Мәғариф алдында - етди бурыстар 17-02-2017, 13:18 / ---

Мәғариф алдында - етди бурыстар

Үткән аҙнала мәғариф идаралығында белем биреү учреждениеларының, профсоюз етәкселәренең йомғаҡлау кәңәшмәһе үтте. Унда район-ҡала мәғариф системаһының бер йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, ағымдағы йылға бурыстар ҡуйылды. Кәңәшмәлә мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева, бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Ғәҙел Сәйетов, Инйәр район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Овчинникова, мәғариф идаралығының бүлек етәкселәре, белгестәре һәм башҡалар ҡатнашты....
Мәктәп тарихы менән данлы 17-02-2017, 13:15 / ---

Мәктәп тарихы менән данлы

Тимер юл ауылы мәктәбенә - 60 йыл Һәр мәктәп үҙенең матур тарихы, белем биреп сығарған уҡыусылары, уларҙың тормошта тотҡан урыны менән дан тота. Ә инде ошонда белем алып, тыуған еренә, Тыуған иленә кәрәкле шәхестәр булып үҫкән балалар киләсәктә үҙ мәктәбенең тарихын байытыуға өлөш индерә, уның ғорурлығы булып һанала. Нәҡ шуныһы менән данлыҡлы, мәртәбәле була ла инде мәктәп тарихы. Ә йылдар үткән һайын был тарихтың тағы ла байыраҡ, матурыраҡ була барыуы мәктәптең дә абруйын күтәрә....
Уңыш уңғандарға йылмая 17-02-2017, 13:12 / ---

Уңыш уңғандарға йылмая

- Быйылғы һыуыҡтарҙа малды ҡышлатыуы ла еңелдән түгелдер? - Фермаға барып тѳшкәс тә, беренсе һорауым шул булды. - Юҡ, былтырғыға ҡарағанда, быйыл, киреһенсә, малдарҙы ҡышлатыу күпкә еңел, - тине крәҫтиән- фермер хужалығы етәксеһе Рѳстәм Ғәней улы МѲХӘМӘТДИНОВ. Ферма Үткәл ауылы эргәһендәге тау битендә урынлашҡан. Мал кәртәһенә килеп инеү менән, кѳр һыйырҙарҙы күреп, хужаның һүҙҙәре хаҡ булыуына ышанаһың. Тамағы туҡ булған малдың беҙҙә эше лә юҡ: ҡайһылары ҡояшта рәхәтләнә, ҡайһылары тоҙ ялай. Ә инде Германиянан килтерелгән голштин тоҡомло үгеҙ кѳтѳүҙең йәме булып тора....
17-02-2017, 13:06 / ---

"Мөлдөрәмә тулы наҙ-моңдарым"

"Мөлдөрәмә тулы наҙ-моңдарым" тип аталды Әбйәлил районы Байым мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, сәсәниә, йырсы, шағирә, “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Мәүлиә Фәрит ҡыҙы САФИУЛЛИНАның 65 йәше уңайынан уҙған ижад кисәһе....
Ғәмле, сәмле йәштәр үҫә 17-02-2017, 13:03 / ---

Ғәмле, сәмле йәштәр үҫә

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында II район-ҡала балалар ҡоролтайы үтте. Мөһим сарала район һәм ҡала мәктәптәренән уҡыусылар, абруйлы кешеләр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Ҡоролтайҙың пленар өлөшөндә балалар бөгөнгө көндә актуаль булған рухи ҡиммәттәрҙе, милли телде, мәҙәниәтте һаҡлау, районда туризмды үҫтереү, сәләмәт йәшәү рәүеше, экологик мәсьәләләр тураһында сығыш яһаны һәм тәҡдимдәр индереп, фекер алышты....
Асылар тештәрен үҙҙәрендә дауалай 17-02-2017, 13:01 / ---

Асылар тештәрен үҙҙәрендә дауалай

Асы һәм шул тѳбәктәге ауылдар халҡы, теш дауалайым тип, ҡалаға йѳрѳмәй, сѳнки үҙҙәрендә - Асы амбулаторияһында теш табибы бар. Марат Сәхәүләт улы Сәлимйәнов 1992 йылда Асы дауаханаһына эшкә ҡайта һәм бѳгѳнгәсә ауылдаштарының һаулығы һағында тора. Һәр бер дауаланыусының теш торошо менән яҡшы таныш, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Һѳнәрен яратып башҡарған Марат Сәхәүләт улы 2012 йылда “Маҡтаулы стоматолог” миҙалы менән наградлана. Тормош иптәше, эшендә тѳп ярҙамсыһы булған медсестра Зилә Мазһар ҡыҙы менән улар һәр кемде яҡты йѳҙ менән ҡаршылап, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә....
Милләтте мәҙәниәт үҫтерә 17-02-2017, 12:58 / ---

Милләтте мәҙәниәт үҫтерә

Бөгөн, сәйәси-иҡтисади ваҡиғалар көн ҡаҙағында торғанда, мәҙәниәт тураһында һүҙ алып барыу ҡайһы берәүҙәргә ғәжәп тә тойолор кеүек. Тормош йырлап-бейеп, күңел асыуҙан ғына тормай, тиеүселәр ҙә күп булыр. Тик нимә генә тиһәләр ҙә, мәҙәниәт төшөнсәһенә ныҡлабыраҡ күҙ һалһаҡ, уның асылына тәрән һәм күп яҡлы мәғәнә һалыныуы күренә. Нәҡ ошо өлкәлә йәмғиәтебеҙҙең йөҙө, йәшәйеше, бөтә ысынбарлығы сағыла. Ә шулай ҙа мәҙәниәт, тәү сиратта, кеше күңелен байытыу, уны рухи яҡтан үҫтереү кеүек төп бурысты башҡара тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булып күренгән был етди бурысты уңышлы...
Тыуым кәмеүе борсоуға һала 17-02-2017, 12:50 / ---

Тыуым кәмеүе борсоуға һала

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы залында муниципаль район биләмәһендә эшләгән һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының 2016 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау һәм 2017 йылға бурыстар буйынса ултырышы булып үтте....
Һәр мѳрәжәғәткә яуап бирелергә тейеш 17-02-2017, 12:48 / ---

Һәр мѳрәжәғәткә яуап бирелергә тейеш

Муниципаль район хакимиәтенең ҙур залында Белорет район-ара суд приставтары бүлеге хеҙмәткәрҙәренең үткән йылға йомғаҡ яһау кәңәшмәһе үтте....
Эшләргә теләгән кешегә юл асыҡ 17-02-2017, 12:44 / ---

Эшләргә теләгән кешегә юл асыҡ

Белорет районында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Татьяна Штоль булып китте. Ул район-ҡалала урынлашҡан сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән тармаҡ кәңәшмәһендә ҡатнашты....