Ағы барҙың - туғы бар 26-04-2017, 11:13 / ---

Ағы барҙың - туғы бар

- Өләсәй, сәхнәлә нимә тип яҙылған ул? - “Ағы барҙың - туғы бар” тип яҙылған, ҡыҙым! - Шулай тип йырлайҙармы? - Юҡ, балам, кемдең малы бар, шулар туҡ, матур йәшәй, уларҙың һөтө, ҡаймағы, ҡатығы ла була тигәнде аңлата ул, - ти өләсәһе кескәй ейәнсәренә....
Мәҙәни мираҫты һаҡлап 26-04-2017, 11:11 / ---

Мәҙәни мираҫты һаҡлап

Ҡаланың лицей- интернатында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү буйынса конкурс уҙҙы. Уны муниципаль райондың мәғариф идаралығы менән берлектә урындағы Ҡоролтай башҡарма комитеты ойошторҙо. Сара конкурсанттарҙың ҡобайыр башҡарыу, сәсәнлек оҫталығын арттырыу, сәсәндәр ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙың импровизаторлыҡ һәләтен, фекерләү мәҙәниәтен, телмәр ҡеүәһен, хәтерҙе һәм тауыш тембрын үҫтереү буйынса ла файҙалы булды. Балалар күңелендә халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәни мираҫына хөрмәт, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү ҙә конкурстың төп шарттарының береһе ине. Конкурс талаптарына ярашлы,...
Күңелендә - гөл-сәскә 24-04-2017, 11:57 / ---

Күңелендә - гөл-сәскә

Яныбай Хамматов исемендәге Сермән модель китапханаһында “Хәтирә” фольклор ансамбле ағзаһы, матур шиғыры, йырҙары менән күңелдәрҙе арбаған Альбина Алтынбай ҡыҙы Хәйретдинованың ижад кисәһе уҙҙы. Уны китапхана хеҙмәткәрҙәре Зилә Фәхрисламова менән Гөлнур Мусина әҙерләп алып барҙы....
Белорет сәхнәһендә - 24-04-2017, 11:55 / ---

Белорет сәхнәһендә - "Ҡыҙ урлау"

Ҡала Мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры һуңғы йылдарҙа яңы һулыш алды. Яңынан- яңы спектаклдәре менән тамашасыны ҡыуандырып тора. Сираттағы премьераны ла белореттар кѳтѳп алды. Был юлы театрҙың режиссеры Гѳлнара Ғилманова тамашасы хѳкѳмөнә Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһын сығарҙы. ...Башҡорт халҡының яратҡан байрамы - һабантуй бара. Бүләк йыялар, бер кем дә был байрамдан ситтә ҡалмай. Йәштәр тѳрлѳ уйындарҙа ҡатнашып, йырлап-бейеп күңел аса, ә Әжмәғол ҡарт йәш сағында үҙенең ҡарсығын урлауы тураһында ауылдаштарына шаштырып-ҡабартып һөйләй. Был ваҡиғаны...
Ниндәй һөнәр һайларға? 24-04-2017, 11:45 / ---

Ниндәй һөнәр һайларға?

Абитуриенттарҙы йәлеп итеү маҡсатында уҡыу йорттары йыл һайын Асыҡ ишектәр кѳнѳ уҙғара. Ошондай сара ҡаланың металлур- гия колледжында ла уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар был уҡыу йорто биргән һѳнәрҙәр тураһында тулы мәғлүмәт алды. Металлургия колледжы - боронғо уҡыу йорттарының береһе. Үҙ эшмәкәрлеге дәүерендә ул 18 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған. Эшсе һөнәрен үҫтереү, уның абруйын күтәреү маҡсатында ойошторолған Асыҡ ишектәр кѳнѳнә тѳрлѳ мәктәптәрҙән 250-нән ашыу буласаҡ студент килде. Уларға ошо уҡыу йорто преподавателдәре һѳнәрҙәр тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Бында уҡыған студенттар...
Киләсәккә юл һалыусы 24-04-2017, 11:45 / ---

