Байрам алдынан - бүләк! 28-04-2017, 11:29 / ---

Байрам алдынан - бүләк!

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы! Уны һәр кем кѳтѳп ала, сѳнки яҙ хеҙмәт кешеһенә кѳс-дәрт, яңы һулыш бирә. Май байрамдары айҡанлы районда тѳрлѳ саралар, шатлыҡлы ваҡиғалар үтә. Шуларҙың береһе 27 апрелдә муниципаль район хакимиәтендә булды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов районда йәшәгән ѳс ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ѳсѳн сертификаттар, ә йәш белгес - әлеге ваҡытта балалар поликлиникаһында офтальмолог бу- лып эшләгән Лилиә Ринат ҡыҙы Бушинаға ике бүлмәле фатир асҡысын тапшырҙы....
Май авиаосоштан башлана 28-04-2017, 11:24 / ---

Май авиаосоштан башлана

Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлеге һәм “Первушино” бәләкәй авиация аэродром комплексы 1 майҙан 8 майға тиклем “Башҡортостан Республикаһының алтын балдағы” тип аталған агитавиаосош һәм автоуҙыш үткәрә. Акция Башҡортостанда байрам атмосфераһын киң йәйелдереү, илебеҙ һәм халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы өсөн ғорурлыҡ уятыу, йәштәрҙең хәрби-патриотик рухын көсәйтеү, һуғыш ветерандарына иғтибар һәм ихтирам күрһәтеү, үҙҙәрен мәңгелек данға күмгән летчиктарҙың, һәләк булған һалдаттарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Авиаосошта ҡатнашыусылар 1941- 1943 йылдарҙа летчиктар...
Онотолмай Чернобыль... 28-04-2017, 11:23 / ---

Онотолмай Чернобыль...

Чернобыль атом электр станцияһында булған фажиғәгә 31 йыл тулды. Ѳс тиҫтә йыл үтһә лә, Чернобыль ветерандары аварияға бәйле ваҡиғаларҙы бѳгѳнгѳләй хәтерләй. - Бер йыл үткәс, 1987 йылда Чернобылгә барҙым. Алты айға ебәргәйнеләр, кѳслѳ нурланыу алғас, дүрт айҙан ҡайтарҙылар. Барыу менән махсус билге бирҙеләр, шуны тағып йѳрѳнѳк. Шул билге аша ниндәй кимәлдә нурланыу алғанды билдәләйҙәр. Чернобылдең үҙендә лә, 4-се блокта ла эшләттеләр. Күп объекттарҙы һыланыҡ. Беҙ барғанда ҡала үлгән кеүек ине: кешеләр юҡ, 5-9 ҡатлы йорттар буш тора, тик милиция ғына дежур итә. Беҙ Чернобыль ҡалаһынан 20...
Үҙебеҙҙең депутат 28-04-2017, 11:21 / ---

Үҙебеҙҙең депутат

Муниципаль район хакимиәтендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА халыҡты ҡабул итте. Был кѳндѳ депутатҡа тѳрлѳ һорауҙар менән 15-ләп кеше килде. Һорауҙар башлыса ер участкаларын законлаштырыу, ҡаланың Ғафури урамындағы иҫке йорттарҙы һүтеү, суд приставтарының эшмәкәрлегенә, торлаҡ мәсьәләләренә ҡағылды. Шулай уҡ Рысыҡай ауылында балалар баҡсаһы тѳҙѳү, 2019 йылда Ҡаһарманда үтәсәк Тамъян ырыуы башлығы Шәғәли Шаҡманға арналған байрам ойоштороуға ярҙам һорап та мѳрәжәғәт иттеләр. Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы барыһы менән дә ихлас аралашты һәм һәр һорауға ентекле яуап...
Һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет 28-04-2017, 11:20 / ---

Һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет

Фәриҙә апай Әзекәй ауылында ишле Ғәбитовтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Йәше тулғас, тиҫтерҙәре менән бергә мәктәпкә бара. Ишбулды Йомадил улы ла Әзекәйҙеке. Әлбиттә, уларға кескәй саҡтан ил күргәнде күрергә, күп ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. Ишбулды Сәйетов та армия сафына алынғансы нығынып, егет ҡорона инеп өлгөрә. Һалдат булараҡ та һынатмай, Ватан һағында тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булып, Свердловск өлкәһендә артиллерия часында наводчик булып 3,5 йыл хеҙмәт итә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, төрлө эштәрҙә эшләй. Буласаҡ кәләше менән тыуған ауылында таныша. Йәш пар алдан осрашып, бер-береһенә тауҙай...
“Хоҙай бирһә, 105-кә лә етермен әле” 28-04-2017, 11:18 / ---

