Ҙур тарих hаҡлай Егәҙе 20-01-2017, 12:05 / ---

Ҙур тарих hаҡлай Егәҙе

Туҡандан 12 саҡрым ситтә ятҡан Егәҙе ауылы быуаттар тѳпкѳлѳнә барып тоташҡан бай тарихҡа эйә. XIX быуат аҙағында Белорет районы территорияһында металлургия заводын тѳҙѳүҙең икенсе тулҡыны башлана. Ул ваҡытта Лапышта, Ләмәҙ, Инйәр һәм Егәҙе суйын иретеү заводы тѳҙѳлә һәм 5-15 йыл дауамында эшләй. Шуларҙың иң оҙаҡ, 40 йыл самаһы эшләгәне Егәҙе заводы була....
Республика Башлығы – Белоретта 17-01-2017, 12:28 / ---

Республика Башлығы – Белоретта

Йома кѳндѳ Республика Башлығы Рѳстәм Хәмитов эш сәфәре менән ҡалаға килде һәм сәнәғәт, социаль-инфраструктура объекттарын ҡараны, биләмәнең үҫеш перспективалары менән танышты....
Сираттағы еңеү 17-01-2017, 12:25 / ---

Сираттағы еңеү

Йыл һайын 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. 1703 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәйҙә, Петр I указына ярашлы, «Ведомости» гәзитенең беренсе һаны донъя күргән. Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә 2016 йылда ҙур уңыш ҡаҙанған журналистар һәм ошо өлкә хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең «Урал» гәзите лә бар ине. «Киң мәғлүмәт сараларында дәүләт теле һәм төбәк халыҡтары телдәре проблемаларын иң яҡшы яҡтыртыу» конкурсында «Урал» гәзите коллективы II урын яуланы. Халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән “Урал” гәзите хеҙмәткәрҙәре йыл һайын республика кимәлендә үткәрелгән...
Милләт Әзикәев - 17-01-2017, 12:24 / ---

Милләт Әзикәев - "Йыл кешеһе"

Яңыраҡ Өфөлә “Республика Башҡортостан” гәзите ойошторған «Йыл кешеһе» конкурсы булды, быйыл ул дүртенсе тапҡыр үткәрелде. Лауреат исеменә республиканың төрлө төбәктәренән 10 кеше лайыҡ булды. Конкурс еңеүселәрен ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороу, кеше ҡайғыһына битараф булмау, мәрхәмәтлек кеүек сифаттар берләштерә. «Йыл кешеһе» исеменә лайыҡ булғандарҙың һәр береһе ошо һыҙатҡа эйә. Улар араһында кеше ҡотҡарыусылар ҙа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусылар ҙа бар....
Ҡаҙағстанда боҙ ниндәй? 17-01-2017, 12:23 / ---

Ҡаҙағстанда боҙ ниндәй?

- Һәйбәт, - тип яуапланылар беҙҙең һорауға Ҡаҙағстандың баш ҡалаһына “Барыҫ” клубы саҡырыуы буйынса килгән Сибайҙың “Горняк” хоккей командаһы егеттәре. Тап ошо уйындар арҡаһында миңә Астанала булырға тура килде лә инде. Йәш хоккейсыларҙың береһе Родион Мөхәмәтйәровтың атаһы Илгиз Жәүҙәт улы һәм өләсәһе Зифа Нурислам ҡыҙы Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында үткән Родион ҡатнашлығындағы уйындарҙа булдылар. Улар был осрашыуҙарҙан да ҡалырға теләмәнеләр. Родион өсөнсө йыл үҫмерҙәр командаһында уйнай, ә хоккей менән 5 йәштән шөғөлләнә. Ата-әсәһе әйтеүенсә, улар улдарының ташып торған энергияһын файҙаға...
Бер юлы ике юбилей 16-01-2017, 15:20 / ---

Бер юлы ике юбилей

Быйыл Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы барлыҡҡа килеүгә 295 йыл тулһа, Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы үҙенең 95 йыллығын билдәләй. Һѳнәри байрамдары алдынан Белорет район- ара прокурор вазифаһын башҡарыусы Виктор Сергеевич ЦИВИЛЁВ менән осраштыҡ. - Виктор Сергеевич, һеҙ Белорет район-ара прокуратураһында яңы кеше. Ниндәй кәйеф менән эш башланығыҙ? - Белорет район-ара прокуратураһы менән 2016 йылдың ноябренән етәкселек итәм. Ошо ваҡыт эсендә прокуратура коллективы менән ныҡлап танышырға ѳлгѳрҙѳм. Район-ҡала етәкселеге менән дә осрашып, эш тәртибендә граждандар, дәүләт һәм йәмәғәт...
Ғәҙеллек тантана итһен 16-01-2017, 15:18 / ---

Ғәҙеллек тантана итһен

Һѳнәри байрамдары алдынан Рәсәй Федерацияһының Тикшереү комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тикшереү идаралығының Белорет район-ара тикшереү бүлеге етәксеһе, юстиция подполковнигы Руслан Рафаэль улы ХӨСӘЙЕНОВ менән осрашып, бүлектең эшмәкәрлеге, райондағы криминаль хәл менән таныштыҡ....
16-01-2017, 15:17 / ---

"Бер бала ла енәйәтсе булып тыумай"

Совет хѳкүмәте 1918 йылдың 14 ғинуарында “Бәлиғ булмағандар ѳсѳн комиссия тураһында” Декрет ҡабул итә. Эскән, балаларын ҡарамаған ата-әсәләрҙе, илаған балаларҙы комиссия ултырыштарында күреү күңелдә һәр саҡ ауыр тәьҫораттар ҡалдыра. Шундай ауыр мѳхиттә эшләгән комиссия белгестәренә түҙемле лә, һалҡын ҡанлы ла, һәр кем менән уртаҡ тел табырлыҡ психолог та булырға кәрәк....
Әле генә булған кеүек 16-01-2017, 15:11 / ---

Әле генә булған кеүек

Ауылдашыбыҙ Заһир ағай Исмәғилев менән осрашыуҙар бик йылы хәтирәләр булып иҫтә ҡалған. Ололар һѳйләүе буйынса, 1955 йылда У-2 самолетында иптәштәре менән Ҡушыҡ осона килеп тѳшә. Бѳтә Ҡушыҡ халҡы йыйыла. Бигерәк тә ба- лаларға ҙур шатлыҡ була, сѳнки Заһир ағай уларға кәнфит тарата....
Исеменә – есеме 11-01-2017, 10:31 / ---

Исеменә – есеме

Бар булмышы менән башҡаларҙы илһамландырып, һоҡландырып, тормошҡа дәрт-дарман өҫтәп йәшәүселәр була был донъяла. Хоҙай Тәғәлә кемгәлер һәләтен дә, талантын да, уңғанлығын да, сибәрлеген дә өйөп бирә. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының художество етәксеһе Лира Таһир ҡыҙы Хәйруллинаны был йәһәттән Хоҙай Тәғәлә тарафынан ергә ебәрелгән фәрештә тиергә була. Уның уңған да, оҫта ҡуллы ла, талантлы ла, зауыҡлы ла, шиғри һүҙгә, йыр-бейеүгә маһирлығына ла аптырарлыҡ түгел. Зыялы, эшкә сапсан, тырыш Татлыбаевтар нәҫеленән ул. Сәлимә Нәғим ҡыҙы менән Таһир Мөштәбә улы ғаиләһендә иң өлкән бала булараҡ,...