«Сәләмәтлеккә юл» үҙебеҙҙән башлана 5-04-2017, 15:25 / ---

«Сәләмәтлеккә юл» үҙебеҙҙән башлана

Кешегә, биологик төр булараҡ, 120- 125 йыл ғүмер бирелгән. Ғүмер оҙонлоғо буйынса тәүге урында Япония торһа, абхаз халҡы ла ҡалышмай. Рәсәй иһә донъя кимәлендә 112-се баҫҡысты ғына биләй. 1917 йылда рәсәйҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо бары тик 33 йыл булһа, 2017 йылғы мәғлүмәттәр иһә 71 йәште күрһәтә. Илебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар уртаса 75 йәшкә тиклем йәшәй, ирҙәр уларҙан да аҙыраҡ ғүмер кисерә. Ғүмерҙең ярайһы уҡ ҡыҫҡарыуы хәрәкәтләнеү активлығының түбәнәйеүенән, дөрөҫ туҡланмауҙан, артыҡ һимереүҙән, тәмәке тартыуҙан, алкоголь эсемлектәр ҡулланыуҙан һәм һыу сифатынан килә. Организм 40-45 йәштән яйлап...
Бейей-бейей оҫтарғандар 5-04-2017, 15:23 / ---

Бейей-бейей оҫтарғандар

Районда “Еҙ үксә” бейеү конкурсының һайлау туры үтте. Шығай ауылының “Өлкәр” мәҙәни үҙәгендә “Еҙ үксә” район бейеү конкурсының һайлау туры уҙҙы. Быйыл был конкурс ѳсѳнсѳ тапҡыр ойоштороласаҡ. Ҡатнашыусыларҙың күплеген иҫәпкә алып, конкурс Инйәр район мәҙәниәт йортонда һәм Шығай ауылында үткәрелде. Инйәрҙәге конкурста бөтәһе 15 яңғыҙ бейеүсе һәм 8 коллектив, ә Шығайҙа иһә 18 солист һәм 10 коллектив ҡатнашты....
Хеҙмәт емешен татыу бәхете 5-04-2017, 15:22 / ---

Хеҙмәт емешен татыу бәхете

Маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш, егәрле кешеләрҙең бындай сифаттары бала саҡтан уҡ билдәле булалыр. Ғәҙәттә, был балаларҙың холоҡ-ғәҙәте, һәләте үҫә төшкәс тә үҙгәрмәй һәм халҡына, яҡындарына файҙа килтереүгә, изгелек эшләүгә йүнәлтелә. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы -Үрге Әүжән участка дауаханаһының баш врачы Гүзәл Салауат ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНА ла бала саҡтан уҡ сәмсел булып үҫә....