Конкурс яңы исемдәр асты 7-02-2017, 16:45 / ---

Конкурс яңы исемдәр асты

Ошо көндәрҙә муниципаль райондың «Йыл педагогы -2017» конкурсы үтте. Ауыл һәм ҡала мәктәптәренән төрлө фәндәрҙән уҡытҡан үҙ эшенең оҫталары йыйылғайны был ярышҡа. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренән һәм райондың көслө уҡытыусыларынан торған жюри ағзалары алдында педагогтар класс сәғәте үткәрҙе, дәрескә анализ яһаны, методик берекмә эше темаһын яҡланы. Асыҡ дәрестәр күрһәтеп, һөнәри оҫталыҡта ярышып, улар араһында иң-иңдәр билдәләнде....
Берәү ҙә ярҙамһыҙ ҡалмаҫ 7-02-2017, 16:44 / ---

Берәү ҙә ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

2014 йылдың ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының райондағы бүлектәре үҙгәртелгәйне. Хәҙер был хеҙмәт Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге тип йѳрѳтѳлә. Исеме үҙгәреп, эштәр тағы артһа ла, уның эшмәкәрлеге шул уҡ ҡала - халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү. 2014 йылдан алып Хеҙмәт министрлығының территориаль органдары һәм Граждандарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидия биреү буйынса республика үҙәге функцияларын да Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәткән республика үҙәге үтәй башланы. Яңы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы төбәк Хеҙмәт һәм...
Хәрби комиссариатта эш туҡтамай 7-02-2017, 16:33 / ---

Хәрби комиссариатта эш туҡтамай

Ир бала үҫтергән һәр ғаиләне хәрби хеҙмәткә саҡырыуға ҡағылышлы яңылыҡтар ҡыҙыҡһындыра. Беҙ ҙә, район-ҡалала хәрби хеҙмәткә саҡырыу нисек ойошторолған һәм быйылғы саҡырыу кампанияһы ниндәй яңылыҡтар алып килеүе менән яҡындан танышыу маҡсатында, Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бѳрйән райондарының хәрби комиссары Вадим Ҡасим улы СӘЙӘХОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ....
Ғәҙәттән тыш хәл 7-02-2017, 16:22 / ---

Ғәҙәттән тыш хәл

Ҡаланың Федор Алексеев урамындағы 37-се күп фатирлы торлаҡ йортта шартлау яңғырай. Шартлау тѳш ваҡытында була. Кѳслѳ янғын сығыу һѳҙѳмтәһендә утты һүндереүгә 8 берәмек техника һәм 19 янғын һүндереүсе йәлеп ителде. Ярты сәғәт эсендә ут һүндерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә фатир хужаһының ғүмере өҙөлдѳ. Ремонт эштәрен башҡарыусы ир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Тикшереү үткәндән һуң фатир хужаһының 27 йәшлек ҡыҙы дауахананан ҡайтарыла. Фатирҙа көнкүреш техникаһы, аныҡлап әйткәндә, һыуытҡыс ремонтланыуы асыҡлана. Был эштәрҙә газ ҡулланылған. Ҡоролманы файҙаланыу...
hикhәндә лә дәртле, дарманлы 7-02-2017, 16:17 / ---

hикhәндә лә дәртле, дарманлы

Үтә ҡатмарлы, шау-шыулы заманда йәшәйбеҙ. Ҡайҙалыр ашығабыҙ, йүгерәбеҙ, ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, унда ла, бында ла өлгөрөргә тырышабыҙ... Шул арҡала, күп ваҡытта тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙың айышына тѳшѳнѳп, тирә-яҡтағы матурлыҡты күрергә, эргә-тирәбеҙҙә кемдәр йәшәүенә лә иғтибар итергә ваҡытыбыҙ ҡалмай. Шуныһы ҡыҙыҡ, әллә ҡайҙа донъя сигендәге хәлдәрҙе күберәк ишетеп беләбеҙ кеүек, ә бына яныбыҙҙа ғына баш баҫып, тирә-яҡҡа нур сәсеп, башҡалар өсөн өлгө булып йәшәгәндәрҙе күрмәйбеҙ ҙә, белмәйбеҙ ҙә. Дөрөҫ, ғәҙәттә бындай кешеләр ҙур дәрәжә лә биләмәй, шаҡ ҡатырлыҡ асыштар ҙа яһамай,...
Ул әҙәбиәткә ғашиҡ 7-02-2017, 16:14 / ---

Ул әҙәбиәткә ғашиҡ

Матур тәбиғәт ҡосағында ятҡан Йѳйәк ауылы республикаға билдәле шәхестәр биргән, таланттарға бай тѳбәктәрҙең береһе булараҡ та танылыу алған. Ошо кѳндәрҙә уларҙың береһе, билдәле филолог һәм әҙәби тәнҡитсе, журналист, Башҡортостандың юғары мәктәбе вәкиле Зәки ӘЛИБАЕВ 50 йәшлек юбилейын билдәләне. Зәки Арыҫлан улы 1967 йылдың 10 ғинуарында ауылдың данлы, абруйлы, эшсән ғаиләләренең береһе - Әлибаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылындағы мәктәптә уҡығанда уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уның ѳсѳн иң яратҡан дәрес була....