Еңел түгел, әммә ул эшләй 21-11-2016, 16:04 / ---

Еңел түгел, әммә ул эшләй

Мал аҙбарға инеп, келәттәр ашлыҡ менән тулғас, 3 ноябрҙә республика аграрийҙары Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре кѳнѳн билдәләне. Ошо байрам айҡанлы Ѳфѳлә хеҙмәт алдынғыларын, уңышлы эшләгән, яҡшы күрһәткестәргә ирешкән ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен, механизаторҙарҙы, хужалыҡтарҙы һәм уларҙың етәкселәрен тәбрикләнеләр. Байрам тантанаһында Ҡаһарман ауылынан крәҫтиән- фермер хужалығы етәксеһе Биктимер Тѳлкѳбай улы Ғәлин да ҡатнашты һәм уға Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер- министры урынбаҫары Ирек Мѳхәмәтдинов Диплом тапшырҙы....
21-11-2016, 16:03 / Иман

"Берҙәм булғанда тормош алға барасаҡ"

Район имамдары семинар-кәңәшмәгә йыйылды Миллионлаған мосолман йәшәгән илебеҙҙә традицион Ислам динен экстремизмдан айырыу мәсьәләһе дәүләт һәм йәмғиәт берҙәмлеге өсөн мөһим булып ҡала. Ислам ҡиммәттәрен хөрмәт иткән, шул уҡ ваҡытта башҡа диндәргә лә ихтирам менән ҡараған кеше генә ысын мосолман була ала. Республикалағы ислам ҡунаҡсыллыҡ, дуҫлыҡ сифаттары менән айырыла. Йәштәр, ауыл ерендә йәшәүселәр араһында әхлаҡһыҙлыҡтың, үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының, алкоголизмдың артыуы, бы- уат сирҙәренең тағы ла күбәйеүенә юл ҡуймау, хәлдән килгәнсе ярҙам итеү һәм башҡа мәсьәләләр тураһында һөйләште...
Бер юлы ике шатлыҡ 21-11-2016, 16:02 / ---

Бер юлы ике шатлыҡ

Уҙған йома ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында гәзитебеҙҙең элекке мѳхәррире, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, “С верховьев реки Зилим” китабы өсөн Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты Гөлсөм Мостафина һәм Башҡортостан Журналистар, Яҙыусылар союздары ағзаһы, “Ҡунаҡ күрһәтәм” китабы өсөн “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” премияһына лайыҡ булған Зөһрә Үтәғолова китаптарының исем туйын үткәрҙе....
Бәхет сере – уңғанлыҡта 21-11-2016, 16:01 / ---

Бәхет сере – уңғанлыҡта

Ҙурмы ул, бәләкәйме - һәр кешегә тыуған ауылы, уның тәбиғәте, кешеләре яҡын. Тыуған ауыл, тыуған яҡ тѳшѳнсәләре һәр беребеҙ ѳсѳн дә ғәзиз һәм ҡәҙерле. Тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡандан алып, ғүмеренең һуңғы кѳндәренә ҡәҙәр ул кешегә кѳс- таяныс бирә, онотолмаҫ моң булып оҙатып йѳрѳй. Һәм, әлбиттә, һәр ауылдың ғорурланып йәшәр кешеләре, шәхестәре бар. Исмаҡайҙарҙың да ғорурланырлыҡ ауылдаштары бихисап. Бѳгѳн һүҙем уларҙың береһе - хѳрмәтле ауылдашыбыҙ Кәримә Сабир ҡыҙы Бәҙретдинова тураһында....
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ 21-11-2016, 15:59 / ---

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Яныбай Хамматов исемендәге Сермән модель китапханаһында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, СССР-ҙың халыҡ артисы, Глинка һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Заһир Ғарип улы Исмәғилевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Ҡурайҙан операға тиклем” әҙәби-музыкаль кисәһе үтте....
Шыршыларҙы ҡырҡмағыҙ! 21-11-2016, 15:58 / ---

Шыршыларҙы ҡырҡмағыҙ!

Һәр йыл һайын ноябрь, декабрҙә Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре йәш ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау ѳсѳн профилактик саралар ойоштора. Әлеге ваҡытта Яңы йыл байрамы алдынан рѳхсәтһеҙ шыршы ағастарын ҡырҡыусыларҙы асыҡлау эше башланған....