Балалар спорт ярата 31-01-2017, 10:42 / ---

Балалар спорт ярата

Рәсәйҙә 6 йәштән 70 йәшкә тиклемге һәр кеше ГТО нормативтарын тапшыра ала, ә йәштәр, сығарылыш уҡыусылары уҡыу йорттарына ингәндә ѳҫтәмә балл да аласаҡ. ГТО нормативтарын мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа теләп башҡара. Буласаҡ беренсе класс уҡыусылары икенсе йыл спортты яратҡан, күкрәгендә ГТО знагын йѳрѳткән ҙур “ғаилә” сафын тулыландырасаҡ. Хәҙер балаларға “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” девизын аңлатып тороу кәрәкмәй, улар балалар баҡсаһында уҡ тәжрибәле инструкторҙар ярҙамында бәләкәй тѳркѳм нормативтарын үтәй һәм яҡшы һѳҙѳмтәләр күрһәтә. Ҡаланың 25-се “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы...
Ҡайғы болоттары kаплаhа... 31-01-2017, 10:41 / ---

Ҡайғы болоттары kаплаhа...

Гөлсөм Бикбулатова башҡарыуында “Талым яңғыҙ” йырын тыңлап, күрше райондан ҡайтып киләм. Гөлсөмдөң йыры мине һағыштарға һалып ебәрҙе. Исмаһам, янымда берәү ҙә юҡ. Һүҙ артында юлдың оҙонлоғо һиҙелмәй бит. Ней, юлда берәйһе осрамай, ултыртып алыр инем, тип уйлауыма, юл буйында бер ҡатын ҡул күтәреп тора. Үәт, шәп булды, миңә лә иптәш, уға лә йәтеш тип шып туҡтаным. Ул арала оло йәштәге апай, ауыр сумкаһын саҡ күтәреп, артҡы ишекте асып ултыртты, үҙе алдан урын алды. - Һаумы, балам, бер үҙең бынау һыуыҡтан ҡурҡмай юл сығыуыңа аптырайым. Әллә ирең юҡмы? - Ике бала әсәһемен, бына тигән ирем бар....
Асылына тоғро ҡала 31-01-2017, 10:40 / ---

Асылына тоғро ҡала

23 ғинуарҙа Рәсәйҙә илдең иң оло һәм күләмле оборона ойошмаһы - ОСОАВИАХИМ (Оборонаға, авиацияға һәм химик тѳҙѳлѳшкә булышлыҡ итеү йәмғиәте), һуңынан ДОСААФ, РОСТО һәм хәҙерге Рәсәй ДОСААФ-ы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Белорет автомәктәбе биләмәһендә үткән сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм ошо иҫтәлекле датаға арналды. Рәсәй ДОСААФ-ы - үҙенең 90 йыллыҡ тарихи дәүерендә илдең оборонаһын нығытыуҙа әһәмиәтлелеген иҫбатлаған, Тыуған илен һаҡлауҙа үҙ-үҙен аямаған йәштәр тәрбиәләүҙә, армия һәм йәмғиәтте тоташтырған, үҫеп килгән быуында физик һәм рухи сәләмәтлекте нығытыу нигеҙе булып торған...
900 кѳнгә һуҙылған мәхшәр 31-01-2017, 10:38 / ---

900 кѳнгә һуҙылған мәхшәр

27 ғинуар ил тарихында Ленинград блокадаһын ѳҙѳү кѳнѳ булып ҡалды. 900 кѳн дауам иткән мәхшәрҙә олоһо ла, йәше лә, сабыйы ла берҙәй ыҙа-михнәт сигә, һәләк була. Беҙҙең ҡалала ла Ленинград блокадаһын башынан үткәргән Галина Андреевна Федорова йәшәй. Ул Ленинградта тыуып, ун йәшкә тиклем йәшәй. 1949 йылда уларҙың ғаиләһен яҙмыш еле Белорет ҡалаһына алып килә. Һуғыш ваҡытында бәләкәй булһа ла, ул был ҡот осҡос йылдарҙы иҫләй һәм бала хәтерендә уйылып ҡалған мәлдәрҙе тулҡынланып һѳйләй. - Атайым Андрей Яковлевич Димитрук Балтика фронты капитаны ине. Һуғыш башланғанда әсәйем - Екатерина...
Студент йылдары - иң матур мәлдәр 31-01-2017, 10:36 / ---

Студент йылдары - иң матур мәлдәр

Рәсәйҙә Татьяна кѳнѳ рәсми рәүештә Студенттар кѳнѳ тип иғлан ителеп, хәҙер киң билдәләнелә. Уны һәр уҡыу йорто үҙенсә үткәрә. Мәҫәлән, Белорет медицина колледжы икенсе йыл рәттән был кѳндѳ иртәнге флешмоб менән башлай. Быйыл да был йолаға тоғро ҡалып, студенттар иртәнге сәғәт туғыҙҙа колледж алдында йыйылды. Ҡар ѳҫтѳнә “Студенттар кѳнѳ менән!” тип яҙғандар. Һуңынан медицина колледжы директоры Азат Ғәббәс улы Хамматов студенттарҙы шифалы үлән сәйе һәм кәнфит менән һыйланы. Шулай итеп, студенттар 30 литр сәй эсеп, 5 килограмм кәнфит ашаны....
Fүмер буйы дәүләт эшендә 31-01-2017, 10:32 / ---

Fүмер буйы дәүләт эшендә

Үҙ ғүмерен дәүләт эшенә арнаған кешеләр бар. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идаралығының Белорет район- ара суд приставтары бүлеге начальнигы Әсләм Камил улы ҠАСҠЫНБАЕВты улар иҫәбенә индерергә мѳмкин. Әсләм Камил улы 1957 йылдың 29 ғинуарында Әбйәлил районының Дәүләт ауылында биш балалы Ҡасҡынбаевтар ғаиләһендә тыуа. Ике апай һәм ике һеңлеһе араһындағы берҙән-бер ир баланы туғандары яратып үҫтерһә, ул, үҙ сиратында, апай- һеңлеләре ѳсѳн терәк-таяныс була....