20-01-2017, 12:10 / ---

"Теләк бер - ситтә ҡалмағыҙ!"

Ошо йәһәттән беҙ Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты начальнигы Ирина Александровна ПЕНКИНА менән әңгәмәләштек. - Ирина Александровна, экологтар ѳсѳн йылдың һәр кѳнѳ Экология йылы булып тора. Бынан сығып, һеҙ был яңылыҡты нисек ҡабул иттегеҙ? - - 2013 йылды республикала Тирә-яҡ мѳхитте яҡлау йылы итеп иғлан итеү һѳҙѳмтәһендә, республика граждандары тормошо сифатын яҡшыртҡан экологик әһәмиәтле байтаҡ саралар үткәрелеүен иҫәпкә алып, Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы ла күп ыңғай үҙгәрештәр, беҙ...
Спартакиада үтте 20-01-2017, 12:08 / ---

Спартакиада үтте

Ғинуар айында Ѳфѳнѳ, ысын мәғәнәһендә, спорттың баш ҡалаһы тип әйтергә мѳмкин. 2 ғинуарҙан 20-һенә тиклем Башҡортостанда уҡыусылар араһында спорттың ҡышҡы төрҙәре буйынса Республика Спартакиадаһы тамамланып та ѳлгѳрмәне, 15 ғинуарҙан 22-һенә тиклем “Хоккей йондоҙҙары аҙналығы” старт алды. Уҡыусылар араһында үткән беренселек тә хоккей аҙналығына арналды. Трамплин, битләүҙәр, боҙ майҙансыҡтары, трассалар - быларҙың барыһын да һанап бѳтѳрѳрлѳк түгел. Хоккей байрамы сиктәрендә үткән спорт саралары бѳтә республика ѳсѳн ҙур байрамға әйләнде....
Йәштәргә үрнәк 20-01-2017, 12:07 / ---

Йәштәргә үрнәк

Арслан ағай 1931 йылдың 14 ноябрендә Үрге Сермән ауылында Заһит һәм Шәмсиҡәмәр Вәлиуллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Малай бәләкәйҙән үк сос, үткер, теремек булып үҫә. Эйе, шәп булырһың да: уға бит ҡустылары Рәшит менән Әхәтте, һеңлеһе Гѳлсѳмдѳ тәрбиәләшергә тура килә. - Әсәй менән атай ялһыҙ эшләй. Беҙ апайым Шәмсиниса менән ата-әсәйҙең тѳп таянысы булдыҡ. Репрессияға эләгеп, Омск ҡалаһында биш йыл йѳрѳп ҡайттыҡ. Бик ауыр тормошта эшләргә тура килде. Аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күрҙек. Аслыҡтан кешеләрҙең күпләп үлеүен күреү бигерәк тә ауыр булды....
Ҙур тарих hаҡлай Егәҙе 20-01-2017, 12:05 / ---

Ҙур тарих hаҡлай Егәҙе

Туҡандан 12 саҡрым ситтә ятҡан Егәҙе ауылы быуаттар тѳпкѳлѳнә барып тоташҡан бай тарихҡа эйә. XIX быуат аҙағында Белорет районы территорияһында металлургия заводын тѳҙѳүҙең икенсе тулҡыны башлана. Ул ваҡытта Лапышта, Ләмәҙ, Инйәр һәм Егәҙе суйын иретеү заводы тѳҙѳлә һәм 5-15 йыл дауамында эшләй. Шуларҙың иң оҙаҡ, 40 йыл самаһы эшләгәне Егәҙе заводы була....