Һәр кем шөғөл табыр 5-12-2016, 11:09 / ---

Һәр кем шөғөл табыр

Хәҙерге заманда мәҙәниәт усаҡтарында уҙғарылған концерт, дискотека кеүек саралар йәштәрҙең, ауыл халҡының ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй. Ауыл кешеһенең ялын күңелле һәм файҙалы ойоштороу йәһәтенән яңыса шарттар талап ителә. Шуға ла республикабыҙҙа мәҙәниәт учреждениеларын модернизациялау әүҙем бара. Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт йорттарын реконструкциялауҙы, йүнәтеүҙе юғары кимәлдә атҡарып сығыуы менән республикабыҙ башҡаларға өлгө булырлыҡ: әлегә был программа тик беҙҙең Башҡортостанда ғына тормошҡа ашырылып килә. Яңырыу кисергән ауыл мәҙәниәт йорттары, клубтары халыҡ йәшәйешенең, райондың...
Өмөт уятҡан мәктәп 5-12-2016, 11:08 / ---

Өмөт уятҡан мәктәп

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы өйҙә уҡытыу (дистанцион белем биреү) мәктәбенең 5 йыллығы айҡанлы уҙғарылған тантаналы кисә ҡалабыҙҙа “Уңайлы мөхит” республика программаһының тулы кимәлдә эшләүен күрһәтте. Тап ошо программа буйынса бынан 5 йыл элек Өфөнөң 13-сө мәктәп-интернатының структур подразделениелары булған Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Сибай, Дыуан, Туймазы, Нефтекама дистанцион белем биреү үҙәктәре асыла. Белорет дистанцион белем биреү үҙәгенең эш һөҙөмтәләре һоҡланырлыҡ. Үҙәктең директоры Наталья Сергеевна Кроткова тиҙ арала тап ошо мәктәптә эшләргә лайыҡлы коллектив туплай. Ысын...
Ҡурай уйнай моңдоң матурҙарын 5-12-2016, 11:00 / ---

Ҡурай уйнай моңдоң матурҙарын

Ике йылға бер үткәрелә килгән Талип Латипов һәм Абдулғәфи Хәлфетдинов призына ҡурайсылар конкурсы башҡорт халҡының милли ҡоралы - ҡурайҙың бәҫен, мәртәбәһен күтәреүҙе, быуындар күсәгилешлеген тәьмин иткән арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ исемен мәңгеләштереү ниәтендә барлыҡҡа килгәйне. Конкурс күптән үҙенең таланттарын тапты. Башта ул район кимәлендә генә үтһә, һуңғы йылдарҙа төбәк-араға тиклем күтәрелде. Муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы һәм Шығай күп тармаҡлы клубы инициативаһы менән булдырылған традицион тѳбәк-ара ҡурайсылар конкурсы быйыл да рух күтәренкелеге менән үтте. Конкурстың...
Был донъяла изге йѳрәкле кешеләр бар 5-12-2016, 10:59 / ---

Был донъяла изге йѳрәкле кешеләр бар

Мәрхәмәтлек күрһәтеү, яҡшылыҡ эшләү, ярҙам ҡулы һуҙыу кеше тормошондағы иң изге эш булып ҡала. Быуаттар тѳпкѳлѳнән бағыусылыҡ хәрәкәте эшләп килә. Беҙҙең районда ла ярҙамға мохтаждар күп. Ҡарауһыҙ ҡалған балалар ѳсѳн тәғәйенләнгән учреждениеларға кемдәр ярҙам итә, тигән һорау менән учреждение етәкселәренә мѳрәжәғәт иттек....