Ишле ғаилә - үҙе бер дәүләт 28-11-2016, 17:25 / ---

Ишле ғаилә - үҙе бер дәүләт

Ауыл өҫтөн ноябрь ҡояшының һуңғы нурҙары яҡтырта. Яйлап ҡына эңер төшә. Ауыл кешеһе көндәлек мәшәҡәттәренән тап ошо ваҡытта ғына бушай. Мәҡәләмдең геройҙары - күп балалы ғаилә менән осрашыр өсөн ошо мәлде һайланым, сөнки ғаилә башлығы ла тиҙҙән эштән ҡайтасаҡ, ҡыҙҙар ҙа мәктәптән килгән, әле сираттағы түңәрәктәренә китмәгән, бәләкәстәр ҙә балалар баҡсаһынан алынған....
28-11-2016, 17:24 / ---

"Беҙ - "Урал"һыҙ, "Урал" беҙһеҙ йәшәй алмай"

Был донъяла мөғжизә бар бит ул. Аҙна бүләгенең ғүмер буйы “Урал” гәзите менән бер теләктә, бер уйҙа йәшәгән, алсаҡ һәм ихлас, йырлы-моңло, шиғри күңелле Хөснә Мофассал ҡыҙы ӘХМӘТЙӘНОВАға эләгеүен тап шуның менән аңлатырға була. Ул гәзит-журналдарға үҙе генә яҙылып ҡалмай, башҡаларҙы ла өгөтләй. Ғүмер буйы уҡытыусы, директор булып эшләгән Закир Ғәбдрәшит улы Сәмситдинов менән хәҙер улар Сәфәрғолдоң абруйлы, ихтирамлы аҡһаҡалы менән ағинәйе....
Халыҡ депутатҡа ышаныс белдерә 28-11-2016, 17:23 / ---

Халыҡ депутатҡа ышаныс белдерә

Ошо аҙнала муниципаль район хакимиәтендә беҙҙең округтан депутат булып һайланған Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина граждандарҙы ҡабул итте. Депутат менән осрашырға теләк белдереп, ҡабул итеүгә 28 кеше алдан уҡ яҙылды....
Инйәрҙә күп функциялы үҙәк асылды 28-11-2016, 17:22 / ---

Инйәрҙә күп функциялы үҙәк асылды

Инйәр ауыл Советына ҡараған 21 ауыл халҡына документтарын эшләтеү, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр буйынса консультация алыу ѳсѳн хәҙер ҡалаға барып йѳрѳү кәрәкмәй. Улар бѳтә йомоштарын үҙҙәрендә атҡарыу мѳмкинлегенә эйә. Бала ҡарауға, инвалидлыҡҡа пособиелар, әсәлек капиталы, хеҙмәт ветерандарына түләүҙәр һәм башҡа социаль яҡлауға, һалым хеҙмәтенә бәйле һорауҙар буйынса мѳрәжәғәт итеүселәрҙе Үҙәк хеҙмәткәре Светлана Шамил ҡыҙы Фазылова ҡабул итә. Тағы ла ниндәй хеҙмәт күрһәтеүҙәре тураһында учреждениеның рәсми сайтында mfcrb.ru йәки белешмә хеҙмәте телефоны аша танышырға була. Рәсәй...
28-11-2016, 17:21 / ---

"Ай ҡыҙы" эҙенән йәки Асыларҙың нисек киноға тѳшкәне

Белорет районында “Юғалған экспедиция”, “Алтын йылға”, “Мәңгелек саҡырыу” кеүек бѳтә илгә билдәле фильмдар тѳшѳрѳлѳүе тураһында күп яҙабыҙ, ә бына бынан 15 йыл элек Асы ауылында “Ай ҡыҙы” исемле күп сериялы фильм тѳшѳрѳлѳүе тураһында һуңғы ваҡытта телгә алғаныбыҙ юҡ. Быйыл, Кино йылында, “Ай ҡыҙы”н иғтибарҙан ситтә ҡалдырһаҡ, яҙыҡ булыр. Шуға ла беҙ “Ай ҡыҙы” фильмы эҙенән Асыға юлландыҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында, Флорид Бүләков сценарийы буйынса «Ай ҡыҙы» - тәүге башҡорт телесериалын (2001-2002; «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы) тѳшѳрѳүгә 15 йыл тулыу...
ВИЧ - хөкөм ҡарары түгел, шулай ҙа унан дауаланған кеше юҡ 28-11-2016, 17:19 / ---

ВИЧ - хөкөм ҡарары түгел, шулай ҙа унан дауаланған кеше юҡ

1 декабрҙең Бѳтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы кѳрәш кѳнѳ икәнен хәҙер күптәр белә. Ғүмер ѳсѳн хәүефле булған был сир 1970 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта уның ниндәй инфекция булыуын береһе лә аңламай әле. Сир башлыса гомосексуалдар һәм наркомандар араһында тарала. Дауалау барышында бѳтә сирлеләрҙең дә үҙ- ара енси бәйләнештә булыуы асыҡлана, барыһында ла иммун системаһы дефициты күҙәтелә. Һѳҙѳмтәлә бѳтә пациенттар ҙа үлә: ҡайһылары бер нисә айҙан, икенселәре бер нисә йылдан һуң....