Ҡумыҙ моңдарына ялғаналыр, һауалағы бөркөт саңҡыуы 28-03-2017, 12:33 / ---

Ҡумыҙ моңдарына ялғаналыр, һауалағы бөркөт саңҡыуы

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында башҡорттоң милли ҡоралы - ҡумыҙҙың бәҫен күтәреү, пропагандалау, үҫтереү маҡсатында тәүге тапҡыр “Ауаз” ҡумыҙ- сылар һәм өзләүселәр район конкурсы үтте. Күп тармаҡлы ауыл клубы, Инйәр район мәҙәниәт йорто, район мәҙәниәт идаралығы ойошторған бәйгенең бәрәкәтле Шығай ерендә үткәрелеүе лә осраҡлы түгел. Борон-борондан Шығай үҙенең ҡурайсылары менән генә түгел, ә ҡумыҙсылары менән дә дан тотҡан ауыл. Тотош ғаилә ансамблен тәшкил иткән Үҙәнбаевтар ғаиләһе республика кимәлендә лә киң билдәлелек яуланы. “Ғаилә мозаикаһы” республика конкурсында Нуретдиновтар...
Уҡыусылар һөнәр һайлай 28-03-2017, 12:32 / ---

Уҡыусылар һөнәр һайлай

Белорет медицина колледжында Асыҡ ишектәр кѳнѳ үтте. Унда Белорет район-ҡалаһынан, Учалы, Магнитогорск ҡалаларынан 120 абитуриент ҡатнашты. Медицина колледжы директоры Азат Хамматов уҡыу йорто менән таныштырһа, уҡытыу эше буйынса бүлек мөдире Алексей Оглобличев уҡыу процесы тураһында һѳйләп үтте. Үҙәк район клиник дауаханаһының баш медсестраһы Людмила Козлова медицина колледжын тамам- лаусыларҙың киләсәктә ҡайҙа эшкә урынлаша алыуы тураһында әйтеп китте. Ҡабул итеү комиссияһы секретары Людмила Кваснина уҡыуға ҡабул итеү шарттары менән таныштырҙы....
Егәҙеләр саңғыла уҙышты 28-03-2017, 12:31 / ---

Егәҙеләр саңғыла уҙышты

Сағыу март кѳнѳндә Егәҙе ауылында Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы Василий Дмитриевич Наумкин иҫтәлегенә һәм ҡышҡы миҙгелде ябыуға арналған саңғы ярышы үтте. Сарала 7 йәштән алып 60 йәшкә тиклемге саңғы һѳйѳүселәр ҡатнашты....
Экологияла үҙгәрештәр 28-03-2017, 12:30 / ---

Экологияла үҙгәрештәр

Ҡалала экология өлкәһендәге закон проекттарындағы үҙгәрештәр менән таныштырыу өсөн өйрәтеү семинары уҙҙы. Унда район һәм ҡаланың төрлө милектәге предприятие, ойошма һәм прокуратура вәкилдәре, Иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының сығарылыш студенттары, юристар ҡатнашты. Закондарҙың йыш үҙгәреп тороуына хәҙер барыһы ла өйрәнеп бөттө. Экология өлкәһендә лә бындай үҙгәрештәр йыш була, ә инде һуңғы ике-өс йылда улар айырыуса күбәйҙе. Иҡтисад, социаль өлкәләргә туранан-тура бәйле булғанлыҡтан, бындағы үҙгәрештәрҙе белеү предприятие һәм ойошма етәкселәренә, эшҡыуарҙарға ла мөһим һанала....