Пенсионерҙар белемен камиллаштыра 7-11-2016, 13:34 / ---

Пенсионерҙар белемен камиллаштыра

Бѳгѳн республикабыҙҙа оло йәштәге кешеләргә мораль яҡтан терәк булыу, уларҙы йәмғиәттәге хәл-ваҡиғалар уртаһына йәлеп итеү, әүҙем тормош алып барыуға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Береһенә лә сер түгел, нәҡ ошо йәштә матди ҡиммәттәргә ҡарағанда рухи етешһеҙлек нығыраҡ һиҙелә. Күптәр үҙҙәрен кәрәкһеҙ итеп тоя, аралашыу мѳмкинлегенең әҙлегенә йә бѳтѳнләй булмауына зарлана һәм үҙенең буш ваҡытын, кѳсѳн нисек файҙаланырға белмәй. Республика пенсионерҙарына был йәһәттән күңелһеҙләнеп ултырырға урын ҡалмай. Пенсионерҙарҙы тѳрлѳ йүнәлештә уҡытыу ѳсѳн 2011 йылдан бирле эшләп килгән «Ѳсѳнсѳ быуын...
Нахаҡҡа рәнйетелгәндәрҙе иҫкә алып 7-11-2016, 13:33 / ---

Нахаҡҡа рәнйетелгәндәрҙе иҫкә алып

1937 йылғы шомло ваҡиғаларҙан ваҡыт үткән һайын нығыраҡ алыҫлаша барабыҙ. Ул йылдар хәҙер ҡайҙалыр тарих тѳпкѳлѳндә тороп ҡалған кеүек. Әммә хәтер ѳсѳн ваҡыт кәртә түгел. Күптәрҙең ҡараңғы тѳн уртаһында ѳйҙән енәйәтсе кеүек алып сығып китеп, бер тикшереүһеҙ, судһыҙ атыуға хѳкѳм ителгән яҡындары, туғандары күҙ алдынан китмәй. Сермән социаль-мәҙәни үҙәгендә сәйәси золом ҡорбандарына арналған «Хәтер» митингыһы үтте. Быйыл был митинг 15-се тапҡыр уҙғарылды. Сараға 37-се йылда хѳкѳм ителгәндәрҙең яҡындары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм Сермән мәктәбенең IX класс уҡыусылары килде....
Кѳслѳ рухлы Нажия 1-11-2016, 12:39 / ---

Кѳслѳ рухлы Нажия

Дәртле, үткер һәм эшлекле, һәр саҡ кешеләр араһында, ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған Нажия Динислам ҡыҙы Вәлиеваны әхмәрҙәр генә түгел, күрше ауылдарҙа ла яҡшы беләләр. Ауылдың тормошон йәнләндерергә тырышҡан ҡатынды ауылдың старостаһы итеп тә һайлап ҡуйғандар. Күптән түгел ул үҙ иңенә ауыл Советы депутаты йѳгѳн дә алды. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы халҡы килендәренән уңды тип әйтһәк, һис хата булмаҫ....
1-11-2016, 12:38 / ---

"Суд ҡарарҙарын үтәргә тейешбеҙ"

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 2009 йылдан Федераль суд приставы хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын 1 ноябрҙә билдәләй....
Таҡтаташ ҡуйылды 1-11-2016, 12:36 / ---

Таҡтаташ ҡуйылды

Бөгөнгө мәҡәләм Шығай ауылының танылған шәхесе, уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды Әбделвәли Ғәлиулла улы Ғәлиуллин тураһында....