Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары, тренерҙары, етәкселеге менән осрашты 23-05-2017, 17:31 / ---

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары, тренерҙары, етәкселеге менән осрашты

21 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселеге менән осрашты. Бынан алда «Өфө» футбол клубы Премьер-лиганың һуңғы 30-сы турында Екатеринбургтың «Урал»ын 1:0 иҫәбе менән еңде һәм турнир таблицаһында етенсе урынды биләне. Был – клуб тарихында иң яҡшы һөҙөмтә. – Яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлағым килә – беҙҙең команда Рәсәй чемпионатында етенсе урынды яуланы. Был – тарихи үҙгәреш. Мин күп йыллыҡ стажлы көйәрмән булараҡ һеҙҙе ихлас ҡотлайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ һеҙҙең менән бик юғары планка ҡуйҙыҡ. Уны һаҡлап ҡалыу зарур. Киләһе...
Ҡырымдар килеп ҡайтты 23-05-2017, 17:28 / ---

Ҡырымдар килеп ҡайтты

Үткән аҙнала Өфөгә Ҡырым республикаһының рәсми делегацияһы килде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡырым башлығы Сергей Аксенов әңгәмәһендә төбәктәр араһында эшлекле, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Белеүегеҙсә, ике республика 2014 йылдан бирле тығыҙ аралашып йәшәй. Беҙ ярымутрауҙың Ҡараһыубаҙар (Белогорск) районынын шефлыҡҡа алғанбыҙ. Был эш дауам итәсәк. Сергей Аксенов Ҡырымға ҡатмарлы ваҡытта ярҙам күрһәткәнебеҙ өсөн рәхмәт белдерҙе. Баҡһаң, уның тамырҙары Өфө менән тоташҡан. Әсәһе беҙҙең яҡташыбыҙ, Өфө авиация институтын яҡшы билдәләргә...
Талантлы балалар - районыбыҙ киләсәге 23-05-2017, 15:15 / ---

Талантлы балалар - районыбыҙ киләсәге

Рәсәй Президентының "Талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары" тигән Указына ярашлы муниципаль район хакимиәтендә тантаналы сара уҙҙы. Халыҡ-ара, Рәсәй һәм төбәк олимпиадаларында еңгән йә призер булған уҡыусылар һәм уларҙың уҡытыусылары хакимиәт тарафынан билдәләп үтелде. Бындай сара беҙҙең муниципаль районда тәүге тапҡыр үтте. Йыл һайын Рәсәй мәғариф министрлығы тарафынан төрлө төбәктәрҙән 5350 йәш талант билдәләнә. Рәсәй Президенты Указы менән Рәсәй олимпиадаларында еңгән һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа призер булған 1250 уҡыусы - 60 мең һум, ә Рәсәй олимпиадалары призерҙары һәм төбәк...
Ғүмереңде һаҡла! Тиҙлегеңде кәмет! 23-05-2017, 15:13 / ---

Ғүмереңде һаҡла! Тиҙлегеңде кәмет!

Яңыраҡ ҡаланың “Аҡ сәскә” 5-се балалар баҡсаһында “Ҡыҙыл, һары, йәшел” тигән муниципаль конкурс үтте. Сарала 12 мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары - 1, 2, 4, 5, 9, 11, 14, 21, 23, 25, 30 һәм Тимер юл ауылының 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре юл ҡағиҙәләре, билдәләрен белеү һәм үтәү буйынса үҙ-ара көс һынашты. Кесаҙна шарҙар тотҡан балалар тәрбиәселәр, физик тәрбиә буйынса инструкторҙар, ата- әсәләр оҙатыуында муниципаль конкурс үткән 5-се балалар баҡсаһына ашыҡты. Сараны тантаналы асып, балаларҙы, йыйылыусыларҙы мәктәптән тыш эштәр үҙәге...
Футбол кѳнѳ күңелле үтте 23-05-2017, 15:09 / ---

Футбол кѳнѳ күңелле үтте

20 май - «Күмәкләп футбол уйнау көнө» Бөтә Рәсәй фестивале ойошторола. 2011 йылдан алып был көн Чемпиондар лигаһы матчының финал датаһына ярашлы уҙғарыла. 2014 йылға тиклем бары тик Мәскәүҙә генә ойошторолған сара тора-бара башҡа төбәктәрҙә лә уҙғарылып, уның географияһы киңәйә төшә. Быйыл фестиваль илдең 60-тан ашыу төбәгендә үтте. Рәсәй футбол союзы һәм Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы инициативаһы менән уҙғарылған сараның маҡсаты - йәштәр һәм ололар араһында футбол спортын пропагандалау, уны үҫтереү, талантлы уйынсыларҙы билдәләү. Ҡаланың Нижнее селение биҫтәһендә лә «Күмәкләп...
«Эшебеҙҙә файҙаланабыҙ» 23-05-2017, 15:07 / ---

«Эшебеҙҙә файҙаланабыҙ»

“Аҙна һайын - бүләк” лотерея уйынының сираттағы еңеүсеһе - Белореттан Вәсилә Булат ҡыҙы МОРАТОВА. Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында тыуған Вәсилә Булат ҡыҙы Берештамаҡ ауылы киле- не. Һамар ҡалаһында махсус уҡыу йортон, Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлай. Инйәр ауылы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгәндән һуң, Моратовтар ғаиләһе Белорет ҡалаһында төпләнә. Йәш натуралистар станцияһында 5 йылға яҡын эшләгәс, Вәсилә Булат ҡыҙы ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. Бына 13 йыл инде балалар баҡсаһында тоғро хеҙмәт юлын үтә. Ул кескәйҙәр...