15-11-2016, 16:09 / ---

"СтройКА" өсөнсө автомобилен отторҙо

Белореттарҙың яратып ѳлгѳргән “СтройКА” гипермаркетының асылыуына ошо кѳндәрҙә бер йыл да булып киткән. Иркен, уңайлы урында урынлашҡан һәм бай тауар ассортименты булған сауҙа үҙәгенән бер ваҡытта ла кеше ѳҙѳлмәй....
Кино буламы? - Була! 15-11-2016, 16:07 / ---

Кино буламы? - Була!

Реконструкциялауға ябылған “Металлург” кинотеатры яңынан эшләй башланы. Быйыл Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла Кино йылы. Кино сәнғәтен үҫтереү, яңынан тергеҙеү маҡсатында Рәсәй Хѳкүмәтенең Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды ҡала кинотеатрына 4,5 млн. һум ярҙам бүлде. Был аҡсаға заман талаптарына яуап биргән яңы кинопроектор, цифрлы ҡорамалдар һатып алғандар, ә бинаны реконст рукциялау “Металлург” кинотеатры иҫәбенә атҡарылған. Тамашасыға уңайлы булһын ѳсѳн 160 һәм 80 урынға тәғәйенләнгән ике кинозал эшләгәндәр. Был иһә бер юлы ике фильм күрһәтеп, тамашасыға һайлау мѳмкинлеген тыуҙыра. - Яңы...
Хәтерҙә ҡалған мәлдәр 15-11-2016, 16:06 / ---

Хәтерҙә ҡалған мәлдәр

Ғүмерем ағышын аҡҡан йылға ағышына оҡшатып ҡуям. Йә ул шаулап- гөрләп, бер кәртәләргә лә ҡарамай, ағыуын белә, йә тыныс ҡына, үҙемдең ярҙарымдағы матурлыҡтарҙы күрмәй үтмәйем әле тип, үҙ яйы менән генә аға. Тик йәл - йылдар үтә барған һайын йылға һыуы ла кәмей бара. Кеше менән дә шулай бит....
Үҙәк майҙанда парад 15-11-2016, 16:04 / ---

Үҙәк майҙанда парад

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һѳнәри байрамы айҡанлы Металлургтар майҙанында парад үткәрелде. Сараны ҡарарға муниципаль район хакимиәте етәкселәре, ведомство ветерандары, полиция хеҙмәткәрҙәренең яҡындары, 20-се мәктәптең кадет класы һәм ҡала халҡы килде. Полиция хеҙмәткәрҙәре бер рәткә теҙелгәс, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Ришат Баймырҙинға урынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы Радик Мостафин полиция составының парадҡа теҙелеүе тураһында рапорт бирҙе. Ришат Рәшит улы Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының...
15-11-2016, 16:02 / ---

"Ҡарағайлы көҙҙәре..."

“Белорет шишмәләре” әҙәби берләшмәһе ағзалары һәр көҙ һайын “Ҡарағайлы көҙҙәре...” исеме аҫтында ижад байрамын ойоштороуҙы йолаға әйләндерергә булды. “Башҡорт телендә һөйләшәм” әҙәби-музыкаль кисәгә күрше Әбйәлил, Учалы райондарынан “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Сосновка ауыл китапханаһында уҙғарылған сараға саҡырыуҙы ихлас ҡабул итте....
Һуғыш ветеранына 90 йәш 15-11-2016, 16:01 / ---

Һуғыш ветеранына 90 йәш

Сермән ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 300-ҙән ашыу яугир ҡатнашты. Тик 167 яугир тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Әле ике ветераныбыҙ ғына иҫән....
Бәхетленең өлөшөнә төшкән бүләк 15-11-2016, 15:59 / ---

Бәхетленең өлөшөнә төшкән бүләк

- “Урал”ыбыҙға яҙылмайынса йәшәп булмай инде! - Бер йылға яҙылһаң, 150 һумың кеҫәңдә ҡала икән! - Әҙерәк тәмлекәстәр ашамай тороп, гәзиткә яҙылһаҡ, бер нәмә лә булмаҫ! - Бәлки, бүләк тә отормон, төймә лә, дөйә лә бүләк тиһәләр ҙә, матбуғатҡа яҙылып бүләк оттом тип әйтеүе генә лә әллә ни тора бит! Ошондай һүҙҙәрҙе гәзитебеҙгә яҙылырға килгән апай-ағайҙарҙан йыш ишетергә тура килә. Был беҙгә тағы ла дәрт-дарман бирә, киләсәккә яҡты өмөттәр уята....