Ерҙә ғәҙеллек тантана итһен 12-12-2016, 13:08 / ---

Ерҙә ғәҙеллек тантана итһен

12 декабрь - Рәсәй Конституцияһы кѳнѳ һәм ул илдә Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһын нығытыуға булышлыҡ итә. 1997 йылдың 4 мартында “Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил тураһында” Федераль Конституцион закон ҡабул ителә. Федераль закон Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһы граждандарҙың хоҡуғын һәм азатлығын дәүләт тарафынан яҡлауҙы, дәүләт һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары, вазифалы кешеләр һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренән уларҙы үтәүен һәм хѳрмәт итеүен тәьмин итеү маҡсатында ҡабул ителә. Әлеге ваҡытта Владимир...
Аныҡ маҡсаттар ҡуйыу мөhим 12-12-2016, 13:06 / ---

Аныҡ маҡсаттар ҡуйыу мөhим

Һуңғы йылдарҙа районда тормошобоҙҙо лайыҡлы итеү ѳсѳн тырышҡан, үҙ пландары, идеялары булған инициативалы йәш етәкселәрҙең, депутаттарҙың күбәйеүе матур күренешкә әйләнде. Сосновка, Шығай, Егәҙе, Нура, Тирлән, Тимер юл, Әзекәй, Асы ауылдарында ошондай йәштәр етәкселек дилбегәһен үҙ ҡулына алды. Әлбиттә, бѳгѳн социаль- иҡтисади яҡтан ауыр заманда, бар проблемаларҙы ла бер кѳндә, анһат ҡына хәл итеп булмай. Мәсьәләне хәл итеүҙең уңайлы юлдарын табырға, халыҡ менән уртаҡ фекерле, берҙәм булырға ла тура килә. Бушҡа ғына йәштәрҙә - дәрт, ололарҙа - тәжрибә тип әйтмәйҙәр шул. Уртаҡ мәнфәғәтте...
12-12-2016, 12:46 / ---

"Урал" ға мәҙхиә

Күңелдәрен бушатыр өсөн йырсы ҡоштар тал-ҡыуаҡ һайлай, һуттар йыйырға бал ҡорттары гөл-сәскәгә ҡуна, көс-ғәйрәт артынан әҙәмдәр бейек тауҙарға үрмәләй, ә бына мин илһам сығанағы биргән “Урал”ыма киләм. Эйе, Белорет ҡалаһы һәм район халҡы йылъяҙмаһына әүерелгән, башҡорт телендә сыҡҡан ҡәҙерле баҫма һәр кемебеҙгә яҡшы хәбәрҙәр ташый....
Тыуған көнөң  менән, Тимер юл! 12-12-2016, 12:42 / ---

Тыуған көнөң менән, Тимер юл!

Был тормошта һәр кем күңеленә хуш килгән, кешеләргә шатлыҡ килтергән эш табырға теләй. Тап шуның өсөн балаларҙы төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу мөһим. Беҙҙең балалар баҡсаһында кескәйҙән үк һөнәри йүнәлеш буйынса тәрбиә бирелә. Тимер юл ауылында йәшәгәс, күпселек ата-әсәләр тимер юлында эшләй. Шуға ла балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре был һѳнәр менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Күптән түгел “Рәсәй тимер юлының тыуған көнө” тигән матур сара уҙғарҙыҡ. Байрамға тимер юлында эшләгән ата- әсәләрҙе, хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырҙыҡ. Балалар һәм ҡунаҡтар өсөн музыкаль уйындар ойошторҙоҡ. Сараны алып...