Исеменә – есеме 11-01-2017, 10:31 / ---

Исеменә – есеме

Бар булмышы менән башҡаларҙы илһамландырып, һоҡландырып, тормошҡа дәрт-дарман өҫтәп йәшәүселәр була был донъяла. Хоҙай Тәғәлә кемгәлер һәләтен дә, талантын да, уңғанлығын да, сибәрлеген дә өйөп бирә. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының художество етәксеһе Лира Таһир ҡыҙы Хәйруллинаны был йәһәттән Хоҙай Тәғәлә тарафынан ергә ебәрелгән фәрештә тиергә була. Уның уңған да, оҫта ҡуллы ла, талантлы ла, зауыҡлы ла, шиғри һүҙгә, йыр-бейеүгә маһирлығына ла аптырарлыҡ түгел. Зыялы, эшкә сапсан, тырыш Татлыбаевтар нәҫеленән ул. Сәлимә Нәғим ҡыҙы менән Таһир Мөштәбә улы ғаиләһендә иң өлкән бала булараҡ,...
11-01-2017, 10:28 / ---

"Белорет - инвестициялар тартылыу үҙәге"

БР Белорет районы муниципаль райондың биш кешенән торған командаһы яңыраҡ Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында уҡып ҡайтты. Команда инвестицион проекттар нигеҙендә ҡаланың үҫеш планын әҙерләне һәм «Белорет - инвестициялар тартылыу үҙәге» тигән проект тәҡдим итте. 33 ҡала һәм район проекттары араһында ул 6 иң яҡшы проект исемлегенә индерелде һәм «Иң амбициялы проект» тигән наградаға лайыҡ булды....
Хоккей – таһылдар һәм көслөләр уйыны 11-01-2017, 10:27 / ---

Хоккей – таһылдар һәм көслөләр уйыны

Составының күпселеген Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге балалар йорто (хәҙер инде элекке) тәрбиәләнеүселәре тәшкил иткән “Бөркөт” хоккей командаһы Сермән ауылында ғына түгел, рай- он кимәлендә лә билдәлелек ала бара. Ун биш йыл самаһы элек ойошторолған команданы дәртләндереп, илһамландырып тороусы Айытбай Әйүпов, Ринат Ишморатов кеүек оло ағайҙары бар саҡта хоккей командаһы көйәрмәндәрен һө- йөндөрәсәк әле. Балалар йорто тарҡалып, тәрбиәләнеүселәр ғаиләләргә таратылып бирелһә лә, уларҙың барыһы тиерлек Сермән ауылында төпләнде һәм яратҡан спорт төрҙәренә тоғро ҡалып, көн дә дәрестән һуң хоккей...
Матур беҙҙең  йолалар 11-01-2017, 10:24 / ---

Матур беҙҙең йолалар

Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең үҙ- үҙенә бикләнеүенә, аралашыу даирәһенең тарайыуына, рухи ҡиммәттәрҙең бәҫһеҙләнә барыуына зарланыусылар күбәйеп киткәндәй. Был турала гәзит-журнал биттәрендә лә яҙалар, зәңгәр экрандар аша ла йыш һөйләйҙәр, үҙҙәрен рухлы, ғәмле тип һанаған ҡайһы берәүҙәр халыҡ алдына сығып, ялҡынлы сығыш та яһай. Шул саҡта ошо хаҡта ҡәләм тирбәлткән, хәбәр һөйләгән кешеләр рухиәтте үҫтереү, милләттәштәребеҙҙе туплау өсөн үҙҙәре ниндәй эштәр башҡара икән тигән уй ҙа килә күңелгә. Әлбиттә, кешенең рухлы булыуы уның ниндәй мөхиттә, ниндәй маҡсаттар менән йәшәүенә лә, аралашыу...
Аҙыҡ булмаған спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тыйылды 11-01-2017, 10:22 / ---

Аҙыҡ булмаған спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тыйылды

Иркутск ѳлкәһендә “Боярышник” эсеп, күпләп ағыуланыу осрағы теркәлде. Рәсми сығанаҡтар белдереүенсә, 28 декабргә ҡарата 123 кеше “Боярышник”тан зыян күргән, уларҙың 77-һе үлгән, 11-е дауаханала, 26-һы дауахананан сыҡҡан, 9-ы дауаланыуҙан баш тартҡан. Ошо фажиғәле хәлдән һуң, ниһайәт, был спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу буйынса сара күрелә башланы. Рәсәй Федерацияһының Баш дәүләт сани- тар табибының 2016 йылдың 23 декабрендәге “Аҙыҡ булмаған спиртлы продукцияны ваҡлап һатыуҙы туҡтатыу тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға составында этил спирты 25 проценттан күп...
Оло йәштәгеләр һәр саҡта ла әүҙем 11-01-2017, 10:20 / ---

Оло йәштәгеләр һәр саҡта ла әүҙем

Районыбыҙҙа ете йыл буйы уҙғарылып килгән “Оло кешенең социаль портреты” конкурсына йомғаҡ яһалды. Ошо дәүер эсендә конкурсҡа 1313 фотоһүрәт, 239 мәҡәлә тәҡдим ителгән. Фотоһүрәт ѳсѳн 52, мәҡәләләр ѳсѳн 55 конкурсант наградланған, 26-һы яҡшы автор булараҡ билдәләнгән, 29 кешегә “Ҡатнашыусы” Дипломы тапшырылған. Был конкурс бѳтә республика буйынса бары тик беҙҙең районда ғына үткәрелеүе, матур традицияға әйләнеүе менән үҙенсәлекле булып һанала. Уны райондың Пенсия фонды идаралығы менән берлектә муниципаль район хакимиәте, урындағы матбуғат саралары ойоштора. Быйылғы конкурсҡа бѳтәһе 24 баҫма...
Киләсәккә ышаныс тойоп йәшәйек 11-01-2017, 10:19 / ---

Киләсәккә ышаныс тойоп йәшәйек

Һәр йылдағыса, Яңы йыл байрамы алдынан районыбыҙҙа башҡарылған эштәр, яуланған уңыштар һәм киләсәккә пландар хаҡында белешеү ѳсѳн муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов менән әңгәмәләштек. Былтыр Яңы йыл алдынан биргән әңгәмәһендә хакимиәт башлығы: «Йыл ҡыҙыу, эштәр күп буласаҡ», - тип иҫкәрткәйне. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәнекме, ниндәй ҡаҙаныштарға ирештек уҙып барған йылда?...
Берҙәм һәм бергә булайыҡ! 11-01-2017, 10:15 / ---

Берҙәм һәм бергә булайыҡ!

Хөрмәтле милләттәштәр! Бына күҙ эйәрмәҫлек тиҙлек менән 2016 йыл - Маймыл йылы ла үтеп китте. Астрологтарҙың алдан күҙаллауынса, бик ҡатмарлы, киҫкен боролоштар, ауыр хәл-ваҡиғалары менән тулы булды был йыл. Маймыл илдәр яҙмышы менән дә, кешеләр яҙмышы менән дә йәлләмәй уйнаны. Төрлө интригалар, хәйләләр ҡорған арала, шатлыҡлы, күңелле, һөйөнөслө мәлдәрен дә аралаштырып биреп, беҙҙе тынысландырып ҡуйған саҡтары ла күп булды. 2016 йыл, ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, үтте. Маймыл йылына рәхмәт әйтеп, барыһына шөкөр ҡылып, 2017 - Әтәс йылына аяҡ баҫтыҡ....