Яңы йыл менән! 27-12-2016, 12:39 / ---

Яңы йыл менән!

Ҡәҙерле яҡташтар! Иң изге һәм шатлыҡлы байрам - Яңы йылға тиклем һанаулы ғына кѳндәр ҡалды. Үтеп барған йылдың яҡшылыҡтарын иҫкә алып, яңы йыл төнөндә киләсәккә пландар төҙөйәсәкбеҙ һәм киләһе йыл бөтәбеҙ өсөн дә уңышлы һәм изге булырына ышанасаҡбыҙ. 2016 йылда ғорурланырлыҡ ваҡиғалар күп булды, сөнки районыбыҙ өлгәшкән барлыҡ ҡаҙаныштар - тыуған республикабыҙ файҙаһына йүнәлтелгән дөйөм хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһе ул. Уҙып барған йыл яңы асыштары, осрашыуҙар, уңыш-ҡаҙаныштары менән һәр беребеҙҙең күңелендә ҡалыр. Иҙел башының тарихы ошо еңеүҙәрҙән, һәр беребеҙҙең тырышлығынан тора ла инде....
Ҡыш бабай тырыштарҙы ярата 26-12-2016, 13:29 / ---

Ҡыш бабай тырыштарҙы ярата

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был байрамды һәр саҡ көтөп алаһың. Яҡты хыялдарҙың тормошҡа ашырына, барлыҡ теләктәрҙең ҡабул булырына ышанаһың, ниндәйҙер мөғжизә көтәһең. Баш ҡалабыҙ Өфөлә үт- кәрелгән Республика Башлығы Шыршыһы - ниндәйҙер кимәлдә ошо хыял- өмөттәрҙең тормошҡа ашыуы ул. Бала саҡта кем генә баш ҡалала Яңы йыл байрамын күрергә хыялланмай икән?! Ана бит, баш ҡалабыҙ Өфөгә Шыршы байрамына китергә йыйынған балаларҙың ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан: биттәрендә нур уйнай, күҙҙәре яна. Республика байрамында ҡатнашыу бәхете тейгән уҡыусылар оҙаҡ йылдарға хәтерендә юйылмаҫлыҡ...
Парашютта һикерергә теләһәң, рәхим ит! 26-12-2016, 13:28 / ---

Парашютта һикерергә теләһәң, рәхим ит!

30-сы йылдарҙа ОСОАВИАХИМ- ДОСААФ-тың Белорет аэроклубы илһѳйәр улдар тәрбиәләп, уларҙың етәүһе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Ошо данлы үткәндәргә байҡау менән башланды Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомобиль мәктәбендә ойошторолған “Парашют мәктәбен үҫтереү һәм Белорет районы граждандарында илһѳйәрлек тәрбиәһе проблемалары тураһында” темаһына бағышланған семинар-кәңәшмә. Ул Белорет автомәктәбендә парашют секцияһы асылыуға ла арналды....
Семинар эшлекле үтте 26-12-2016, 13:27 / ---

Семинар эшлекле үтте

Йыл аҙағына ла яҡынлаша, тимәк, эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау, һөҙөмтәләрҙе барлау мәле лә етте. Яңы йылды бөтәһе лә яңы өмөттәр бағлап ҡаршылай, пландар, хыялдар ҡора, тыуып килгән йылдың уңышлыраҡ, емешлерәк буласағына ышана. Ә бергә йыйылып, аралашып, үтеп барған йыл һөҙөмтәләре, киләсәккә эш пландары, тәжрибәләре менән уртаҡлашҡандан һуң тағы ла дәртләнеберәк эшләргә илһамланып ҡайтаһың. Район-ҡаланың ветерандар ойошмаһы тап шулай эшләне лә инде....
Бѳтәһе лә һалым түләүсе ѳсѳн 26-12-2016, 12:59 / ---

Бѳтәһе лә һалым түләүсе ѳсѳн

Ошо аҙнала район-ара һалым инспекцияһы бүлегендә шатлыҡлы ваҡиға булды - заман талаптарына яуап бир- гән, һалым түләүселәрҙе ҡабул итеү бүлмәһе асылды. - Яңы типтағы операция залын асыу Федераль һалым хеҙмәтенең клиенттар менән эшләүҙә үҙ-ара яҡшы мѳнәсәбәткә нигеҙләнгән сираттағы аҙымы. Бѳгѳн һалым инспекцияһы һалым түләүселәр менән эшләүҙә уңайлы шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүлә. Бер тѳрлѳ яңы стиль менән биҙәлгән стендтар, электрон сират, плазма панелендә мәғлүмәт ви део-роликтарын күрһәтеү, һалым түләүселәрҙе ҡабул итеү ѳсѳн ете тәҙрә, кѳтѳү залында декларация тултырыу йәки квитанция...
26-12-2016, 12:58 / ---

