Башҡорт рухлы батыр егет 11-04-2017, 10:30 / ---

Башҡорт рухлы батыр егет

Көркәк һәм Ҡырҡты тауҙары эргәһендә матур Ҡыҙыл йылғаһы аға, ошо йылға буйында Әбйәлил районының Мораҡай ауылы урынлашҡан. Күбәләк ырыуына ҡараған хозур тәбиғәтле был ауылда бик тырыш кешеләр йәшәй. Уларҙың береһе, үҫеп килгән йәш батыр - Булат Вәхит улы АБДРАХМАНОВ....
“Чемпион менән зарядка” 11-04-2017, 10:28 / ---

“Чемпион менән зарядка”

Ҡаланың педагогия колледжында Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арналған “Чемпион менән зарядка” акцияһы үтте. Бөгөн сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, спорт менән шөғөлләнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Спорт һаулыҡты ғына нығытып ҡалмай, ихтыярҙы, рухты нығытыуҙа ла ҙур роль уйнай. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Йәштәрҙең ял үҙәге кеше һаулығын ҡайғыртыуға йүнәлтелгән акция ойошторҙо. Грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры Степан Коробов Белорет педагогия колледжы студенттары менән зарядка уҙғарҙы. Ул спорт инвентарҙарын файҙаланмай ғына үҙаллы эшләп булған күнегеүҙәр системаһын ѳйрәтте....
Лапта буйынса еңеүсе 11-04-2017, 10:27 / ---

Лапта буйынса еңеүсе

Белорет командаһы ҡыҙҙары лапта уйыны буйынса юниорҙар араһынан Рәсәй беренселегендә призлы урын яуланы. Ярыштар Смоленск ҡалаһында үтте. Лапта - рус халҡының боронғо уйыны. Был уйында ялҡауҙарға урын юҡ, сөнки уйын йылғыр, отҡор булыуҙы һәм ҙур иғтибарлыҡты талап итә. Әлеге көндә онотолоп барған был уйын ҡаланың 14-се гимназияһында яңынан популярлыҡ ала. Лапта уйыны буйынса команданы ҡалала билдәле тренер Сергей Ручушкин бынан 14 йыл элек булдыра. Тырышлыҡ бушҡа булмай, ошо ваҡыт арауығында улар төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, күп тапҡыр призлы урындар яулаған....
“Питер - беҙ һинең менән!” 11-04-2017, 10:27 / ---

“Питер - беҙ һинең менән!”

Үткән шәмбе илебеҙҙең бѳтә ҡалаларында Санкт- Петербург метроһындағы терактта һәләк булғандар иҫтәлегенә акциялар үтте. Был сараға белореттар ҙа ҡушылды һәм ҡаланың Геройҙар аллеяһында террор ҡорбандарын иҫкә алыу өсөн терактҡа ҡаршы булған йѳҙәрләп кеше йыйылды. Улар араһында муниципаль район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм тѳрлѳ партия вәкилдәре бар ине. Күптәр “Питер - беҙ һинең менән!”, “Терроризмға - юҡ! - тип әйтәбеҙ”, “Беҙ терроризмға ҡаршы!”, “Рәсәй террорға ҡаршы!”, “Санкт-Петербургтың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ” тигән лозунгылар менән килгән ине....
Полиция менән халыҡ мәнфәғәтендә 11-04-2017, 10:25 / ---

Полиция менән халыҡ мәнфәғәтендә

Яңыраҡ Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт советының яңы составы менән тәүге ултырышы булып үтте. Совет составына ҡалабыҙҙың дәүләт, ветеран ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары етәкселәре, дини конфессиялар вәкилдәре, эшҡыуарҙар, юристар инде. Үткән йылда башҡарылған эштәре буйынса Совет рәйесе Иван Лавренов сығыш яһаны. Иван Анатольевич тәҡдим иткән быйылғы эш планын Совет бер тауыштан раҫланы. Халыҡ менән полиция араһында йәнле аралашыу булдырыу - эшмәкәрлектең төп йүнәлеше. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа квартал һайын граждандарҙы ҡабул итеү, Йәмәғәт советы...