Әүҙемдәргә бәхет йылмая 6-12-2016, 15:54 / ---

Әүҙемдәргә бәхет йылмая

Ноябрҙең һуңғы кѳндәрендә гәзиткә яҙылыусылар араһында “Бәхетле авто” уйыны ойошторолдо. Унда 2017 йылдың тәүге ярты йыллығына “Урал” гәзитенә яҙылған һәм квитанцияларының күсермәһен мѳхәрририәткә тапшырған гәзит уҡыусылар ҡатнашты. “Бәхетле авто” уйыны еңеүселәрен билдәләү ѳсѳн Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы үҙйѳрѳшлѳ машиналарҙың һәм техниканың башҡа тѳрҙәренең техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Зәбир Мѳхәррәм улы Ҡазинды саҡырҙыҡ. Шулай итеп, Зәбир Ҡазиндың “еңел” ҡулы менән был уйындың еңеүселәре билдәләнде һәм беҙ уларҙы мѳхәрририәткә саҡырып, бүләктәрҙе...
“Селтәр” байрамы 6-12-2016, 15:52 / ---

“Селтәр” байрамы

Өфөлә республика “Селтәр” (беҙҙә “Һаҡал”) конкурсы уҙҙы Был конкурсҡа беҙҙең райондан 7 кеше барырға тейеш булһа ла, 5 кеше генә бара алды. Инйәрҙән Шәрғиә Яҡшыдәүләтова, Зөлфиә Бәҙретдинова, Рафиға Ғәлиуллина, ҡаланың 18-се мәктәбенән башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлфиә Ғәлиәхмәтова, Аҙналынан башҡорт теле уҡытыусыһы Айһылыу Сәмситдинова ҡатнашты. Ошо байрамда ҡатнашҡан Инйәр ағинәйҙәре етәксеһе Шәрғиә Исмәғил ҡыҙынан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ....