Ҡоймаҡ байрамы 1-03-2017, 17:02 / ---

Ҡоймаҡ байрамы

Масленица Рәсәйҙә иң күңелле һәм кѳтѳп алған байрамдарҙан иҫәпләнә. Был байрамды билдәләү ваҡыты йыл һайын үҙгәрә һәм башланған кѳндән алып аҙна буйы байрам итеү, бер-береңә ҡунаҡҡа йѳрѳү ҡаралған. Быйыл ул 20 февралдән 26 февралгә тиклем дауам итте....
Йәштәр алға ынтыла 1-03-2017, 17:00 / ---

Йәштәр алға ынтыла

Социаль сәйәсәттә иң төп йүнәлештәрҙең береһе - үҫеп килгән йәш быуынға, студенттарға дөрөҫ йүнәлеш биреү, уларҙың буш ваҡытын файҙалы һәм үҙенсәлекле итеп үткәреү, йәш ғаиләләр менән эшләү, уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам итеү....
Ижадта ла, эштә лә әүҙемдәр 1-03-2017, 16:59 / ---

Ижадта ла, эштә лә әүҙемдәр

Һуңғы йылдарҙа китап туйын үткәреүселәрҙең үтә күбәйеп китеүенәнмелер, бындай сараларҙың бәҫе тоноҡланыбыраҡ ҡалғандай күренә башлағайны. Шуға күрә, сираттағы китап туйына саҡырыуҙары күңелдә икеле уйҙар ҙа тыуҙырҙы. Шулай ҙа, тышта сатнама һыуыҡ көн булыуына ҡарамаҫтан, Үткәл ауылына юл тоттоҡ.“Миҙгелдәр” китабының авторҙары Нәркәс Ирек ҡыҙы Йомағужина, Лира Таһир ҡыҙы Хәйруллина, Наилә Фуат ҡыҙы Кималова һәм “Белорет шишмәләре” китабына шиғырҙары ингән Айзилә Сафиева менән Гөлсинә Йомағужинаның шатлығын уртаҡлашырға бик күп ҡунаҡтар килде....
«Мине лә ебәрегеҙ...» 1-03-2017, 16:51 / ---

«Мине лә ебәрегеҙ...»

Һуғыш тетрәнеүҙәренән арыған оло быуын: “һуғыш булмаһын”, - тигән теләкте йыш әйтә. Эйе, һуғыш бер ваҡытта ла яҡшылыҡ килтермәй. Бѳйѳк Ватан һуғышы яралары уңалып та ѳлгѳрмәй, Афғанстанда һуғыш ҡупты. Илебеҙ ир-егеттәрҙе, интернациональ бурыс үтәү маҡсатында, Афғанстанға ебәрҙе. Унда күп яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. Йылдар үткән һайын яугир-интернационалистарҙың сафы ла һирәгәйә бара. Әлеге ваҡытта беҙҙең районда ике яугир- интернационалист ауыл хакимиәте башлыҡтары булып эшләй. Байрам алдынан улар Афғанстандағы һуғыш хәтирәләре менән уртаҡлашты....
Шиғыр яҙыу еңел эш түгел 1-03-2017, 16:49 / ---

Шиғыр яҙыу еңел эш түгел

Бѳгѳн шиғыр йә булмаһа хикәйә яҙып, үҙ ҡәләмен һынап ҡарамаған кешеләр бик әҙ генәлер. Кемеһелер бала саҡтан был шѳғѳл менән ҡыҙыҡһына, икенсе берәүҙәре йәшлек осоронда, ә ѳсѳнсѳләре иһә етерлек кимәлдә тормош тәжрибәһе туплап, хаҡлы ялға сыҡҡас, ныҡлап ижад донъяһына сума....
«Йәштәр өсөн борсолам» 1-03-2017, 16:46 / ---

«Йәштәр өсөн борсолам»

- Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу кеүек. Кисә генә урамда ялан аяҡ йүгереп уйнап йѳрѳгән малайҙар инек, бѳгѳн бына 85 йәште лә барлайым, - тип ҡаршыланы Рәйес Фәүзи улы ТУҒЫШЕВ. Эйе, ғүмер аҡҡан һыуға тиң, әммә Рәйес Фәүзи улы ѳсѳн был ғүмер ағышы даръяға тиң булған, тип әйтһәк тә хата булмаҫ....
Почтовиктар шахмат уйнаны 1-03-2017, 16:45 / ---

Почтовиктар шахмат уйнаны

Белорет почтамты 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар кѳнѳнә ҡарата шахмат һәм шашка буйынса турнир үткәрҙе. Унда район һәм ҡаланың 14 почта хеҙмәткәре ҡатнашты, улар араһында 6 ҡатын-ҡыҙ һәм 8 ир-егет булды. Уйынсыларҙың дүртәүһе - Р.Ғ. Әғлиуллин, Ф.М. Фәйзуллин, Р.Д. Гарданов, В. М. Ғәлин шахматта ла, шашкала ла үҙ кѳсѳн һынаны. Ярыш һѳҙѳмтәләре буйынса, водитель Фәнис Фәйзуллин шахмат уйынында, механик Рәсүл Әғлиуллин шашканан I урын алды. Уларға Олег Газмановтың концертына билет бирелде. Ҡалған уйынсыларға профсоюз ойошмаһының дәртләндереү бүләктәре тапшырылды. Тәүге тапҡыр үткәрелгән ярыш...
Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер 1-03-2017, 16:44 / ---

Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер

Быға тиклем Үҙәнбаш ауылы старостаһы булған, былтыр Шығай ауыл Советы депутаты итеп һайланған Ғәзинур Ғилман улы ҠЫУАНДЫҠОВ ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәүен дауам итә....
500-гә яҡын саңғысы ҡатнашты 1-03-2017, 16:42 / ---

500-гә яҡын саңғысы ҡатнашты

Үткән шәмбелә ҡаланың “Металлург” стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Серебренников иҫтәлегенә, Ватан һаҡсылары һәм Рәсәй ОСОАВИАХИМ- ДОСААФ-тың барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулыуға арналған 45-се саңғы ярышы үтте....
Абҙаҡтар берҙәмлеген күрһәтте 1-03-2017, 16:41 / ---

Абҙаҡтар берҙәмлеген күрһәтте

Бөгөн ҡалала ғына түгел, хатта төпкөл ауылдарҙа ла кесеһенең дә, олоһоноң да спортҡа ылығыуы, уның ниндәй ҙә булһа төрөн үҙ итергә тырышыуы һоҡланыу уята. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа скандинав аҙымы менән йөрөү популяр булып китте, ә бына хоккей элек-электән күптәрҙең яратҡан уйын төрө. Ауылда сәкән һуғып үҫмәгән бер генә малай ҙа юҡтыр. Ә инде уларҙы бер ергә туплап, ойоштороп йөрөүселәр булһа, ошо ябай ғына ауыл малайҙарынан да бынамын тигән команда төҙөп, ысын хоккейсылар тәрбиәләргә була....