Сауҙа рәттәре кәмей 24-04-2017, 11:27 / ---

Сауҙа рәттәре кәмей

Рөхсәт ителмәгән урында һатыу итеү осраҡтарын булдырмау маҡсатында муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре матбуғат хеҙмәте менән берлектә көрәш алып бара. Урамдарҙа законһыҙ һатыу иткәндәрҙе таратыу һәм иҫкәртеү йәһәтенән йыш ҡына тикшереү рейдтары ла ойошторола. Ошоға тиклем ҡаланың Точисский урамы тыйылған һатыу итеү осраҡтары иң күп булған урындарҙың береһе ине. Ҡала хакимиәтенең ныҡышмалы эш алып барыу һөҙөмтәһендә, элек сауҙа рәттәре теҙелеп киткән урам бөгөн бушап ҡалды. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков әйтеүенсә, тыйылған һатыу менән көрәш законға ярашлы алып барыла,...
Диктант яҙып, белем тикшерҙеләр 24-04-2017, 11:22 / ---

Диктант яҙып, белем тикшерҙеләр

Тоталь диктант халыҡ- ара акцияһы 8 апрелдә уҙғарылды. Белореттар был юды ла акцияла ҡатнашты. Теләк белдереүселәр Пушкин урамындағы «Поток» белем биреү һәм балалар уҡыу үҙәктәрендә диктант яҙҙы. Быйыл ҡалала рус теленән белемдәрен тикшереп ҡарарға теләүселәр аҙыраҡ булды. Былтыр 68 кеше диктант яҙһа, быйыл - ни бары 45. Төрлө йәштәге кешеләр, кем тәүге тапҡыр, кем икенсе һәм өсөнсө мәртәбә, үҙҙәренә яҡын майҙансыҡҡа йыйылды. Тоталь диктантты башлар алдынан уның ойоштороусыларына һүҙ бирелде. Быйылғы диктанттың авторы - «Казароза», «Журавли и карлики», «Зимняя дорога» һәм башҡа китаптар ижад...
«Тере» тарих менән осрашыу 24-04-2017, 11:21 / ---

«Тере» тарих менән осрашыу

«Һуғыш балалары» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексә идараһы рәйесе, «Ҡанатлы гвардия», «Батыр» ойошмалары ағзаһы Александр Палтусов, Башҡортостан Республикаһы буйынса юғары хәүеф ғәскәрҙәре рәйесе Рифҡәт Мырҙағолов, Башҡортостан Республикаһы Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары, яҡташыбыҙ Нәсимә Шелехова, ҡала-район ветерандар советы рәйесе Нина Сафонова Сермән урта мәктәбе, ауыл ветерандары һәм бигерәк тә мәктәптең III «б» класы уҡыусыларының көтөп алған ҡунаҡтары. Бына өсөнсө йыл инде республиканың хѳрмәтле ветерандары сермәндәр менән осрашып, «Ҡаһарманлыҡ дәрестәре»...
“Урмансы һѳнәрен һайлар инем” 17-04-2017, 12:34 / ---

“Урмансы һѳнәрен һайлар инем”

Район халҡының тормошо урмандан айырылғыһыҙ һәм ошо йәшел байлыҡты һаҡлауға бар ғүмерен арнаған, үҙ эшен яратып башҡарған кешеләр күп. Улар иҫәбенә Тирлән урмансылығында 39 йыл эшләгән Урал Рәшит улы ШӘЙӘХМӘТОВты индерергә мѳмкин. Урал Рәшит улы Күгәрсен районы Йомағужа ауылында тыуған. III класта уҡыған саҡта атаһы Рәшит Минғәле улын Тирлән урмансылығына баш лесничий итеп эшкә күсерәләр. Шулай итеп Шәйәхмәтовтар ғаиләһе Белорет районында тѳпләнә. Атаһы Тирлән урмансылығында 20 йылға яҡын баш лесничий булып эшләй, Тирлән урман хужалығы директоры була. Атаһының урман эшендә ҡайнап йәшәгәнен...
Янғындан һаҡлана бел 17-04-2017, 12:33 / ---

Янғындан һаҡлана бел

Абҙаҡ ауылында “Һәр йортҡа - хәүефһеҙлек” исеме һәм девизы аҫтында янғынға ҡаршы рейд уҙғарылды. Уны Белорет янғын- ҡотҡарыу гарнизоны хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Рейд көндәр йылынып, янғын хәүефе көсәйгән осор яҡынайыу сәбәпле, профилактик сара булараҡ үткәрелде. Сарала шулай уҡ Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Х.С. Мөхәмәҙиев, ауыл старостаһы Р.З. Нәжмитдинов, Абҙаҡ янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, әүҙем ауылдаштар ҡатнашты....
Егеттәр әрмегә китә 17-04-2017, 12:32 / ---

