“Халыҡҡа лайыҡлы тормош булдырыу яҡлымын” 13-04-2017, 21:46 / ---

“Халыҡҡа лайыҡлы тормош булдырыу яҡлымын”

Тура бәйләнеш. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнештә квота буйынса экстракорпораль аталандырыуға эләгә алмаған ҡатын борсолоп шылтыратты һәм бындай мәсьәләне тағы ла ниндәйҙер юлдар менән хәл итеп булмаймы, тип һораны. Уның һорауына Рөстәм Зәки улы быйыл 1500 ҡатынға ошондай процедура эшләнәсәге хаҡында белдерҙе. Быға тиклем был күрһәткес бары тик 150 генә булған. Шуға күрә, быйыл был исемлеккә эләкмәгән ҡатындар 2018 йылда мотлаҡ эләгәсәк, сөнки республикала демографик күрһәткес түбәнәйгән ваҡытта был иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора, тине...
“Белореттарҙың дәғүәләре күп” 13-04-2017, 21:44 / ---

“Белореттарҙың дәғүәләре күп”

Тура бәйләнештә республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа Өфөлә һәм республиканың ҡайһы бер ҡалаларында пассажирҙарҙы ташыу насар ойошторолоуы тураһында ла һорау бирелде. Был һорауға Рөстәм Зәки улы ошондай миҫал килтерҙе. - Эйе, Өфөлә лә был проблема бар, сөнки закон тарафынан пассажирҙар ташый торған автотранспорт хужаларына талаптар ҡәтғиләнде. Хәҙер Өфөлә яңы микроавтобустар һатып алынды һәм маршруттар буйлап ебәрелде. Улар закон талаптарына яуап бирә, пассажирҙар ҙа ҡәнәғәт. Республиканың бәләкәй ҡалаларында әлегә был етешһеҙлектәр бар. Миҫал итеп Белорет һәм Учалы ҡалаларын алырға була....
“Эш хаҡы әкренләп булһа ла артасаҡ” 13-04-2017, 21:40 / ---

“Эш хаҡы әкренләп булһа ла артасаҡ”

Тура бәйләнеш. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн халыҡ һорауҙарына яуап бирҙе. Әңгәмә Башҡортостандың социаль-иҡтисади күрһәткестәренә ҡағылышлы теманан башланды. Рәсәйҙә уртаса эш хаҡының 35 меңдән ҙурыраҡ, ә Башҡортостанда 26 мең һумдан ашыуыраҡ булыуы тураһында әйтелде. "Башҡортостанда эш хаҡы ҙур түгел, кешеләрҙең 60 процентының айлыҡ килеме 20 мең һумдан артмай, был сумманы бер айға һуҙырға тырышалар. Проблема айырыусы ауыл ерендә киҫкен. Уны хәл итеү йүнәлешендә эш бара, Башҡортостанда эш хаҡы әкренләп булһа ла артасаҡ", - тине Рөстәм Хәмитов....