Эй, һылыу, һылыу Иҙел башы ҡыҙҙары... 23-03-2017, 14:27 / ---

Эй, һылыу, һылыу Иҙел башы ҡыҙҙары...

- Быйылғы һылыуҙар өсөн һайлап алыу турында, былтырғыһына ҡарағанда, талаптар ҡатыраҡ булды. Етмәһә, “Һылыуҡай - 2017” район гүзәллек бәйгеһен юғары кимәлдә үткәреү йөкләмәһен урындағы ҡоролтай Башҡарма комитеты үҙ өҫтөнә алды һәм контролдә тотто. Финалға ла береһенән-береһе матур, аҡыллы ҡыҙҙар үтте, тигәйнеләр. Матур ғына тамаша булырға оҡшай тип килдем әле, - тине бер апай....
Һеҙҙең тормош - башҡаларға үрнәк 23-03-2017, 14:26 / ---

Һеҙҙең тормош - башҡаларға үрнәк

Яҙҙың матур кѳндәренең береһендә - 13 мартта Сермән ауылының егәрле улы Солтан Мосауир улы Сиражетдинов күркәм юбилейын - 80 йәшен билдәләне. Бәхетленең шатлығы яңғыҙ йѳрѳмәй, тиҙәр. Быйылғы йыл Сиражетдиновтар ѳсѳн икеләтә байрам алып килде - тормош иптәше Зифа Айытбай ҡыҙы менән ҡулға ҡул тотоношоп, тормош юлынан бергә атлауҙарына ла 60 йыл тула. Ошо айҡанлы Сермән социаль-мәҙәни үҙәгендә юбилярҙарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Юбилярҙы ҡотларға муниципаль район етәкселеге, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары йыйылғайны....
Йолаға нигеҙ hалынды 23-03-2017, 14:24 / ---

Йолаға нигеҙ hалынды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө итеп билдәләү тураһында ҡарар сығарып, ошо йәһәттән баш ҡалабыҙ Өфөлә “Матур ғаилә - ил ҡото” төбәк-ара форумы үткәрелгәйне. Унда Белорет район һәм ҡалаһы делегацияһы - Шығай ауылынан Сәғирә һәм Фәнил Ғәлиуллиндар, Мәхмүттән Гөлнур һәм Сәлим Асҡаровтар, урындағы ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, мәҙәниәт идаралығының өлкән методисы Гөлшат Ғәлиуллина ҡатнашты....
Таҙалыҡ кейемдән башлана 23-03-2017, 14:23 / ---

Таҙалыҡ кейемдән башлана

Халыҡтың йәшәү шарттары йылдан-йыл яҡшыра, көнкүреш мәшәҡәттәрен еңеләйтеүсе заман техникаһы күбәйә барһа ла, күптәр һаман ошо өлкәлә хеҙмәтләндереү күрһәткән ойошмаларға мөрәжәғәт итә. Шул арҡала, ҡалабыҙҙағы Химик таҙартыу, йыуыу һәм мунса фабрикаһы ла бөгөнгәсә үҙ эшмәкәрлеген уңышлы алып бара....
Ҡоҙғон-әхмәрҙәр ҡышын да ат сабыштыра 23-03-2017, 14:21 / ---

Ҡоҙғон-әхмәрҙәр ҡышын да ат сабыштыра

- Ҡоҙғон-Әхмәрҙә дәртле халыҡ йәшәй. Улар һәр байрамды үҙенсәлекле итеп ойоштора. Мәҫәлән, 21 февралдә - Ватанды һаҡлаусылар байрамы алдынан ауылдың бѳтә ир-егеттәрен сәйгә саҡырҙыҡ, - тип һуңғы яңылыҡтар менән уртаҡлашты ауыл старостаһы Нажия ВӘЛИЕВА....
“Ломовка ҡарсығалары” быйыл да еңде 23-03-2017, 14:18 / ---

“Ломовка ҡарсығалары” быйыл да еңде

Ҡыш әле генә башланған кеүек ине, бына яҙ ҙа ишек ҡаҡты. Ҡышҡы спорт төрҙәренең һуңғы ярыштары ошо хаҡта һѳйләй....
Морат тауында финал ярышы 23-03-2017, 14:16 / ---

Морат тауында финал ярышы

...
Етәксе булып тыуаларҙыр 23-03-2017, 14:13 / ---

Етәксе булып тыуаларҙыр

Етәксе булып тыуаларҙыр тигән уй килә Ишбулат Сабирйән улының тормош юлына күҙ һалғанда Ҡайһы берәүҙәрҙең тормошо күҙгә салынып бармай, ә кемдер донъяны шаулатып йәшәй. Абҙаҡ ауылында Нажия һәм Сабирйән Аҡкучуковтар ғаиләһе лә донъяны шаулатып йәшәгән абруйлы ғаиләләрҙең береһе булды. Уларҙың балалары ҙур урындарҙа эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ҡыҙҙары Роза - Башҡортостандың халыҡ артисткаһы. Бѳгѳн баш балалары - Ишбулат Сабирйән улы 70 йәшлек юбилейын билдәләй....
Һәр саҡ алғы сафта 23-03-2017, 14:12 / ---

Һәр саҡ алғы сафта

Беҙҙең илдә ветерандар хәрәкәте тормош талабы буйынса барлыҡҡа килгән. 80-енсе йылдарҙа, үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда, халыҡтың йәшәү кимәле ныҡ түбәнәйә. Был бигерәк тә һуғышта ҡатнашып, Тыуған илен һаҡлаған, тылда фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән, һуғыштан һуң заводтар тѳҙѳгән, икмәк үҫтергән, балалар, ейәндәр тәрбиәләгән кешеләргә ҡағылды. Шуға ла ветерандарҙың лайыҡлы тормошон тәьмин итеүгә, уларҙы социаль яҡтан яҡлауға йүнәлтелгән йәмәғәт ойошмаларын булдырыу заман талабына әйләнә. Быны 1985 йылдың майында КПСС Үҙәк Комитетында һуғыш һәм тыл ветерандарының осрашыуы ла раҫлай. Осрашыуҙа ҡабул...
Белем биреүҙә яңы алымдар 23-03-2017, 14:07 / ---

Белем биреүҙә яңы алымдар

Бынан бер нисә йыл элек ҡалабыҙҙа Республика дистанцион уҡыу үҙәге эш башлағайны. Хәҙер уның эшмәкәрлегенә лә 5 йыл булып китте. Үҙәктә Белорет, Бөрйән, Учалы район- ҡалаларынан мѳмкинлектәре сикләнгән балалар уҡый. Балаларға тейешле белем биреү ѳсѳн бында бөтә шарттар ҙа булдырылған. Шул арҡала уҡыусыларҙың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы, компьютер менән эшләү оҫталыҡтары ла көндән-көн арта. Һуңғы арала дәрестә Интернет мөмкинлектәрен файҙаланып, виртуаль экскурсиялар ойошторола. Уҡыусыларға ла бында бик оҡшай. Улар ѳйҙә ултырып ҡына Башҡортостандың әллә күпме мәмерйәләре, тауҙары, театр- музейҙары...