«Недостоверность в ЕГРЮЛ – «подмоченная» репутация фирмы» 19-12-2016, 17:47 / ---

«Недостоверность в ЕГРЮЛ – «подмоченная» репутация фирмы»

В текущем году налоговыми органами Республики Башкортостан отмечается рост нарушений со стороны руководителей, учредителей организаций в сфере государственной регистрации и, как следствие, случаев наличия недостоверных сведений в Едином государственном реестре юридических лиц. Только за 2 последних месяца осени выявлено 57 таких случаев, 14 руководителей организаций привлечено к административной ответственности и оштрафовано на общую сумму 70 000 рублей. За 9 месяцев в правоохранительные органы направлено 13 материалов по фактам незаконного образования юридических лиц, 5 материалов по фактам...
Йыры өсөн – премия 19-12-2016, 12:57 / ---

Йыры өсөн – премия

Һәүәҫкәр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мѳхәррәм Сәлимов тынғыһыҙ ижадсы, музыкант булыуы менән һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. 80 йәште үтһә лә, ул йәш егеттәр кеүек уттай янып, дәртләнеп йәшәй, ижад кисәләрендә, концерттарҙа, осрашыуҙарҙа сығыш яһай. Яңыраҡ Учалы ҡалаһы һәм районында Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған сарала ҡатнашып, Мәүлит Ямалетдинов һүҙҙәренә “Муса батыр” йырын ижад иткәне ѳсѳн Диплом менән бүләкләнде....
“Тыуған ерем - алтын бишек” 19-12-2016, 12:55 / ---

“Тыуған ерем - алтын бишек”

Ваҡыт тигәнең күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Бына 2016 йыл да һуңғы кѳндәрен һанай. Ә инде “Урал” гәзите мѳхәрририәтенә йыл башында иғлан иткән “Тыуған ерем - алтын бишек” конкурсына йомғаҡ яһар ваҡыт етте. Был конкурс Ѳмѳтбай ауылы егете Булат Яныбаевтың тәҡдиме менән булдырылды. Бәйге шарттары буйынса Егәҙе, Туҡан, Ишле ауыл хакимиәттәренә ҡараған ауылдарҙың тарихын, ер-һыу атамаларын, абруйлы кешеләрен, күренекле яҡташтарын һәм ошо тѳбәктең бѳгѳнгѳ тормошон сағылдырған проза, поэзия әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр араһында иң яҡшы эштәрҙе билдәләп, йыл аҙағында авторҙарҙы бүләкләү бурысы...
Лекция тыңлап түгел, ә уйнап... 19-12-2016, 12:54 / ---

Лекция тыңлап түгел, ә уйнап...

Ҡаланың физкультура-һауыҡтырыу комплексында үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса акция үтте. Сара Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы инициативаһы менән үткәрелә. Акцияның маҡсаты һәм бурыстары - бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға һәм ялды файҙалы үткәреүгә ѳйрәтеү, шулай уҡ балаларҙа дѳрѳҫ тәрбиә нормаларын формалаштырыу, иҫәпкә ҡуйылған үҫмерҙәрҙең иҫәбен кәметеү....
Документтар әҙерләү - яуаплы бурыс 19-12-2016, 12:53 / ---

Документтар әҙерләү - яуаплы бурыс

Совет власы урынлашҡас, тәүгеләрҙән булып 1917 йылдың 18 декабрендә “Граждандар никахы, балалар һәм хәлдәр акты китабын алып барыу тураһында декрет” ҡабул ителә. Был документ элекке никах-ғаилә мѳнәсәбәттәре тураһындағы иҫке тәртипте алыштыра. Шуға күрә загс органы хеҙмәткәрҙәре 18 декабрҙе һѳнәри байрам кѳнѳ итеп билдәләй. Быйыл тыуған 1302 баланың 710-ы малай, 592-һе ҡыҙ. 22 - игеҙәк, 1 ѳс игеҙәк тыуыуы теркәлгән. Малайҙарға - Матвей, Михаил, Артем, Егор, ҡыҙҙарға Дарья, Алиса, Арина, Виктория исемдәрен йыш ҡушҡандар....
Ялған адвокаттар күбәйҙе 19-12-2016, 12:51 / ---

