Бер йәйҙә ѳйлѳ булды 24-03-2017, 15:24 / ---

Бер йәйҙә ѳйлѳ булды

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡараған тѳндә Үҙәнбаш ауылында янғын сыға. Һѳҙѳмтәлә ике ғаилә урамда ҡала. Зыян күреүселәр араһында 80 йәшлек Нәсиха Баязит ҡыҙы Нәбиуллина ла була. Нәсиха Баязит ҡыҙы бик теремек, уңған инәй. Беҙ уның менән алдан да таныш инек. Уның тормош юлы еңелдән булмай, хаҡлы ялға сыҡҡансы Белорет леспрохозының Үҙәнбаш участкаһында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Кеше килеп эшләр, тип кѳтѳп ултырырға ѳйрәнмәгән ул, 80 йәштә лә үҙе утын бысып, берәүгә лә бәлә һалмай йәшәргә күнеккән. Берҙе редакцияға килеп, Рәсәй Президенты Владимир Путинға пенсиям бәләкәй тип хат яҙыуы...
Абҙаҡта - әҙәби 24-03-2017, 15:22 / ---

Абҙаҡта - әҙәби "десант"

Абҙаҡ ауылында яҙыусылар менән осрашыу үткәреү яҡшы йолаға әйләнде. 2015 йылдың октябрендә билдәле яҙыусылар Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов, Әхмәҙин Әфтәх, шулай уҡ уларҙың эҙенә баҫып килгән йәштәр - Венер Исхаҡов, Айгиз Баймѳхәмәтов мәктәптә осрашыуҙа ҡатнашҡайны. Мартта абҙаҡтарҙы әҙәби “десант” тағы ла ҡыуандырҙы: тәүге кѳн ауыл мәҙәниәт йортонда үткән матур осрашыу әҙәбиәткә һыуһаған күңелдәрҙә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Яҙыусылар, шағирҙар сығыш яһаған арала йәш йырсы Айтуған Ғәйзуллин ауыл халҡын үҙенең йырҙары менән әсир итте. Икенсе кѳндѳ мәктәп уҡыусылары фәһемле дәрес алды....
Төптән уйланылған закондар кәрәк 24-03-2017, 15:16 / ---

Төптән уйланылған закондар кәрәк

Башҡортостан Хөкүмәте 2017 йылға балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең яңы максималь күләмен раҫланы. Март башында балалар баҡсалары өсөн түләүҙәрҙең артыуы һәм ташламаларҙың алыныуы ата-әсәләр араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Түләүҙәрҙе туҡтатып тороу 1 мартта ғәмәлгә ингән “Мәғариф тураһында”ғы закон статьяһына үҙгәрештәр менән бәйләнгән. Ә уны биреү тәртибен билдәләүсе ҡарарға ҡул ҡуйылмаған. Ҡарар ҡабул ителмәү сәбәпле, компенсация түләүҙәре лә ваҡытлыса туҡтатылды. Республиканың район-ҡалаларында балалар баҡсалары өсөн түләүҙәр күләме һәр муниципалитетта төрлөсә һәм айына 1070 һумдан 2646 һумға...
24-03-2017, 15:13 / ---

"Эшем менән бәхетлемен"

- Ҡотлау бирергә килгәйнем, урын бар микән? - Ошо статьямды тиҙ арала баҫтырып булмаҫмы? - Алло, үткән аҙнала шиғырҙарымды ебәргәйнем, нишләп һаман да баҫтырмайһығыҙ ул? - Яңы магазин асҡайным, исемен башҡортсаға тәржемә итергә һеҙгә ебәрҙеләр. Ошондай һөйләшеүҙәр, тағы әллә күпме эштәр ана шулай көн аҙағына тиклем дауам итә. Һәммәһе менән дә ихласлап һөйләшеп, йомоштарын үтәп, ярҙам итеп, етмәһә, гәзит полосаларын тултырып, уларҙы уҡып та өлгөрөргә кәрәк. “Урал” гәзите мөхәрририәтенең яуаплы секретары бүлмәһендә, элеккесә әйткәндә, штабында, шулай эштәр ҡыҙыу бара. Һүҙебеҙ - яуаплы...
Ергә ҡараш һәм талаптар үҙгәрҙе 24-03-2017, 15:11 / ---

Ергә ҡараш һәм талаптар үҙгәрҙе

21 мартта муниципаль райондың муниципаль ер контроле секторы мѳдире Илфир Ишморат улы Мѳхәмәтйәров ергә документ юллау, теркәү, хосусилаштырыу, ерҙе файҙаланыу, муниципаль район территорияһында ерҙе һаҡлау буйынса гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе....
Белорет почтамтына - еңел машина 24-03-2017, 15:09 / ---

Белорет почтамтына - еңел машина

Белорет почтамтында үткән йыл һѳҙѳмтәләренә йомғаҡ яһау, киләһе йылдың бурыстарын билдәләү ѳсѳн отчет йыйылышы уҙҙы. Унда “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан филиалы директоры урынбаҫары Л.Р. Шафиҡов, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук, Белорет почтамты начальнигы А.Ю. Гревцев, район һәм ҡаланың, Межгорье ҡалаһының, Әбйәлил, Бѳрйән райондарының почтальондары ҡатнашты....