В Международный день защиты детей в Уфе состоится родительский форум 26-05-2017, 16:36 / ---

В Международный день защиты детей в Уфе состоится родительский форум

Председатель Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан Константин Толкачев подписал распоряжение о создании организационного комитета по проведению Республиканского родительского форума, посвященного Международному дню защиты детей. Ожидается, что в форуме примет участие Глава республики Рустэм Хамитов, Уполномоченный при Президенте Российской Федерации по правам ребенка Анна Кузнецова, приглашены члены правительства республики, российские ученые и педагоги, представители экспертного сообщества....
Артта - мәктәп, алда - яңы тормош 26-05-2017, 12:22 / ---

Артта - мәктәп, алда - яңы тормош

Район-ҡалала урынлашҡан 44 мәғариф учреждениеһында ла Һуңғы ҡыңғырау кѳнѳнә арналған тантаналы саралар үтте. Шулай итеп, быйыл район-ҡала мәктәптәрен XI класты - 545, IX класты 1168 уҡыусы тамамлай. - Шығай мәктәбе байрамды мәҙәниәт йортонда үткәрҙе. Сараға ветеран уҡытыусылар саҡырылды. Бѳгѳнгѳ кѳндә Шығай мәктәбендә 126 уҡыусы белем алһа, XI класты - 9, IX класты 10 уҡыусы тамамлай. Тѳрлѳ конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, мәктәптең данын арттырған ике тиҫтәгә яҡын уҡыусыға Маҡтау ҡағыҙҙары, Дипломдар тапшырылды. Сығарылыш кластарын I класс уҡыусылары тәбрикләне. Быйылғы сығарылыш...
26-05-2017, 12:21 / ---

"Урал батыр" эпосы фестивалендә ҡатнашығыҙ

29 майҙа “Урал батыр” эпосын яттан һѳйләү буйынса I Республика асыҡ онлайн фестивале үтә. Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы ойоштора. Сара сәсәнлек сәнғәтен һаҡлау һәм ҡобайыр башҡарыусылар, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү, ЮНЕСКО һәм Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән бѳгѳнгѳ заман шарттарында “Урал батыр” эпосын ѳйрәнеү, таратыу маҡсатында үткәрелә. Фестивалдә тѳрлѳ быуын кешеләре ҡатнаша ала: уҡыусылар, колледж, юғары уҡыу йорто...
Уңайлы ла, сиратта торорға ла кәрәкмәй 26-05-2017, 12:20 / ---

Уңайлы ла, сиратта торорға ла кәрәкмәй

Белорет район дауаханаһы “Ихтирамлы регистратура” күләмле проектын тормошҡа ашыра башланы. Пациенттарҙы заманса хеҙмәтләндереү моделе тәүгеләрҙән булып ҡаланың балалар поликлиникаһында индерелде. Яңы регистратура бюджет дауаханаларында күреп өйрәнгәндәренән күпкә айырыла. Рәсәй түләүһеҙ медицинаһы төп критерийҙары - уңайлыҡ һәм асыҡлыҡ булған заманса яңыртыуға табан юл алды. Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы янындағы балалар поликлиникаһының “Ихтирамлы регистратура”һы банктарҙағы кеүек көтөү залдары принцибы буйынса эшләй....
Рухи ҡиммәттәрҙе нығытҡан мәктәп 26-05-2017, 12:18 / ---

Рухи ҡиммәттәрҙе нығытҡан мәктәп

Ҡаланың музыка мәктәбе 65 йыллыҡ юбилейын билдәләне Белорет музыка мәктәбенә 1951 йылда нигеҙ һалына. Иң башта, балалар менән эшләү өсөн Пионерҙар йортонан бер бүлмә бирелә. Тәүге уҡыу йылында фортепиано класы асылһа, икенсе йылына баян класы өҫтәлә. Шулай итеп, мәктәп яйлап үҫешә бара һәм 1953 йылдан 1955 йылға тиклем элекке «Металлист» кинотеатры бинаһының өс бүлмәһен ала. Ә инде 1955 йылдан 1961 йылға тиклем ул элек шәхси йорт булған бинала, 1961-1964 йылдарҙа киске мәктәп бинаһында, 1964-1994 йылдарҙа элекке ҡунаҡхана бинаһында эшләй. 40 йылдан ашыу унда-бында күсеп йөрөй торғас, ниһайәт...
Үҙ эшен асырға теләгәндәр күп 26-05-2017, 12:17 / ---