"Ауылдаштарыма ышанам"

ти күптән түгел Асы ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй башлаған Венер Ғариф улы ЙОСОПОВ. - Иң тәүҙә миңә ышаныс күрһәткән депутаттарға, Асы, Береш, Берештамаҡ, Исҡушты һәм Мулдаҡай ауылдары халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә, - тип дауам итә ул. - Ышанысығыҙҙы аҡларға тырышырмын. Иң мөһиме - мин һеҙҙең ярҙамға ышанам һәм килеп тыуған проблемаларҙы кәңәшләшеп, бергәләп хәл итербеҙ тигән теләктә ҡалам....
«Мөхәббәт сере» 26-12-2016, 12:57 / ---

«Мөхәббәт сере»

Йыр-моң һѳйгән, сәнғәткә ғашиҡ булған тамашасы был юлы икеләтә ҡыҙыҡһыныу менән ҡала Мәҙәниәт һарайына ашҡына. Ҡыҙыҡһынмаҫлыҡмы ни?! Башҡорт халыҡ театры артистары тағы ла сағыу тамаша тәҡдим итә бит. Исеме лә “Мѳхәббәт сере” тип атала. Театрлаштырылған тамаша “Забава” ансамбленең (етәксеһе Артур Ибраһимов) “Колхоз йәштәре” бейеүе менән башланып китте. Уларҙан һуң “Алтынай” йыр ансамбле ҡыҙҙары: “Ҡолаҡ ҡаҡтыҡ бит ә, танау тѳбѳнән беҙҙең егеттәрҙе күрше ауыл ҡыҙҙары вы-ы- ыжт!”, - тип ҡайғырып килеп сыға. Улар мѳхәббәт тураһында серләшкәндән һуң “Бәхет тѳнѳ” йырын башҡара. Бына шулай мѳхәббәт...
Марафон - Межгорьеға юллана 26-12-2016, 12:56 / ---

Марафон - Межгорьеға юллана

«Металлург» кинотеатрында Кино йылын оҙатыу сараһы булды. Тантаналы сараға килеүселәрҙе «Башҡортостан» киностудияһының производство бүлеге начальнигы Гѳлнур Мансур ҡыҙы Ильясова, ошо киностудияның мѳхәррире Дамир Ғабдулхаҡ улы Йосопов, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов ҡотланы. Владислав Геннадьевич Гѳлнур Мансур ҡыҙынан киномарафон эстафетаһын ҡабул итеп алды. Уға йыл символы - «хлопушка» тапшырылды (һүрәттә). Күрше Учалы районынан ҡабул ителгән эстафета Межгорье ҡалаһына юлланасаҡ. Киностудия вәкилдәре белореттарға «Башҡортостан» киностудияһының фильмдары һәм...
26-12-2016, 12:55 / ---

"Ағиҙел" менән "Урал"ды Инйәр шат ҡаршы алды

Инйәр мәҙәниәт йортонда “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре - яҙыусы һәм шағирҙар Сабир Шәрипов, Әхмәр Үтәбай, Дамир Шәрәфетдинов, “Урал” гәзите мөхәррире Сатура Минһажитдинова менән осрашыу кисәһе уҙҙы. Был сараны Инйәр төбәге ижадсылары Рәсимә Сәйетғәлина, Фәйрүзә Кинйәбаева, Рафиға Ғәлиуллина, Мөнирә Сәлимйәнова, Әлиә Саматова, Асия Йосопова һәм ағинәйҙәр менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе. Эш көнө булғанғамы, әллә һыуыҡҡамы, залда уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың әҙ булыуы күңелде ҡырҙы. Әммә был ихлас, дуҫтарса мөнәсәбәттә барған аралашыуҙы һис кенә лә һүрелтмәне....
Создать свой бизнес стало проще! 19-12-2016, 17:48 / ---

Создать свой бизнес стало проще!

Решение создать свое предприятие или зарегистрироваться в качестве индивидуального предпринимателя влечет за собой множество вопросов: с чего начать, какие документы оформить, куда обратиться. Процесс проведения мероприятий по регистрации юридического лица или в качестве индивидуального предпринимателя не настолько сложен, как может показаться на первый взгляд....