“Хоҙай бирһә, 105-кә лә етермен әле”

Әлеге көндә Әзекәйҙә ғүмер иткән 90 йәшлек Мөхтәримә Сәхиәр ҡыҙы Фәхрәзинаның да яҙмышы һикәлтәһеҙ булмағандыр. Хеҙмәт ветераны ауырлыҡтарға бирешмәй, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт күрһәтеп, матур тормош көткән, балалар үҫтергән. Мөхтәримә Сәхиәр ҡыҙы 1927 йылдың 27 апрелендә Хөсәйен ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Оҙаҡламай ғаилә Белорет ҡалаһына күсеп килә, шунда 4 класты тамамлай. Үҫмер ҡыҙға тормош ҡыуаныстарына шатланып йәшәргә лә йәшәргә ине бит, тик ҡәһәрле һуғыш башланып, ҡыҙҙың уй-ниәттәрен селпәрәмә килтерә. 15 йәшлек ҡыҙ хеҙмәт юлын 1942 йылда металлургия заводының ҡорос ҡойоу цехында...
28-04-2017, 11:12 / ---

"Тирмәкәй"гә килегеҙ, уңыштарын күрегеҙ!

Ҡаланың 25-се «Тирмәкәй» башҡорт балалар баҡсаһының эшмәкәрлеге тураһында район- ҡалала белмәгәндәр бик һирәктер бөгөн. Заман талаптарына ярашлы эшләгән, быуындар күсәгилешлеген уңышлы файҙаланған, милли мәҙәни традицияларҙы һаҡлаған һәм яҡлаған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы булараҡ даны таралған уның. Шуға күрә лә, уның мөдире Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы Бүләкбаеваның алдынғы ҡарашлы булыуын, талапсанлығын һәм балалар баҡсаһын юғары кимәлгә еткереү өсөн һалған тырышлығын баһаламайынса булмай. Ул етәкселек иткән коллективта ижади ҡарашлы, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт иткән һәм үҙ эшен...
Телемедицинские пункты 26-04-2017, 15:36 / ---

Телемедицинские пункты

На сегодняшний день в республике функционирует 26 телемедицинских пунктов. Во исполнение поручения Главы Республики Башкортостан о принятии мер по наиболее полному использованию возможностей телемедицинских центров в первую очередь был проведен анализ использования существующего телемедицинского оборудования. При этом необходимо отметить, что использование специализированных телемедицинских систем в поликлиниках г.Уфы не показало своей эффективности, в связи с наличием специалистов высокого уровня в «шаговой доступности». Минздравом подготовлен план перемещения неэффективно используемого...
Йәштәр битараф түгел 26-04-2017, 11:16 / ---

Йәштәр битараф түгел

Муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов Белорет педагогия колледжында ҡалала урынлашҡан уҡыу йорттары студенттары менән осрашты. Тәүҙә хакимиәт башлығы район-ҡалала барған хәл-ваҡиғалар менән таныштырҙы, киләсәккә пландар тураһында һѳйләне. Һуңынан студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе....
Бында почтаны ат менән ташыйҙар 26-04-2017, 11:15 / ---

Бында почтаны ат менән ташыйҙар

Почта эше X быуатта - Киев Русе заманында уҡ барлыҡҡа килә. Ул “повоз” тип атала. Кенәздең хәбәр йѳрѳтѳүселәрен халыҡ бер стандан икенсе станға тиклем ат менән тәьмин итергә тейеш булған. XIII быуатта почта станциялары “яма” тип атала. Ул заманда почтаны ташыған тѳп транспорт - ат була. Бѳгѳнгѳ кѳндә лә ат почта мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүен дауам итә. Ғѳмүмән, беҙҙең районда ваҡытлы матбуғатты башлыса ат менән ташыйҙар. Райондың Егәҙе почта бүлексәһе почтальоны Урал Сәйфулла улы Әминев үҙенең эшен атһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Сатнама һыуыҡтарҙа ла, ҡойма ямғырҙарҙа ла ул тоғро дуҫы - ат...