Үҙ эшен асырға теләгәндәр күп

Рәсәй эшҡыуарлығы көнө алдынан муниципаль район хакимиәтендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Граждандарҙы муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Ручкина, хакимиәттең ер һәм күсемһеҙ милеккә идара итеү комитеты рәйесе Азамат Фәхретдинов, юридик бүлек начальнигы Елена Панкратьева, федераль һалым хеҙмәте инспекцияһының начальник урынбаҫары Владимир Артемьев һәм БР Адвокаттар коллегияһының Белореттағы филиалы етәксеһе Иван Лавренов ҡабул итте. Белгестәргә ҡала ситендә үҙ эшен асырға теләгән Розалия...
Конкурста ҡатнашығыҙ! 26-05-2017, 12:17 / ---

Конкурста ҡатнашығыҙ!

“Оло кешенең социаль портреты” конкурсы 1 майҙан старт алды. Һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән конкурс 2017 йылдың 1 декабренә тиклем дауам итә. “Оло кешенең социаль портреты” конкурсы Белорет ҡалаһы һәм районының Пенсия фонды идаралығы, муниципаль район хакимиәте, урындағы матбуғат саралары, ветерандар советы һәм Белорет металлургия комбинатының ветерандар советы тарафынан ойошторола. Ойоштороусылар мәҡәләләр һәм фотоһүрәттәр буйынса 5 тема тәҡдим итә: 1. “255. Яратҡан ҡалам”: ҡалабыҙҙың күңелегеҙгә яҡын һәм ҡәҙерле булған урындарын, йорттарын, урамдарын һөйләгеҙ һәм күрһәтегеҙ. 2. “Ирҙәр......
Иң тәүҙә һүҙ булған... 26-05-2017, 12:13 / ---

Иң тәүҙә һүҙ булған...

Билдәле яҙыусылар, журналистар менән осрашыу ваҡытында ошо хаҡта һүҙ барҙы Белоретта Башҡорт әҙәбиәте кѳндәре үтте. Үҙҙәренең сәфәрен Ѳфѳнән килгән мәртәбәле, маҡтаулы исемдәр йѳрѳткән ҡунаҡтар - Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан- дың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мѳхәррире, драматург Рәлиф Кинйәбаев һәм уның урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, бүлек мѳдире Сабир Шәрипов, “Аманат” журналының баш мѳхәррире Сәлмән Ярмуллин, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте йорто директоры Илһам Йәндәүләтов, “Юлдаш” радиоһы...
Мунсала миндек аҡсанан да ҡиммәтерәк 26-05-2017, 12:11 / ---

Мунсала миндек аҡсанан да ҡиммәтерәк

Мунсанан да яҡшыраҡ берәй нәмә бар микән! Мунсанан һуң тын алыуҙары еңел, рәхәт. Үҙеңде яңы тыуған сабый кеүек тояһың. Элек-электән мунса тик сабынып-йыуынып сығыр урын өсөн генә һаналмаған. Серле һәм мистик урын ул. Мунсаны боҙомдан ҡотолоу, шунда уҡ сихырсылыҡ менән булышыу, йолалар ҡылыу өсөн файҙаланғандар. Бәпесләүсе ҡатындар өсөн дә мунса иң яҡшы урын булған. Шулай уҡ туйҙан һуң йәштәрҙе ғаилә тормошона таҙа һәм бәхетле аяҡ баҫһын өсөн мунсаға оҙатҡандар. Оҙон юлға сығыр алдынан да - мунсаға. Күп сирҙәрҙе лә мунсала дауалағандар. Ауырыуға мунса ла ярҙам итмәһә, тимәк, ул шәбәймәйәсәк,...
Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары, тренерҙары, етәкселеге менән осрашты 23-05-2017, 17:31 / ---

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары, тренерҙары, етәкселеге менән осрашты

21 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселеге менән осрашты. Бынан алда «Өфө» футбол клубы Премьер-лиганың һуңғы 30-сы турында Екатеринбургтың «Урал»ын 1:0 иҫәбе менән еңде һәм турнир таблицаһында етенсе урынды биләне. Был – клуб тарихында иң яҡшы һөҙөмтә. – Яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлағым килә – беҙҙең команда Рәсәй чемпионатында етенсе урынды яуланы. Был – тарихи үҙгәреш. Мин күп йыллыҡ стажлы көйәрмән булараҡ һеҙҙе ихлас ҡотлайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ һеҙҙең менән бик юғары планка ҡуйҙыҡ. Уны һаҡлап ҡалыу зарур. Киләһе...