Киләсәккә юл һалыусы

Өфөнөң Конгресс-холында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2017” республика конкурсын тантаналы ябыу кисәһе үтте. Конкурста республиканың төрлө район- ҡалаларынан 200 уҡытыусы ҡатнашты. “Йыл уҡытыусыһы - 2017” республика конкурсында район-ҡалабыҙ уҡытыусылары ла лайыҡлы сығыш яһаны. 17-се гимназияның биология уҡытыусыһы Кристина Воринова йәш педагогтар араһында үткән конкурстың “Педагогик өмөт” номинацияһында иң яҡшы унау иҫәбенә инде. 3-сө мәктәптең рәсем уҡытыусыһы Елена Миронова ла республика конкурсында ҡала намыҫын лайыҡлы яҡланы. Ә Йөйәк урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте...
Район хакимиәтендә kунаkта 24-04-2017, 11:43 / ---

Район хакимиәтендә kунаkта

1993 йылда Рәсәй Федерацияһының тѳп законы - Конституция ҡабул ителгәс, илдә власть ѳс тармаҡҡа - башҡарма, закондар сығарыу һәм суд органдарына бүленә. Шулай итеп, башҡарма органдар ил тормошон кѳйләүсе бер мѳһим система булып формалаша. Урындағы үҙидаралыҡтарҙың эшен кѳйләү буйынса 131-се Федераль закон ҡабул ителә. Һуңғы йылдарҙа башҡарма органдарҙың эшмәкәрлегенә иғтибар артты. 2012 йылда Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 21 апрелде Урындағы үҙидаралыҡ кѳнѳ тип иғлан итеүе тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуы ла ошо турала һѳйләй. Муниципаль орган хеҙмәткәрҙәре быйыл бишенсе тапҡыр үҙҙәренең һѳнәри...
Фестиваль йәштәрҙе берләштерҙе 24-04-2017, 11:41 / ---

Фестиваль йәштәрҙе берләштерҙе

Сермән мәҙәниәт йортонда сираттағы “Яҙ - 2017” йәштәр фестивале уҙҙы. Сараны Йәштәрҙең ял итеү үҙәге, муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге, Инйәр район мәҙәниәт йорто ойошторҙо. Фестивалдең маҡсаты - йәш быуында Тыуған илгә, уның мәҙәниәтенә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү; ижади коллективтарға һәм айырым башҡарыусыларға һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү; мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу һәм үҙешмәкәр ижадты үҫтереү нигеҙендә район йәштәрен берләштереп, яңы таланттар асыу. «Яҙ - 2017» йәштәр фестивале Эколо- гия йылына һәм ҡаланың 255 йыллыҡ юбилейына ла...
Иң-иңдәр билдәләнде 24-04-2017, 11:40 / ---

Иң-иңдәр билдәләнде

Ҡаланың музыка мәктәбендә урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәренең һѳнәри байрамы айҡанлы тантаналы сара үтте. Унда муниципаль район етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Музыка мәк- тәбенең фойеһында муниципаль орган хеҙмәткәрҙәренең ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Сарала район Советының 2016 йылдың 18 февралендәге 345-се ҡарары нигеҙендә иғлан ителгән “Белорет районы муниципаль райондың иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсына йомғаҡ яһалды. Шулай итеп, 2016 йыл һѳҙѳмтәһе буйынса, “Иң яҡшы муниципаль берәмек” номинацияһында Ломовка ауыл биләмәһе ауыл Советы...
Алдынғы идарасы - Инйәрҙә 24-04-2017, 11:39 / ---

Алдынғы идарасы - Инйәрҙә

Ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы - хакимиәт башлығының уң ҡулы. Эштәр идарасыһы эше үтә лә яуаплы. Кадр бойороҡтарын, хакимиәт эшмәкәрлеге буйынса документтарҙы тултырыу, шулай уҡ нотариат һәм Совет эштәрен алып барыу ҙа улар иңендә. Инйәр ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ләйсән Ринат ҡыҙы Юлдашева ошо бурыстарҙы урынына еткереп үтәй. Ул хакимиәттә 2008 йылдан эшләй, ә бѳгѳнгѳ вазифаһына 2014 йылдың февралендә тәғәйенләнә. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә идарасы эше нескәлектәренә ныҡлап тѳшѳнѳп, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнә. Урындағы үҙидаралыҡты ойоштороу принциптары, нотариат тураһындағы закондар...