Зыяраттар тәртиптәме? 11-05-2017, 15:37 / ---

Зыяраттар тәртиптәме?

Православие христиандары Радоница дини байрамын билдәләне. Был мәрхүм булған туғандарҙы, яҡындарҙы иҫкә алыу кѳнѳ. Изге кѳндә ҡаланың бѳтә зыяраттарында ла халыҡ күп булды. Ә бѳгѳн зыяраттар ниндәй хәлдә һуң? Уларҙы кемдәр ҡарай, тәртипкә килтерә? Уҡшуҡ зыяратында бѳтә ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Зыярат хеҙмәткәрҙәре был кѳндѳ яҡшы ҡаршылау ѳсѳн изге ерҙе ысынлап та еренә еткереп йыйыштырған, тәртип булдырған. Зыяратты тейешле кимәлдә тотҡан хужаһы барлығы әллә ҡайҙан күҙгә салына. Әлегә иң мѳһиме - булған тәртипте һаҡлау, зыярат эсенә сүп-сар ташламау. Тимер юл ауылындағы зыяратта хәлдәр бѳтѳнләй...
Белореттар берҙәм ҡушылды 11-05-2017, 15:36 / ---

Белореттар берҙәм ҡушылды

“Йәшел Рәсәй ”Бөтә Рәсәй экологик өмәһенә ярашлы, меңәрләгән кеше тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартырға, тәртипкә килтерергә сыҡты. Был сараға беҙҙең ҡала һәм район халҡы ла берҙәм ҡушылды....
Һәр мѳрәжәғәт ҡаралырға тейеш 11-05-2017, 15:34 / ---

Һәр мѳрәжәғәт ҡаралырға тейеш

Республика Башлығы Рѳстәм Хәмитовтың: “Беҙ кеше ѳсѳн эшләйбеҙ”, - тигән һүҙҙәрен күп кенә етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре эштәрендә девиз итеп файҙалана. Был бѳгѳнгѳ заман талабы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Башҡарма власть органдары ни тиклем халыҡҡа яҡын булһа, кешеләрҙе борсоған проблемаларҙы ла яҡындан беләсәк. Һѳҙѳмтәлә, халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш, граждандарҙың мѳрәжәғәтенә битараф булмау күп проблемаларҙы үҙ мәлендә хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк. Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Белорет филиалында ойошторолған “түңәрәк ѳҫтәл”дә лә һѳйләшеү ошо хаҡта барҙы....
Инйәр сәхнәһендә - 11-05-2017, 15:33 / ---

Инйәр сәхнәһендә - "Ай тотолған тѳндә"

Апрелде “Театр яҙы” тип атарға ла булыр ине. Бер айҙа ике премьера ҡуйылыуы ошо хаҡта һѳйләй: ҡала мәҙәниәт һарайындағы Башҡорт халыҡ театры ҡуйған Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы һәм Инйәр Район мәҙәниәт йортоноң “Елмерҙәк” Халыҡ театры сәхнәләштергән Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” драмаһы онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Миңә, күп йылдар халыҡ театры сәхнәһенән төшмәгән кешегә, ике театрҙың да тамашаларын ҡарау ҡыуанысын кисерергә насип булды. Беренсенән, был Мостай Кәрим әҫәрҙәренең мәңгелек икәнлеген тағы ла бер тапҡыр таныу булһа, икенсенән, йыл һайын, ай һайын, көн һайын...
“Белорет ынйыһы” билдәләнде 11-05-2017, 15:32 / ---

“Белорет ынйыһы” билдәләнде

Ҡаланың «Металлург» кинотеатрындағы ресторанда “Белорет ынйыһы - 2017» конкурсының финал туры үтте. Сағыу сарала рухи, әхлаҡи яҡтан үҫешкән, сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы булған гүзәл заттар матурлыҡта, һомғоллоҡта һәм зирәклектә кѳс һынашты. Конкурсанттар был сарала визит карточкалары, дефиле, ижади номерҙар менән сығыш яһап, үҙҙәре әҙерләгән роликтар күрһәтте. Ҡатнашыусыларға уртаса 33 йәш ине, уларҙың барыһы ла «мисс» исеменә дәғүә итте. Конкурста ҡатнашыусылар заманса матурлыҡ эталонын ғына күрһәтеп ҡалманы, яңы тормош тәжрибәһе тупланы, үҙ көсөнә ышанысын арттырҙы, әүҙем тормош яҡлы...
Чемпиондар тәбрикләнде 11-05-2017, 15:31 / ---

Чемпиондар тәбрикләнде

Йыл һайын район- ҡалабыҙҙағы спортсыларҙың уңыштарын билдәләү, уларҙы наградлау ѳсѳн Чемпиондар балы уҙғарыла. Быйыл был сара ҡаланың 14-се гимназияһында үтте. Тәбрикләү тантанаһында районыбыҙҙың үткән йылда спорт ѳлкәһендәге һѳҙѳмтәләргә йомғаҡ яһалды. Наградлау ѳсѳн юғары уңыштарға ирешкән, яҡшы күрһәткестәргә эйә булған спортсылар, тренерҙар саҡырылды. Сараға спортсылар менән бергә уларҙың остаздары ла килде. Тренерҙарҙың күбеһе спорт ѳлкәһендә бай тәжрибәгә эйә. Мәҫәлән, дзюдо һәм самбо буйынса тренер Рәшит Үлмәҫбаев үҙ эшен инде 30 йылдан ашыу башҡара. Уның тәрбиәләнеүселәре спорт...
Юбилей эстафетаһы 11-05-2017, 15:30 / ---

Юбилей эстафетаһы

1 май ҡаланың Металлургтар майҙаны һәм үҙәк урамдарында халыҡ геү килде. Спортсылар түҙемһеҙлек менән эстафета башланғанын кѳтә. Кѳндѳң ҡояшлы һәм йылы булыуы һәр кемгә байрам кәйефе ѳҫтәне. Бына шулай матур башланып китте “Белорецкий рабочий” гәзите призына 65- се традицион эстафета. Унда йылдағыса район-ҡала мәктәптәре, уҡыу йорттары һәм предприятие-ойошмалар әүҙем ҡатнашты. Тәүҙә ҡаланың предприятие, ойошмалар командалары стартҡа баҫты. Был категорияла 20-нән ашыу команда кѳс һынашты. Белорет металлургия комбинаты рекорд ҡуйҙы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ, сѳнки улар 5 команда ҡуйғайны....
Күк йѳҙѳбѳҙ һәр саҡ тыныс булһын! 11-05-2017, 15:28 / ---

Күк йѳҙѳбѳҙ һәр саҡ тыныс булһын!

30 апрель кис ҡала янындағы аэропортҡа бер-бер артлы 11 самолет тѳштѳ. “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” авиаосошо һәм автоуҙышында ҡатнашҡан делегацияны аэропортта муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, район Советы рәйесе урынбаҫары Е.Я. Карепанов, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Р.Р. Хазиев, Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомәктәбе начальнигы З.Ш. Ахибзянов ҡаршы алды. 1 Май кѳнѳндә ҡалала барған ваҡиғалар иһә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын ғына түгел, ә Бѳйѳк Еңеү кѳнѳ яҡынлашҡанын да хәтерләтә ине. Программа буйынса...