Судьялар ҙа йырлай 31-03-2017, 14:57 / ---

Судьялар ҙа йырлай

Республикала судьялар һәм суд аппараты хеҙмәткәрҙәре араһында Башҡортостан Республикаһының суд системаһы барлыҡҡа килеүенә 95 йыл тулыуға арналған “Фемида таланттары” үҙешмәкәрҙәр конкурсы бара. Сараны Башҡортостан Республикаһы судьялары советы, Юғары Суды, Суд департаменты идаралығы берлектә ойоштора. Ул үҙешмәкәр сәнғәтте таратыу, суд системаһында эшләгәндәрҙең ижади кѳс-ҡеүәтен үҫтереү, һәләтен асыу маҡсатында үткәрелә. Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында “Фемида таланттары” конкурсының дүртенсе этабы үтте. Унда Белорет, Күгәрсен район-ара судтары, Сибай ҡала суды, Әбйәлил һәм Йылайыр район...
Егәҙе ағинәйҙәре берләште 31-03-2017, 14:55 / ---

Егәҙе ағинәйҙәре берләште

Районда Ағинәйҙәр ҡорон ойоштороу 2013 йылда башланғайны. Хәҙер ул 14 ауылдың ағинәй ойошмаһын берләштерә. Район ағинәйҙәре эше тураһында Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зилә Абзалова урындағы ҡоролтай Башҡарма комитетының отчет йыйылышында сығыш яһап, ағинәйҙәрҙең башҡарған эштәре, пландары тураһында һөйләгәйне. Зилә Минһажетдин ҡыҙының сығышынан һуң, ауылы, милләте өсөн янып-көйөп йөрөгән, һәр башланғысты күтәреп алған Булат Абдулхаҡ улы Яныбаев та Егәҙе ҡатын-ҡыҙҙарын бергә туплап, ағинәйҙәр ойошмаһы булдырыу уйы менән илһамланып, дәртләнеп ҡайтты. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, Егәҙе ауыл биләмәһендә...
«Хәүефһеҙ Интернет» яҡлыбыҙ 31-03-2017, 14:54 / ---

«Хәүефһеҙ Интернет» яҡлыбыҙ

Бөгөн Интернет селтәре менән файҙаланмаған, уның турала ишетмәгән бер генә кеше лә юҡтыр. Тик, бер рәхәттең бер михнәте булған кеүек, Интернеттың да файҙалы ла, зыянлы ла яҡтары күп. Барыһы ла уның менән дөрөҫ файҙаланыу ҡағиҙәләрен белеп етмәй әле, Интернет мутлашыусылары ла йоҡлап ятмай, уңайлы мәлде файҙаланып, мәкерле эшен ҡыла. Шуның өсөн бында ла алтын урталыҡты табып, һәр нәмәлә сама белеп, дөрөҫ эш итергә кәрәк. Глобаль донъя мәғлүмәте менән балалар файҙаланғанда айырыуса һаҡ булыу, уларҙы бар яҡлап та контролдә тотоу талап ителә, сөнки бының етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал....
Яҙғы боҙға ышанма! 31-03-2017, 14:54 / ---

Яҙғы боҙға ышанма!

Яҙын боҙ йоҡара, тығыҙлығын юғалта һәм һеҙҙең өсөн хәүеф сығанағына әйләнә. Көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙырған ҡояш нурҙары аҫтында ул тиҙ ирей. Шулай уҡ уның тиҙ йоҡарыуына көслө һыу ағымы ла сәбәпсе була. Көн һайын нығыраҡ ыуала, бутҡаға әйләнә. Тап шуға ла бындай боҙ өҫтөнән йөрөү ҙур хәүеф тыуҙыра....