Егеттәр әрмегә китә

Беренсе апрелдән яҙғы саҡырыу старт алды. Һәр йылдағыса, призыв башланыу менән хәрби комиссариатта яҙғы саҡырыу комиссияһы ағзалары тарафынан әүҙем эш башланды. Әлеге ваҡытта белгестәр буласаҡ һалдаттарҙың физик һәм һаулыҡ торошонан сығып, уларҙың әрме тормошона әҙерлек кимәленең ниндәй булыуын билдәләй. Комиссияға төрлө уҡыу йорттарында белем алған егеттәр саҡырылды. Һуңғы йылдарҙа буласаҡ һалдаттарҙың үҙ теләге менән Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә ынтылыуы ҡыуаныслы күренештәрҙең береһе. Ошо йылдың 1 ғинуарынан төрлө уҡыу йорттарында белем алған студент егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә...
Тәрбиәселәр бәйге тотто 17-04-2017, 12:30 / ---

Тәрбиәселәр бәйге тотто

Ҡаланың 17-се балалар баҡсаһында “Йыл тәрбиәсеһе - 2017” конкурсы уҙҙы. Ҡала һәм райондың балалар баҡсаһы тәрбиәселәре ҡатнашҡан был сара Экология йылына арналды. Конкурс башланырҙан алда 17-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре экология темаһына арналған сәхнә күренеше күрһәтте. Бөгөн балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең эшен еңелдән тип әйтеп булмай. Улар иңенә үтә яуаплы һәм етди бурыс һалынған. Шуға күрә үҙ эшенең оҫтаһы булған педагогты асыҡлау маҡсатында ойошторолған конкурс та көсөргәнешле һәм ҡыҙыу барҙы. 6 этаптан торған конкурста 11 тәрбиәсе үҙ һәләте, тәжрибәһе һәм ижади оҫталығы...
Ҡурсаҡ уйнап туймағандар 17-04-2017, 12:30 / ---

Ҡурсаҡ уйнап туймағандар

Ҡаланың тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейында ҡурсаҡтар күргәҙмәһе асылды. Унда туғыҙ оҫтабикә - Нина Демичева, Елена Колмацкая, Людмила Швецова, Светлана Хурамшина, Рәйфә Ҡаһарманова, Людмила Козлова, Виктория Касанова, Әлфинур Зяляева, Нәзирә Ғәләүетдинова үҙҙәренең ижад емештәрен тамашасы хѳкѳмөнә сығарҙы....
Шашка сәмде, ихтыярҙы үҫтерә 17-04-2017, 12:29 / ---

Шашка сәмде, ихтыярҙы үҫтерә

Ҡаланың 19-сы балалар баҡсаһында шашка буйынса турнир уҙҙы. Унда ҡала һәм райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан 16 тәрбиәләнеүсе зирәклектә ярышты. Балалар баҡсалары араһында тәүге тапҡыр үткән был сара ҡаланың 255 йыллыҡ юбилейына ла арналды. Бөгөн балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереп, камил шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Шул арҡала балалар баҡсаһында интеллектуаль спорт төрҙәренең популярлыҡ алыуы ла ыңғай күренеш һанала, сөнки шашка спорты баланың аҡылын, зирәклеген үҫтереү, әхлаҡи-эстетик тәрбиәһен, ихтыяр көсөн нығытыу йәһәтенән отошло булып тора. 19- сы балалар...
Тхэквондо популярлаша 17-04-2017, 12:28 / ---

Тхэквондо популярлаша

Ҡаланың медицина колледжында тхэквондо буйынса 2-се ҡала- район Беренселеге һәм Фестивале уҙҙы. 80-дән ашыу ҡатнашыусы үҙ көсөн һынарға килде. Ярыштарҙа Өфөнөң “Аҡ Йорт”, Әбйәлил районы Байым ауылының “Байым”, Тимер юл ауылының “Комета” һәм Белорет ҡалаһы клубтары ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының Тхэквондо Федерацияһы (ИТФ) президенты Шамил Рәфил улы Ишберҙин ярыштарҙы асып, сәләмләү һүҙҙәрен еткергәндән һуң ҡала-районда ошо спорт төрөн популярлаштырыуҙа ярҙам иткән муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящукка, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Е.А....