Ялған адвокаттар күбәйҙе

Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомадилов белдереүенсә: "Башҡортостанда адвокаттар берләшмәһе шәхси практика алып барған ҡайһы бер адвокаттарҙың тәртип боҙоуҙарына юл ҡуйырға йыйынмай". Башҡортостан Адвокаттар палатаһының йыл да уҙғарылған конференцияһында, 2016 йылдың эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһағанда, етәкселек тарафынан адвокат статусына эйә булмаған, шәхси практика менән шөғөлләнгән ҡайһы бер юристар тарафынан тәртип боҙоуҙар темаһы күтәрелде....
Ил кимәлендәге ярыштар үтә 19-12-2016, 12:50 / ---

Ил кимәлендәге ярыштар үтә

Морат тау саңғыһы үҙәге һуңғы йылдарҙа ҙур яңырыу кисерҙе. Был яҡшы үҙгәрештәр туристарҙы ла, спортсыларҙы ла үҙенә тарта. Заманса шарттар тау саңғыһы, сноуборд буйынса ил, донъя кимәлендә ярыштар үткәреү мѳмкинлеген дә асты. Миҙгел башланыу менән Морат тауында бер-бер артлы ярыштар үтеүе ошо хаҡта һѳйләй. Тәүҙә Морат тауы сноубордсы- ларҙы ҡабул итте. Сноуборд буйынса Рәсәй кубогы этабында илебеҙҙең 12 тѳбәгенән килгән 60-тан ашыу спортсы ике кѳн дауамында “параллель слалом”, “параллель слалом-гигант” тѳрҙәре буйынса кѳс һынашты. Үткән аҙнала тау саңғыһы буйынса Рәсәй кубогы этабы үтте....
Ерҙә ғәҙеллек тантана итһен 12-12-2016, 13:08 / ---

Ерҙә ғәҙеллек тантана итһен

12 декабрь - Рәсәй Конституцияһы кѳнѳ һәм ул илдә Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһын нығытыуға булышлыҡ итә. 1997 йылдың 4 мартында “Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил тураһында” Федераль Конституцион закон ҡабул ителә. Федераль закон Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһы граждандарҙың хоҡуғын һәм азатлығын дәүләт тарафынан яҡлауҙы, дәүләт һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары, вазифалы кешеләр һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренән уларҙы үтәүен һәм хѳрмәт итеүен тәьмин итеү маҡсатында ҡабул ителә. Әлеге ваҡытта Владимир...
Аныҡ маҡсаттар ҡуйыу мөhим 12-12-2016, 13:06 / ---

Аныҡ маҡсаттар ҡуйыу мөhим

Һуңғы йылдарҙа районда тормошобоҙҙо лайыҡлы итеү ѳсѳн тырышҡан, үҙ пландары, идеялары булған инициативалы йәш етәкселәрҙең, депутаттарҙың күбәйеүе матур күренешкә әйләнде. Сосновка, Шығай, Егәҙе, Нура, Тирлән, Тимер юл, Әзекәй, Асы ауылдарында ошондай йәштәр етәкселек дилбегәһен үҙ ҡулына алды. Әлбиттә, бѳгѳн социаль- иҡтисади яҡтан ауыр заманда, бар проблемаларҙы ла бер кѳндә, анһат ҡына хәл итеп булмай. Мәсьәләне хәл итеүҙең уңайлы юлдарын табырға, халыҡ менән уртаҡ фекерле, берҙәм булырға ла тура килә. Бушҡа ғына йәштәрҙә - дәрт, ололарҙа - тәжрибә тип әйтмәйҙәр шул. Уртаҡ мәнфәғәтте...
12-12-2016, 12:46 / ---

"Урал" ға мәҙхиә

Күңелдәрен бушатыр өсөн йырсы ҡоштар тал-ҡыуаҡ һайлай, һуттар йыйырға бал ҡорттары гөл-сәскәгә ҡуна, көс-ғәйрәт артынан әҙәмдәр бейек тауҙарға үрмәләй, ә бына мин илһам сығанағы биргән “Урал”ыма киләм. Эйе, Белорет ҡалаһы һәм район халҡы йылъяҙмаһына әүерелгән, башҡорт телендә сыҡҡан ҡәҙерле баҫма һәр кемебеҙгә яҡшы хәбәрҙәр ташый....