай. Нәҡ ошонда бик күп һәләтле артистар...
Олпат йәшле урман хужалығы 9-11-2016, 17:16 / ---

Олпат йәшле урман хужалығы

Ҡар яуғас, ағас ултыртҡандарын күргәнегеҙ бармы? Ә бына үткән аҙнала Белорет урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары ҡар ярып, ағас ултыртты. - Үҫентеләр үҫерме һуң? - тип ғәжәпләнеп һораныҡ. - Үҫә, аҡ шыршыны декабргә тиклем ултыртырға мѳмкин. Урман хужалығы баҡсаһында киләсәктә махсус мѳйѳш булдырасаҡбыҙ, - тине урмансылар....
Үткәне - яҡты,киләсәге - ѳмѳтлѳ 9-11-2016, 17:14 / ---

Үткәне - яҡты,киләсәге - ѳмѳтлѳ

«Урман - халыҡ байлығы» тигән һүҙҙәр урманлы тѳбәктә тыуған һәр кешегә яҡын. Белорет районы майҙанының 80 проценты урмандар менән ҡапланған. Беҙҙең халыҡ быуаттар буйы урман менән йәшәй: ағасты яғыулыҡ итә, үҙ ваҡытында металлургия комбинаты ѳсѳн күмер әҙерләй һәм башҡа бик күп маҡсаттарҙа файҙалана. Урмансының эше бер ваҡытта ла еңел- дән булмаған, әммә абруйлы һаналған. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында ағас әҙерләүгә, бүрәнә ҡыуыуға йәлеп ителгән эшселәргә “бронь” биреп, һуғышҡа ебәрмәгәндәр. Белорет урмансылығы һуғыш ваҡыты һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа һынатмай. Республикала алда барған...
Йөрәк моңона, һүҙ тылсымына арбалып 9-11-2016, 17:13 / ---

Йөрәк моңона, һүҙ тылсымына арбалып

Эвита Гайнет... Зәңгәр экрандар, айырыуса Интернет селтәре аша үҙенсәлекле видеоклиптары менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен әсир иткән ошо серле һылыу кем ул?! Әле Санкт-Петербургта йәшәгән һәм ижад иткән, күптән инде үҙ уҡыусыһын тапҡан йәш, көслө шағирә Эвита Гайнеттың Инйәр ҡыҙы булыуын, моғайын, күптәр белмәйҙер ҙә. Эйе-эйе, Инйәр һауаһын һулап, Инйәр һыуында ҡойоноп үҫкән ул Эвита. IX класҡа тиклем Инйәрҙең 3-сө мәктәбендә белем ала. Артабан уҡыуын Өфө медицина колледжында дауам итә. Студент йылдарынан уҡ ижади йәһәттән үҙен танытып өлгөрә Эвита. Шаяндар һәм отҡорҙар клубы, йыр-бейеүгә,...
Көсөбөҙ - берҙәмлектә! 9-11-2016, 17:10 / ---

Көсөбөҙ - берҙәмлектә!

4 ноябрь - ҙур дәүләт байрамы. Ул тарихыбыҙҙың 1612 йылғы ваҡиғаларына барып тоташа һәм Ватаныбыҙ азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығын данлай. Бөгөн беҙ бихисап халыҡтарҙы һәм мәҙәниәтен берләштергән илдә йәшәйбеҙ. Халыҡтар берҙәмлеге көнө - төрлө милләт һәм дин вәкилдәренең берләшеүе, бер үк ер, тарих, Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара миһырбанлыҡ, аңлашыусанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул. Берҙәмлек тойғоһо, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ, уның киләсәктә сәскә атыуына бар тырышлыҡты һалыу беҙҙе...