“Урмансы һѳнәрен һайлар инем” 17-04-2017, 12:34 / ---

“Урмансы һѳнәрен һайлар инем”

Район халҡының тормошо урмандан айырылғыһыҙ һәм ошо йәшел байлыҡты һаҡлауға бар ғүмерен арнаған, үҙ эшен яратып башҡарған кешеләр күп. Улар иҫәбенә Тирлән урмансылығында 39 йыл эшләгән Урал Рәшит улы ШӘЙӘХМӘТОВты индерергә мѳмкин. Урал Рәшит улы Күгәрсен районы Йомағужа ауылында тыуған. III класта уҡыған саҡта атаһы Рәшит Минғәле улын Тирлән урмансылығына баш лесничий итеп эшкә күсерәләр. Шулай итеп Шәйәхмәтовтар ғаиләһе Белорет районында тѳпләнә. Атаһы Тирлән урмансылығында 20 йылға яҡын баш лесничий булып эшләй, Тирлән урман хужалығы директоры була. Атаһының урман эшендә ҡайнап йәшәгәнен...
Янғындан һаҡлана бел 17-04-2017, 12:33 / ---

Янғындан һаҡлана бел

Абҙаҡ ауылында “Һәр йортҡа - хәүефһеҙлек” исеме һәм девизы аҫтында янғынға ҡаршы рейд уҙғарылды. Уны Белорет янғын- ҡотҡарыу гарнизоны хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Рейд көндәр йылынып, янғын хәүефе көсәйгән осор яҡынайыу сәбәпле, профилактик сара булараҡ үткәрелде. Сарала шулай уҡ Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Х.С. Мөхәмәҙиев, ауыл старостаһы Р.З. Нәжмитдинов, Абҙаҡ янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, әүҙем ауылдаштар ҡатнашты....
Егеттәр әрмегә китә 17-04-2017, 12:32 / ---

Егеттәр әрмегә китә

Беренсе апрелдән яҙғы саҡырыу старт алды. Һәр йылдағыса, призыв башланыу менән хәрби комиссариатта яҙғы саҡырыу комиссияһы ағзалары тарафынан әүҙем эш башланды. Әлеге ваҡытта белгестәр буласаҡ һалдаттарҙың физик һәм һаулыҡ торошонан сығып, уларҙың әрме тормошона әҙерлек кимәленең ниндәй булыуын билдәләй. Комиссияға төрлө уҡыу йорттарында белем алған егеттәр саҡырылды. Һуңғы йылдарҙа буласаҡ һалдаттарҙың үҙ теләге менән Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә ынтылыуы ҡыуаныслы күренештәрҙең береһе. Ошо йылдың 1 ғинуарынан төрлө уҡыу йорттарында белем алған студент егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә...
Тәрбиәселәр бәйге тотто 17-04-2017, 12:30 / ---

Тәрбиәселәр бәйге тотто

Ҡаланың 17-се балалар баҡсаһында “Йыл тәрбиәсеһе - 2017” конкурсы уҙҙы. Ҡала һәм райондың балалар баҡсаһы тәрбиәселәре ҡатнашҡан был сара Экология йылына арналды. Конкурс башланырҙан алда 17-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре экология темаһына арналған сәхнә күренеше күрһәтте. Бөгөн балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең эшен еңелдән тип әйтеп булмай. Улар иңенә үтә яуаплы һәм етди бурыс һалынған. Шуға күрә үҙ эшенең оҫтаһы булған педагогты асыҡлау маҡсатында ойошторолған конкурс та көсөргәнешле һәм ҡыҙыу барҙы. 6 этаптан торған конкурста 11 тәрбиәсе үҙ һәләте, тәжрибәһе һәм ижади оҫталығы...
Ҡурсаҡ уйнап туймағандар 17-04-2017, 12:30 / ---

Ҡурсаҡ уйнап туймағандар

Ҡаланың тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейында ҡурсаҡтар күргәҙмәһе асылды. Унда туғыҙ оҫтабикә - Нина Демичева, Елена Колмацкая, Людмила Швецова, Светлана Хурамшина, Рәйфә Ҡаһарманова, Людмила Козлова, Виктория Касанова, Әлфинур Зяляева, Нәзирә Ғәләүетдинова үҙҙәренең ижад емештәрен тамашасы хѳкѳмөнә сығарҙы....
Шашка сәмде, ихтыярҙы үҫтерә 17-04-2017, 12:29 / ---

Шашка сәмде, ихтыярҙы үҫтерә

Ҡаланың 19-сы балалар баҡсаһында шашка буйынса турнир уҙҙы. Унда ҡала һәм райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан 16 тәрбиәләнеүсе зирәклектә ярышты. Балалар баҡсалары араһында тәүге тапҡыр үткән был сара ҡаланың 255 йыллыҡ юбилейына ла арналды. Бөгөн балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереп, камил шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Шул арҡала балалар баҡсаһында интеллектуаль спорт төрҙәренең популярлыҡ алыуы ла ыңғай күренеш һанала, сөнки шашка спорты баланың аҡылын, зирәклеген үҫтереү, әхлаҡи-эстетик тәрбиәһен, ихтыяр көсөн нығытыу йәһәтенән отошло булып тора. 19- сы балалар...
Тхэквондо популярлаша 17-04-2017, 12:28 / ---

Тхэквондо популярлаша

Ҡаланың медицина колледжында тхэквондо буйынса 2-се ҡала- район Беренселеге һәм Фестивале уҙҙы. 80-дән ашыу ҡатнашыусы үҙ көсөн һынарға килде. Ярыштарҙа Өфөнөң “Аҡ Йорт”, Әбйәлил районы Байым ауылының “Байым”, Тимер юл ауылының “Комета” һәм Белорет ҡалаһы клубтары ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының Тхэквондо Федерацияһы (ИТФ) президенты Шамил Рәфил улы Ишберҙин ярыштарҙы асып, сәләмләү һүҙҙәрен еткергәндән һуң ҡала-районда ошо спорт төрөн популярлаштырыуҙа ярҙам иткән муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящукка, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Е.А....
Белемле меңде йығыр 17-04-2017, 12:27 / ---

Белемле меңде йығыр

“Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” телевизион уйыны һәр кемгә яҡшы таныш. Ул оҙаҡ йылдар дауамында бара һәм күптәрҙең яратҡан уйыны булып тора. Яңыраҡ, 2 апрелдә, Белорет уҡыусыһы ошо уйында ҡатнашып, уйындың белгестәрен еңеп, 60 мең аҡса отто. Егет Мәскәүҙәге студияға үҙенсәлекле әйбер ебәрә. Ситтән ҡарауға тоҡсайға оҡшаған әйбер тығыҙ туҡыманан эшләнгән. Елена Потанина командаһына был әйбер менән файҙаланған кешенең һѳнәрен билдәләргә кәрәк була. Белгестәр командаһы тѳрлѳ фараздар әйтә - ҡош аулаусы, балыҡсы һәм баҡсасы. Улар был сумка менән орнитологтар йѳрѳй тигән фаразда туҡтала. Әммә дѳрѳҫ яуап...